Романова Зоя Георгиевна

Романова Зоя Георгиевна (1907—1987) — СССР спортсыһы, СССР рекордсыһы, тренер, спорт функционеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942). Мәскәү физик культура институтын тамамлаусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Романова Зоя Георгиевна
Затҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө1907
Вафат булған көнө1987
Вафат булған урыныМәскәү, СССР
Ерләнгән урыныНоводевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрөтренер
Уҡыу йортоМәскәү дәүләт физик культура академияһы[d]
Спорт командаһы ағзаһыДинамо[d] һәм Мәскәү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

1921 йылда Орша ҡалаһында спорт менән шөғөлләнә башлай. 15 йылдан ашыу «Динамо» (Мәскәү) клубы өсөн сығыш яһай. Гимнастика, баскетбол, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. 1935 йылда ҡолға менән һикереү буйынса донъяла был миҙгелдәге иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә — 253,5 см. Бер нисә ил рекорды ҡуя.

1934 йылда илдә беренсе еңел атлетика буйынса балалар спорт мәктәбе ойоштора. Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтында (ГЦОЛИФК) уҡытыусы булып эшләй. 10 йылдан ашыу «Йәш динамовсы» коллективы менән етәкселек итә. Мәскәү үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры булып эшләй, уның етәкселегендә улар туғыҙ тапҡыр Бөтә Союз ярыштары еңеүсеһе була. Уның уҡыусылары 120-нән ашыу Бөтә Союз үҫмерҙәр рекорды ҡуя.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эске эштәр министрлығы өсөн физруктар курсында армия өсөн бер нисә мең белгес әҙерләй. 1951—1968 йылдарҙа Еңел атлетика Федерацияларының Халыҡ-ара Ассоциацияһы (ИААФ) ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһы рәйесе булып эшләй. 1952—1965 йылдарҙа СССР Спорт комитетының уҡыусы йәштәрҙе физик тәрбиәләү Идараһы етәксеһе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,

- миҙалдар,

- «ИААФ ветераны» почет билдәһе,

- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1942),

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әҙәбиәт

  • Лёгкая атлетика. Энциклопедия / Авторы-составители В. Б. Зеличёнок, В. Н. Спичков, В. Л. Штейнбах. — М.: «Человек», 2013. — Т. 2. — С. 229. — ISBN 978-5-904885-81-6.
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә