Рәсәй Федерацияһының Юғары суды

Рәсәй Федерацияһының юғарғы суд органы

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды[3] — Рәсәй Федерацияһының юғарғы суд органы. Мәскәүҙә элекке СССР Юғары Суды бинаһында урынлашҡан.

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды
Нигеҙләү датаһы4 ғинуар 1923
Логотип
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһыПредседатель Верховного суда Российской Федерации[d]
ЕтәксеИрина Леонидовна Подносова[d]
Дәүләт Рәсәй
Юрисдикция таралышыРәсәй
Бойһонған ойошма (филиал)Рәсәй дәүләт суд эшмәкәрлеге университеты[d][1]
Рәсми сайтvsrf.ru
vsrf.ru/en/
vsrf.ru/fr/
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр10 600 ± 99[2]
Карта
 Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Викимилектә

Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 2014 йылдың 5 февралендә ҡул ҡуйылған «Рәсәй Федерацияһының Юғары суды һәм Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһындағы» № 2-ФКЗ Закон менән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәреш индерелә, һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары судының 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән РФ Конституцияһы менән нығытылған хоҡуҡи статусы үҙгәрә. Был Законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Юғары суды менән Юғары арбитраж суды уларҙың вариҫы булып торған яңы органға берләштерелә, ул Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тип атала һәм эшен башлаған мәлдән алып дөйөм юрисдикциялағы федераль судтар системаһына инмәй[4][5][6][7][8][9].

«Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тураһында» Федераль конституцион Законының 22-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының даими урыны булып Санкт-Петербург ҡалаһы һанала, ләкин был положение Рәсәй Федерацияһы Юғары суды үҙ вәкәләттәрен ошо ҡалала үтәй башлаған мәлдән көсөнә инә, ә ваҡытын Рәсәй Федерацияһы Юғары суды менән яраштырғандан һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты билдәләй. Был дата билдәләнгәнгә тиклем Рәсәй Федерацияһы Юғары суды вәкәләттәрен Мәскәү ҡалаһында башҡара.

Вәкәләттәре

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды граждандар эштәре, иҡтисади бәхәстәрҙе хәл итеү, енәйәтселек, административ эштәр һәм дөйөм юрисдикция судтарына ҡараған башҡа эштәр буйынса юғарғы суд органы булып тора (РФ Конституцияһының 126-сы статьяһы)[10]. Ул

  • федераль закон менән ҡаралған процессуаль формаларҙа дөйөм юрисдикция судтарының, шул иҫәптән хәрби судтарҙың эшмәкәрлеге өҫтөнән суд күҙәтеүен тормошҡа ашыра;
  • үҙ компетенцияһы сиктәрендә апелляция һәм кассация инстанциялары суды сифатында, күҙәтеү тәртибендә һәм яңы асылған шарттар буйынса, федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа беренсе инстанция суды сифатында ла эштәрҙе ҡарай;
  • республикаларҙың юғары судтарына, край һәм өлкә судатарына, федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙың судтарына (Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Севастополь ҡала судтарына), автономиялы өлкә һәм автономиялы округтар судтарына, округ һәм флот хәрби судтарына ҡарата туранан-тура юғарғы суд инстанцияһы булып тора;
  • суд ғәмәлиәтен өйрәнә һәм дөйөмләштерә, суд статистикаһын анализлай һәм суд ғәмәлиәте мәсьәләләре буйынса аңлатма бирә;
  • үҙ вәкәләттәре сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ-ара договорҙарынан сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итә.

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды вәкәләттәре, уның ойошторолоу (йәғни судьяларҙы тәғәйенләү тәртибе) һәм эшмәкәрлек тәртибе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» Федераль конституцион закон (1996), «Рәсәй Федерацияһының Юғары суды тураһында» Федераль конституцион закон, шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһында судьяларҙың статусы тураһында"Рәсәй Федераль закон һәм «Рәсәй Федерацияһында судьялар берләшмәһе органдары тураһында» Федераль закон (2002) менән билдәләнә.

Рәсәй Федерацияһы Юғары судының структураһы

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды рәйесе — Вячеслав Михайлович Лебедев.

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды түбәндәге составта эшләй:

  • Рәсәй Федерацияһы Юғары суды пленумы
  • Рәсәй Федерацияһы Юғары суды президиумы
  • Рәсәй Федерацияһы Юғары судының Апелляция коллегияһы
  • Административ эштәр буйынса суд коллегияһы
  • Граждандар эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Енәйәтселек эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Иҡтисади бәхәстәр буйынса суд коллегияһы
  • Хәрби хеҙмәткәрҙәр эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Юғары судтың дисциплинар коллегияһы.

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының аппараты һәм Юғары суд эргәһендәге Ғилми-консультатив совет эшләй.

Тағы Рәсәй Федерацияһы Юғары суды эргәһендә Суд департаменты бар, ул дөйөм юрисдикция судтарының эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе ведомство булып тора һәм[11] Рәсәй Юғары суды рәйесе менән Рәсәй Судьялар советына буйһона.

Рәсәй Федерацияһы Юғары судының составы

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйес, уның урынбаҫарҙары һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары суды ағзалары (улар Рәсәй Федерацияһы Юғары суды судьялары булып тора) составында эш итә. Хәрби коллегия рәйесе («Рәсәй Федерацияһының хәрби судтары тураһында» Федераль конституцион законға ярашлы) бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйесенең урынбаҫары ла булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды рәйесе булмағанда уның хоҡуҡтары һәм бурыстары уның ҡушыуы буйынса урынбаҫарҙарының береһе тарафынан башҡарыла.

Судтың персональ составы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә