Санагир

Санагир (грузин: სანაგირე) йәки Изге Георгий монастыры, Грузияла, Кахети районында, урта быуат Грузин Православ Сиркәүе. Сиркәү Гуркаани муниципалитетында, Вазисубани ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Санагир
Карта

Тарихы

10-11 быуат монастырь комплексы өс нефлы базиликанан һәм бер нефлы урта быуат базиликаһынан тора. Яҡында монастырь бинаһының харабалары һәм монастырҙы уратып алған диуарҙары һаҡланған. Ҙур базилика семәрле таштарҙан һәм кирбестән төҙөлгән. Әлеге ваҡытта монастырь буш һәм уны тиҙерәк яңыртыу күҙаллана[1]

Төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай монастырҙан яҡынса йөҙ метр алыҫлыҡта бәләкәйерәк сиркәүҙең харабалары ята. Шуға ҡарамаҫтан сиркәүҙең тик диуарҙары һаҡланып ҡалған (көнсығышҡа һәм көньяҡҡа 2,5-3 м тирәһе. ә көнбайышта һәм төньяҡта әҙерәк), ҡыйығы тулыһынса емерелгән[2].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • G. Chubinashvili, Architecture of Кахетия, Тбилиси, 1959, p.123-129 (Урыҫ)
🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты