Рунет

Рунет[1] (рус телле Интернет, рус Интернеты) — Интернетта рус телле сайттарҙың бер өлөшө. Бөтә континенттарға, шул иҫәптән Антарктидаға ла таратылған, әммә башлыса БДБ илдәрендә, айырыуса Рәсәйҙә һәм Украинала тупланған. 2018 йылдың февраленә ҡарата, W3Techs компанияһы үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, донъялағы 10 миллион самаһы иң популяр интернет-сайттың 6,8 проценты рус телен файҙалана. 2013 йылдан рус теле Интернетта популярлығы буйынса инглиз теленән (51,3 %) һуң икенсе урында тора[2].

Рунет
Нигеҙләү датаһы1997
Кем хөрмәтенә аталған.ru һәм компьютерная сеть[d]
Дәүләт Рәсәй
Асыусы йәки уйлап табыусыРаффи Асланбеков[d]
Юғары кимәлдәге интернет-домен.ru, .su, .MOSCOW[d], .рф, .рус[d], .москва[d], .ua[d], .by[d], .kz[d], .қаз[d] һәм .укр[d]
Өлөшләтә тура киләРунет[d]
 Рунет Викимилектә
Рәсәй Банкының 25 һумлыҡ тәңкәһе, 2000 йыл

Рус телен айырыуса йыш файҙаланған домендар: .su, .ru, .рф, .рус, .дети, .ua, .by, .kz, .com, .org. Домен адрестары (IDN), мәҫәлән, өлөшләтә — .su һәм.com, тулыһынса — .рф рус телендә теркәлә ала. Рус телле популяр сайттарҙың бөтәһе лә БДБ илдәре домендарында урынлашмаған. Мәҫәлән, «ВКонтакте» социаль селтәре ВКонтакте vk.com доменын, ә Урыҫ Википедияһы ru.wikipedia.org доменын ҡуллана.

Рус телле баҙар ярайһы уҡ ҙур. Әйтәйек, Рәсәйҙең Рәсәйҙә, Украинала, Ҡаҙағстанда, Беларуста һәм Төркиәлә генә эшләгән Яндекс интернет-компанияһы рус телле файҙаланыусылар менән донъяның бөтә эҙләү системалары араһында 4-се урынды[3] биләй.

Рунет

Рунет премияһы логотибы

Рунет («ru» — Рәсәй, рус теле йәки домен исеме + «net» — селтәр коды) — Интернет өлөшө. Терминдың аныҡ бер төшөнсә генә аңлатҡан билдәләмәһе юҡ.

Төрлө билдәләмәләргә ярашлы, Рунет — ул:

  • рус Интернеты (рус телле һәм/йәки Рәсәйгә төбәлгән сайттар)[4] (Интернеттың бөтә домендарында);
  • рф, su, ru, am, az, by, ge, kg, kz, md, ua, укр, uz[5] домендарындағы серверҙар;
  • Интернет селтәренең Рәсәй өлөшө[6] (был билдәләмәне Рәсәйҙең дәүләт структуралары өҫтөн күрә[7][8][9]);
  • .ru[10] доменындағы Интернет.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә