Рига

Рига (латыш. Звук Rīga) — Латвияның баш ҡалаһы һәм Балтика буйы илдәрендәге иң эре ҡала. Халыҡ һаны 641 007 кеше тәшкил итә (2015 йыл[2]).

Ҡала
Рига
латыш. Rīga
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Латвия

Тарихи өлкә

Видземе

Координаталар

56°56′51″ с. ш. 24°06′25″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

6 район

Мэр

Ушаков Нил Валерьевич

Нигеҙләнгән

1201

Ҡала с

1225

Майҙаны

304,05[1] км²

Высота НУМ

7 м

Халҡы

641 007[2] кеше (2015)

Тығыҙлығы

2276.3 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+371

Почта индексы

LV-10(01-84)

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

LV

Код ATVK

0010000[3]

Рәсми сайт

riga.lv

Наградалар

Ленин ордены

Рига (Латвия)
Рига (Латвия Рига)

Этимологияһы

Тәүге тапҡыр Рига 1198 йылғы документтарҙа иҫкә алына. Был гидроним атамаһы Рига йылғаһы исеменән бәйле. Рига — Көнбайыш Двина йылғаһының ҡушылдығы булған, хәҙер был йылға юҡ.

Риганың иҫке өлөшө төндә

Балтик телдәрендәге ring- литва телендәге ringe, ringis — «излучина, лука, затон, заводь» менән тап килә. Курш ырыуҙары йәшәгән ерҙә ring- топонимдарҙа йыш осрай. Видземе ырыуы латыштарында курш телендәге -in- формаһына һуҙып әйтелә торған һуҙынҡы -i- тап килә, балтик тамыр ring- rig- формаһында йөрөй. Йылға бөгөлдәренә бәйле Rigasupe — «река с излучинами» атамаһы килеп сыҡҡан (был йылға күмелгән), ә гидронимдан «Рига»[4] ойконимы барлыҡҡа килгән.

Тарихы

Рига XVI быуатта

Ҡалаға нигеҙ һалыныу тарихы

1150 йылдан Готланд утрауы сауҙагәрҙәре Көнбайыш Двина йылғаһының Балтик диңгеҙенә ҡойған (нем. Düna) урынынан Рига йылғаһына тиклем үҙҙәренең караптарында килә торған була (нем. Riege) . Генрих Латвийский хроникаһында тәбиғи гавань ролен үтәгән lacus Riga күле иҫкә алына. Бер нисә быуаттан һуң ул йылға күмелә, уның булған урынын хәҙер ҡаланың иҫке өлөшөндә ҡайһы бер урамдар йүнәлеше буйынса ғына белеп була. Буласаҡ На Рига ҡәлғәһе урынына бер нисә тапҡыр миссионерҙар экспедицияһы килә, улар һөҙөмтә бирмәй, тик 1201 йылда Альберт Буксгевден етәкселегендәге тәре йөрөтөүсе немец рыцарҙары төркөмө генә бындағы халыҡты суҡындыра ала.

Ҡәлғә төҙөлгәс, Рига көслө хәрби һәм сауҙа үҙәгенә, Ливонияның төп сауҙа һәм христиан дине үҙәгенә әйләнә. 1211йылда епископа тырышлығы менән Ригала Домский собор төҙөлә башлай. 1225 йылда ҡалала һайлап ҡуйыла торған ҡала башлығы вазифаһы- фогт булдырыла, 1257 йылда Ригаға Икскюль замогынан Рига архиепископоптары резиденцияһы күсерелә. Ҡаланың сауҙа ҡалаһы булараҡ әһәмиәте үҫә, 1282 йылда Рига Ганза союзына инә.

Рига һәм Тевтон ордены

Епископтар немецтарҙы көнсығыш ерҙәргә, айырыуса мәжүси халыҡтар ерҙәренә күсереү сәйәсәтен алып бара. Хәрби күскенселәргә рыцарҙар ордены төрлө яҡлап ярҙам итә: башта был Ливонияның Христос яугирҙары берлеге -Братство воинов Христа Ливонии (Орден меченосцев) була, һуңыраҡ ул Тевтон орденына (Немец ордены) ҡушыла. Тәре йөрөтөүселәрҙе мосолмандар Палестинанан ҡыуып ебәргәс, Тевтон ордены Рим папаһы ярҙамы менән Көнсығыш Европала үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерә, айырыуса, Балтик буйындағы Пруссия (прустар илендә) һәм Ливонияла. Тевтон ордены көслө һәм үҙ аллы сиркәү ойошмаһы була, уның менән Рига архиепископтары араһында был төбәктә хакимлыҡ өсөн конкурентылыҡ көсәйә. Тевтон орденының Ливония бүлеге булдырыла, уның башында Ордендың Бөйөк магистрына буйһонған ландмейстер тора.

Рига архиепископтары менән Тевтон ордемны араһныдағы низағтар йыш ҡына хәрби төҫ ала (Ливониялағы 1297—1330 йылдарҙағы Граждандар һуғышы). Был Граждандар һуғышы барышында 1330 йылда Рига ваҡытлыса үҙаллылығын юғалта, 36 йылдан һуң архиепископ менән орден араһындағы Данциг килешеүе (1366) буйынса яңынан уны ҡайтарыуға өлгәшә.

Реформация

Дом Черноголовых.
Гравюра на дереве, 1891 г.

1522 йылда Рига Реформацияға ҡушыла, архиепископтар власы кәмей, Һуңғы Рига архиепискобы Вильгельм Бранденбургский була.

1558 йылда Рәсәй менән һуғыш башланып (Ливония һуғышы), Ливония конфедерацияһы тарҡалғас (1561—1562) Рига ҡалаһы архиепископ менән Ордендың Речь Посполитая менән берләшеү идеяһын хупламай, Изге Рим империяһының ирекле ҡалаһы статусын һорай. Ирекле Рига ҡалаһы ике тиҫтә йыл тирәһе йәшәй. 1581 йылда урыҫтарҙың яңы һөжүме башланырҙан алда, башҡа бер кемдән ярҙам өмөт итеп булмағанын аңлағас, Рига Польша һәм Литва берлеге короле Стефан Баторийға тоғролоҡҡа ант итә.

40 йыллыҡ Польша-Литва хакимлығы ваҡытында ҡала халҡы кире католик сиркәүенә ҡайтарыла (был Календарь тәртипһеҙлектәренә килтерә), контрреформация Швеция короле Густав II Адольф 1622 йылда Риганы алғас туҡтатыла. Швеция короллегендә Рига Стокгольмдан ҡала икенсе ҡала булып иҫәпләнә, был уның стратегик урынына бәйле була, сөнки Рига Балтика буйында иң ҡөҙрәтле Швеция дәүләте мәнфәғәттәрен яҡлауҙа бик мөһим роль уйнай. Был осорҙа ҡала үҙидараһы ныҡ үҫешә. 1656—1658 йылдарҙағы Рәсәй-Швеция һуғышы ваҡытында Рига (1656) ҡамауға алына.

Урыҫ ғәскәре ҡамауы, Рәсәйгә ҡушылыуы һәм уның хакимлығы аҫтында ҡалыуы (XVIII—XIX быуаттар)

XVIII быуат башында Рига Европалағы иң ҙур ҡәлғәләрҙән һанала. Ҡала ғәйәт ҙур диуарҙар менән уратып алынған була, уны биш бастион, ике равелин һәм ике шанец (туптар өсөн окоп) һаҡлай. Бынан тыш ҡәлғә тирәләй тәрән соҡор соҡола һәм һыу менән тултырыла. Даугаваның икенсе ярында понтон күперҙе һаҡлап тороусы тағы бер форт — Коброншанц төҙөлә[5][6].Швеция короллеге һәм Төньяҡ Европа илдәре коалицияһы (Саксония курфюрстлығы, Рәсәй батшалығы, Дания короллеге, Речь Посполитая һ.б.) араһындағы Балтик буйындағы ерҙәр һәм Балтик диңгеҙендә хакимлыҡ өсөн Төньяҡ һуғыш (1700—1721) ваҡытында граф Нильс Стромберг етәкселегендәге Риганы һаҡлап торған швед гарнизонында (1709) 13 400 кеше, 563 туп, 66 мортира һәм 12 гаубица була. Был оҙаҡҡа һуҙылған һуғышта Швецияны солох төҙөргә мәжбүр итер өсөн Пётр I Балтик буйында һуғышты әүҙемләштерә һәм 1709 йылдың октябрендә граф Б. П. Шереметевҡа Риганы алырға бойора[5][6].

1709 йылдың 27 октябрендә (6 ноябрендә) рус армияһы Риганы ҡамауға ала һәм 1709 йылдың 2 (13) декабренә ҡала тулыһынса блокадала ҡала[5][6].

Рәссам Александр Евстафиевич Коцебу. «1710 йылда Рига Рәсәй батшаһына тоғролоҡ антын бирә» (1868 йыл)

1710 йылдың 4 июлендә бик оҙаҡ блокадала булғандан һуң Рига (1709—1710) ҡалаһы һәм ҡәлғәһе, Петр I-нең генерал-фельдмаршал Б. П. Шереметев етәкселегендәге ғәсҡәре тарафынан алына. Швед гарнизоны капитуляция иғлан итә. Рус армияһы ҡулына иҫән ҡалған швед артиллерияһы (561 туп, 66 мортира, 7 гаубица), гарнизондағы 5 132 кеше әсиргә төшә, уларҙың 2 905 сирле була. Шул уҡ көндө граф Борис Петрович Шереметев Рига граждандары һәм Остзее (Балтик буйы) дворяндарының Пётр I тоғролоҡ тураһында антын ҡабул итә[5].

1710 йылдың 12 (23) июлендә генерал-фельдмаршал граф Б. П. Шереметев тантаналы шарттарҙа ҡалаға инә һәм уның ҡапҡаһы янында Рига раты (советы) уға ҡаланан символик ике алтын асҡыс ала[5].

Рига һәм Лифляндияның Рәсәйгә ҡушылыуы 1721 йылдың 30 авгусында (10 сентябре) Рәсәй менән Швеция короллеге араһында төҙөлгән Ништадт солох тураһында килешеүе менән нығытыла.

1713 йылдың 17 (28) июлендә Рига Рәсәйҙең Рига лубернаһы (1721 йылдан — Рәсәй империяһы), 17831796 йылдарҙа Рига наместниклығы, 1796—1918 йылдарҙа Лифляндия губернаһы үҙәгенә әйләнә.

1809 йылда Риганың хәрби губернаторы итеп Рәсәй император армияһы генерал-лейтенанты Иван Николаевич Эссен (Магнус Густав фон Эссен) билдәләнә. Рәсәйҙең Франция империяһына ҡаршы 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында 11- 12 июль төнөндә тикшерелмәгән разведка мәғлүмәттәренә ышанып, Наполеондың Бөйөк армияһы килеүенән ҡурҡып, фон Эссен Риганың Петербург һәм Мәскәү форштадттарына ут төртөргә ҡуша. Шул сәбәпле һуғыш хәрәкәттәре булмаған ҡалала, ҡот осҡос янғын сыға: 705 йорт, 35 йәмғиәт бинаһы һәм 4 сиркәү яна, меңәрләгән кеше торлаҡһыҙ тороп ҡала. 1812 йылдың көҙөндә фон Эссен үҙ ҡулы аҫтындағы ғәскәрҙәргә һөжүмгә күсергә бойора, улар бик күп кешеһен юғалата[7].

Филипп Осипович Паулуччи, Балтик буйы генерал-губернаторы һәм Риганың хәрби губернаторы (1812 −1822). Рәсәй империяһы

1812 йылдың 23 октябрендә Балтик буйы генерал-губернаторы һәм Рига хәрби губернаторы итеп генерал Филипп Осипович Паулуччи тәғәйенләнә[7], Ватан һуғышы тамамланғас,уның етәкселегендә 1812 йылдан 1822 йылға тиклем Рига янындағы биҫтәләр яңынан төҙөлә, шул арҡала ҡала хәҙерге кварталдарға бүленә, бынан тыш күп кенә яҡшы эштәр башҡарыла. 1830 йылдың 1 (13) ғинуарында генерал Паулуччи отставкаға сыға (мундир кейеү хоҡуғы менән), һәм февраль уртаһында Рәсәйҙән китә.

1841 йылда М.С.Кузнецовтың Рига фарфор һәм фаянс фабрикаһы асыла.

1848—1861йылдарҙа Балтик буйы генерал-губернаторы һәм Рига хәрби губернаторы итеп генералиссимус Александр Васильевич Суворовтың ейәне Александр Аркадьевич Суворов тәғәйенләнә.

Рига XIX быуат аҙағында, Рәсәй империяһы.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Рига Рәсәй империяһының иң алдынғы сәнәғәт үҙәктәренең береһенә әүерелә.

1861 йылда Рига — Динабург (ныне — Даугавпилс) тимер юлы һәм Рига тимер юл станцияһы төҙөлө. Һуңыраҡ Рига Мәскәү, Санкт-Петербург, Варшава менән тимер юл менән тоташтырыла. Ҡала мөһим тимер юл узелы статусын ала. Быуат аҙағында Рига диңгеҙ порты әһәмиәте буйынса Рәсәй империяһының Санкт-Петербургтан ҡала икенсе порт була[8][9].1869 йылда Ригала тимер юл вагондары төҙөүсе Рус-Балтика вагон заводы асыла.

1872 йылда Ригала Даугава аша тәүге тимер юлы һалына, шулай уҡ йәмәғәт транспорты— омнибустар барлыҡҡа килә.

1884 йылда Ильгюциемс быяла фабрикаһы асыла.

1888 йылда, Ригала сауҙагәрҙәр тотҡан оҫтаханалар нигеҙендә Рус-Балтика электротехника заводы (Рига дәүләт электротехника заводы "ВЭФ").

Иҡтисад һәм сауҙа тиҙ үҫеү сәбәпле Ригала йәшәгән халыҡ һаны 1800—1913 йылдарҙа һикһән тапҡырға, ә уның майҙаны 1850—1913 йылдарҙа ун тапҡырға арта[10].Рәсәй империяһы составында булыуға ҡарамаҫтан ҡала мәҙәниәте Балтик буйы немецтары мәҙәниәте, айырыуса юғары ҡатлам немецтары йоғонтоһонда үҫә.

XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем бында рәсми тел һәм уҡыу-уҡытыу теле булып башлыса немец теле ҡала.

Германия ғәскәрҙәре 1917 йылдың 3 сентябрендә Ригаға инә
Латвия ССР-ы армияһы парады. 1 май, 1919 йыл

Империяның иң ҙур ҡалаһы

1881 йылда Балтик буйы губернаһында үткән халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Рига халҡының 33 % үҙен немец, 30 % тирәһе — латыш, 19 % — урыҫ (шул иҫәптән раскольниктар), 8,5 % — йәһүд тип атай. 1913 йылда инде халыҡтың 40 % латыш, 20 % — урыҫ (]шул иҫәптән раскольник), 13 % —Балтик буйы немецтары, 7 %  тирәһе— йәһүдтәр. Тағы бында бер аҙ поляктар ҙа йәшәй.

1914 йылда һуғыш ваҡытында ҡалаға һуғыштан ҡасып килгән кешеләр ағыла, халыҡ һаны 473 меңдән 558 меңгә етә. Рига һәм уның янындағы округ кеше һаны буйынса тик Санкт-Петербург (Петроград) (2,1 млн кеше) һәм Мәскәүҙән (1,7 млн кеше генә ҡалыша), Одесса унан артта ҡала (498 мең кеше 1912 йылда)[11] (Варшава (885 мең кеше,1914 йыл) һәм Лодзь (600 мең кеше, 1915, Польшала) , Киевты (1914 йыл башында 595 мең кеше).

Сәнәғәт үҫеше

1909 йыл майынан 1915 йылға тиклем Ригалағы Рус-Балтика вагон заводы тәүге «Руссо-Балт» маркалы тәүге Рәсәй еңел автомобилдәрен етештерә.Ригала сәнәғәт үҫешенә Беренсе донъя һуғышы(1914—1918) ҡамасаулай. Ҡала фронтҡа яҡын урынлашҡанлыҡтан, Рәсәй иҡтисады мохтажлығын иҫәпкә алып, 200 000 кеше ғаиләләре менән (1915) Үҙәк Рәсәйгә, Уралға, йәки Украинаға эвакуациялана. 1917 йылдың сентябрендә ҡаланы герман ғәскәрҙәре баҫып ала.

Латвия баш ҡалаһы

Һуғыш тамамланғас, 1918 йылдың 18 ноябрендә немецтар ҡулындағы Ригала бойондороҡһоҙ Латвия Республикаһы (1918—1940) иғлан ителә.1919 йылда Ригала — яңы дәүләттең баш ҡалаһында өс төрлө Латвия хөкүмәте урынлаша. 4 ғинуарҙан 21 майға тиклем Латвия Социалик Совет Республикаһы була. Балтик буйы хәрбиҙәре (ландесвер) һәм герман ирекле корпусы уны ҡолатҡас, 3 июлдә отставкаға киткәсе А.Ниедра хакимлыҡ итә. Герман ирекле корпусы киткәндән һуң Карлис Улманис власы урынлаша. 1919 йылдың көҙөндә Ригаға Бермондт-Аваловтың Германия яҡлы Көнбайыш ирекле армияһы һөжүм итә, ләкин Улманис хөкүмәте ҡолатылмай.

1920 йылдың 11 авгусында Ригала совет- Латвия солох килешеүе, ә 1921 йылдың 18 мартында — совет-поляк солох тураһында килешеүе төҙөлә.

1931 йылдың 3 февралендә Сеймом «Латвия баш ҡалаһы тураһында закон» ҡабул итә, Рига баш ҡала тип рәсми рәүештә иғлан ителә.

Был ваҡытта ҡалала 40 район була: (1) Иҫке ҡала, (2) Бульвар, (3) Видземе (район Эспланады), (4) Авоты, (5) Латгале (Московский форштадт), (6) Гризинькалнс, (7) Дарзини (район ул. Дунтес), (8) Ганибу, (9) Саркандаугава, (10) порт, (11) Вецмилгравис, (12) Яунмилгравис, (13) Межапарк, (14) Чиекуркалнс, (15) Земитаны, (16) Силс (Тейка, Шмерли, Межциемс), (17) Югла, (18) Пурвциемс, (19) Яньциемс (Яняварты станцияһынан тимер юлдың уң яғы), (20) Кенгарагс, (21) Острова (Закюсала, Луцавсала, Мукусала), (22) Торнякалнс, (23) Агенскалнс, (24) Кипсала, (25) Засулаукс, (26) Ильгециемс, (27) Спилве, (28) Болдерая, (29) Даугавгрива, (30) Буллю муйжа, (31) Клейстес муйжа, (32) Лачупе, (33) Анниньмуйжа, (34) Золитуде, (35) Шампетрис, (36) Биерини, (37) Ливциемс, (38) Зиепниеккалнс, (39) (40) Яунциемс[12].

География

Риганың тарихи үҙәге Даугава йылғаһының түбәнге ағымында, төньяҡ биҫтәләр Рига ҡултығының көньяҡ ярында урынлашҡан. Көньяҡ һәм төньяҡ ҡала ситтәрендәге халыҡ тығыҙлығы әҙ: һаҙлыҡ һәм батҡыл урындар ваҡытында ҡаланы һаҡлау ысулы булған. Һуңғы боҙлоҡ дәүерендә формалашҡан Рига ландшафты бәләкәй күлдәр һәм шишмәләр күп, Иҫке ҡаланан көнсығыш һәм төньяҡҡа XIX быуат аҙағында уҡ ҡомло дюнанан бушлыҡ урын алған.

Төньяҡ-көнбайыштан ҡаланы Балтик диңгеҙе уратҡан, көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта Царникав, Гаркалн һәм Стопин крайҙары, көньяҡта — Саласпилс, Кека, Олайн крайҙары, көнбайышта — Маруп, Бабит крайҙары һәм Юрмала ҡалаһы менән сиктәш. Риганан көнбайышҡа ҡарай 18 км алыҫлыҡта Рижское Взморье курорт үҙәге бар.

Климат

Климат уртаса континенталь, йәй йылы, дымлы (уртаса һауа температураһы июлдә 18,2 °C; уртаса яуым-төшөм кимәле — 85 мм), ҡыш ҡарлы була. Ҡыш көнө епшек көндәр (февралдәге уртаса һауа температураһы −3 °C), −20 °C тиклем һалҡындар ҙа була. Ҡар ҡатламы декабрь аҙағында барлыҡҡа килә һәм февраль аҙағына — март башына тиклем ята. 40 % көндәр болотло була, яуым-төшөм кимәле йылына 641 мм. Уртаса ел тиҙлеге — 4 м/с. Уртаса һауа дымлығы — 79,2 %.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C10,213,520,527,930,432,534,133,629,423,417,211,834,1
Уртаса максимум, °C−0,5−0,4411,117,320,322,92216,510,54,10,610,7
Уртаса температура, °C−2,7−30,56,312,015,418,217,312,47,32,1−1,57,0
Уртаса минимум, °C−5−5,7−2,627,110,913,713,08,74,60,1−3,63,6
Абсолют минимум, °C−33,7−34,9−23,3−11,1−5,3−1,24−0,5−4,1−8,7−18,9−31,9−34,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм393235344870827671745850669
Һыу температураһы, °C001510172123211510511
Сығанаҡ: Погода и климат, Туристический портал

Административ бүленеше

Административ райондар картаһы
Микрорайондар картаһы

Рига рәсми рәүештә күп микрорайондарҙан торған өс административ район (латыш. rajons) һәм өс биҫтәнән (латыш. priekšpilsētas) тора.

  • Курзем районы (йәшел төҫтә): майҙаны — 79 км², халҡы — 133 505 кеше.
Микрорайондары: 1. Болдерая, 2. Даугавгрива, 3. Дзирциемс, 4. Ильгюциемс, 5. Иманта, 6. Клейсты, 7. Кипсала, 8. Ритабулли, 9. Спилве, 10. Волери, 11. Засулаукс, 12. Агенскалнс.
  • Земгаль биҫтәһе (көл төҫтә): майҙаны — 41 км², халҡы — 105 090 кеше, Задвиньела урынлашҡан.
Микрорайондары: 13. Атгазене, 14. Бебербеки, 15. Биерини, 16. Бишумуйжа, 17. Катлакалнс, 18. Мукупурвс, 19. Плескодале, 20. Салас, 21. Шампетерис, 22. Торнякалнс, 23. Зиепниеккалнс, 24. Золитуде.
  • Зиемель районы (һоро төҫтә): маәҙаны — 77 км², халҡы — 80 652 кеше.
Микрорайондары: 25. Чиекуркалнс, 26. Яунциемс, 27. Кундзиньсала, 28. Мангальсала, 29. Межапарк, 30. Милгравис, 31. Петерсала-Андрейсала, 32. Саркандаугава, 33. Трисциемс, 34. Вецаки, 35. Вецдаугава, 36. Вецмилгравис.
  • Үҙәк район (ҡыҙыл төҫтә): майҙан — 3 км², халҡы — 24 547 кеше. Тарихи район — Иҫке Рига, театрҙар, музейҙар, эш үҙәктәре, үҙәк вокзал һ.б.
Микрорайондар: 37. Старый город, 38. Центр.
  • Видзем биҫтәһе (күк төҫтә): майҙан — 57 км², халҡы — 172 064 кеше.
Микрорайондар: 39. Берги, 40. Браса, 41. Брекши, 42. Букулты, 43. Дрейлини, 44. Югла, 45. Межциемс, 46. Пурвциемс, 47. Скансте, 48. Сужи, 49. Тейка.
  • Латгаль биҫтәһе (һары төҫтә): майҙаны — 50 км², халҡы — 193 287 кеше.
Микрорайондар: 50. Авоту, 51. Дарзциемс, 52. Дарзини, 53. Гризинькалнс, 54. Кенгарагс, 55. Мәскәү форштадты, 56. Плявниеки, 57. Румбула, 58. Шкиротава.

Буржуаз Латвия һәм совет осоро

1919 йылдың апрелендә Рига электротехника заводына нигеҙ һалына («VEF»).

1930 йылдарҙа «Vairogs» акционерҙар йәмғиәте төҙөлә (Рига вагондар төҙөү заводы), ул Балтика буйы илдәрендә иң эре автомобилдәр һәм тимер юл вагондары етештереүсе була.

1938 йылда Ригала 385 000 кеше йәшәгән, шуларҙың 45 000- немецтар. Германияла национал-социалистар власҡа килгәс, СССР элекке Рәсәй империяһы биләмәләрен кире ҡайтарыу буйынса эшмкәрлек алып бара башлай, ә Германия был ерҙәрҙе рейхҡа ҡушырға ниәтләй. 1939 йылда Германия менән Советтар Союзы бер-береһенә һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй, тарихҡа Молотов-Риббентроп пакты исеме менән ингән документ буйынса Германия Балтик буйын СССР өсөн мөһим биләмәләр тип таный (ваҡытлыса, сөнки һуғыш ваҡытында был биләмәләр барыбер Германия ҡулына күсергә тейеш була). Латвия һәм СССР араһындағы Дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү буйынса Латвияға СССР-ҙың сикләнгән хәрби көстәре инә. Президент Карлис Улманис был йәһәттән: «Яңыраҡ төҙөлгән килешеү…хәүефһеҙлекте нығыта»,-ти. 1940 йылдың 17 июнендә Рига урамдарында совет танктары күренә. Совет ғәскәрҙәрен оркестр, почётлы ҡарауыл һәм байрамса күтәренке кәйефле Рига граждандары ҡаршы ала. Оҙаҡламай 14 −15 июлдә (1940 йыл) һайлауҙарҙа «Хеҙмәтсән халыҡ блогы» («Darba tautas bloks») өсөн 98 % тауыш бирелә (95 % һайлаусы ҡатнаша). Оҙаҡламай Рига Латвия Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы булып китә.

Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) ваҡытында «Барбаросса» планына ярашлы фашистик Германия ғәскәрҙәре 1941 йылдың 30 июнендә Риганы ала. 1941 йылдың 25 июлендә вермахт баҫып алған Латвия ССР-ы территорияһы Латвия Генераль округы тип, ә Рига- уның үҙәге тип иғлан ителә. Округ Остланд рейхскомиссариатына инә. Округтың генераль комиссары итеп Отто Генрих Дрекслер тәғәйенләнә.

29 602 Рига йәһүден немецтар Рижское геттоһына бикләй (1941 йылдың 21 июленән), 6 378 йәһүд уға тиклем үк үлтерелә. Иҫән ҡалғандар «Рига-Кайзервальд» бикләнә, йәки Гитлер Германияһының башҡа концлагерҙарына ебәрелә.

Иҫтәлекле миҙал- «Риганы немец фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 75 йыл. 1944—2019» (Реверс). Риганы азат итеүселәргә һәйкәлдән бер композиция. Латвия, 16 октябрь, 2019 йыл

1944 йылдың 13—15 октябрендә Совет Армияһының 1-се Прибалтийский фронт, 2-се Прибалтийский фронт һәм 3-сө Прибалтийский фронт көстәре менән вермахтҡа ҡаршы Риганы алыу операцияһы (14 сентября — 22 октября 1944 года) барышында Рига фашистарҙан азат ителә. Был операция ваҡытында 150 мең совет һалдаты һәм офицеры һәләк була[13]. Риганы обороналау (1941) һәм азат итеү операциялары (1944) барышында Иҫке ҡала етди зыян күрә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Ригала хәрби әсирҙәр өсөн өс совет лагере була: № 277, 317 һәм 350. Ауыр сирле әсирҙәр өсөн 3338 һәм 4379 -сы һанлы госпиталдәр эшләй. Рига караптар төҙөү заводын 1945 йылдан алып немец әсирҙәре төҙөй, завод өсөн йөҙөп йөрөүсе доктарҙы 1946 йылда Германиянан алып киләләр. Рига электростанцияһын яңынан тергеҙеү өсөн AEG производствоһы турбиналары Катовицелағы электр станцияһынан алып киленә.

Һуғыштан һуң ҡала иҡтисады һиҙелерлек алға китә. Бында Латвия сәнәғәтенең бик күп өлкәләре була: машиналар төҙөү (Рига вагондар төҙөү), Рига автобустар фабрикаһы (РАФ, мәҫәлән, СССР-ҙағы ашығыс ярҙам машиналары), Рига моторҙар заводы «Саркана звайгзне»), радиоэлектроника (Рига электротехника заводы «ВЭФ»]], "Радиотехника"заводы RRR, «Альфа» производство берләшмәһе), химияя, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (Рига музыка ҡоралдары фабрикаһы, Dzintars Парфюмерия һәм косметика заводы , Laima Рига кондитер фабрикаһы, Страуме Рига электр көнкүреш техникаһы һәм уйынсыҡтар етештереү заводы һ.б..). Рига ГЭС-ы, бер нисә ТЭЦ. Коммунистик субботниктарҙа эшләп алған аҡсаға Ригала «Гайльэзерс» дауахана комплексы һәм 1-се балалар клиник дауаханаһы төҙөлә[14].Сәнәғәттең йылдам үҫеүе ҡала халҡы һанының 228 мең кешенән (1945) 909 кешегә тиклем үҫеүенә килтерә (1990 йыл, башлыса, СССР-ҙың башҡа төбәктәренән күсеп килеүселәр иҫәбенә).

1991 йылда Латвия яңынан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Рига суверенлы Латвия Республикаһы баш ҡалаһына әйләнә.

2014 йылда Рига Европаның мәҙәни үҙәктәренең береһе тип атала[15].

Халҡы

Ригаға ингән урындағы яҙыу

Халыҡ миграцияһы

Рига —Балтик илдәрендәге иң ҙур ҡала, ләкин 1990 йылдан һуң унда йәшәгән халыҡ һаны ныҡ әҙәйә һәм был процесс әле лә дауам итә. Башта был башҡа төбәктәрҙән килгән халыҡтың Латвиянан китеүе менән бәйле булһа, һуңыраҡ —Латвия граждандарының Евросоюз илдәренә эмиграцияһына, күп Рига кешеләренең Рига агломерацияһына ингән муниципалитеттарға күсенеүенә һәм шулай уҡ бөтә милләт вәкилдәре араһында ла тыуымдың әҙ булыуына бәйле.

Үҙәк статистика идаралығының 2020 йылдағы мәғлүмәттәре буйынса ҡалала 627 487 кеше йәшәй.[16] 2020 йылда 65 йәштән оло кешеләр дәүмәле 20,7 % (130 060 кеше), 14 йәштән йәшерәктәр 15,6 % (97 862 кеше) тәшкил итә.[16]

Үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 2017 йылда 641 423 кеше йәшәгән[2] йәки Халыҡ регистры мәғлүмәте буйынса 698 086 кеше булған (Гражданлыҡ һәм миграция эштәре буйынса идаралығы, МВД)[17].1767 йылдан алып бөгөнгәсә халыҡ һаны[18]:

ЙылХалыҡ
176719 500
180029 500
184060 000
1867102 590
1881169 329
1897282 230
1913472 068
1920185 137
1925337 699
1935385 063
1939347 800
ЙылХалыҡ
1941335 200
1945228 200
1950482 300
1955566 900
1959580 423
1965665 200
1970731 831
1975795 600
1979835 475
1987900 300
1989915 106
ЙылХалыҡ
1990909 135
1991900 455
1992889 741
1993863 657
1994843 552
1995824 988
1996810 172
1997797 947
1998786 612
1999776 008
2000764 329
ЙылХалыҡ
2001756 627
2002747 157
2003739 232
2004735 241
2005731 762
2006727 578
2007722 485
2008717 371
2009713 016
2010706 413
ЙылХалыҡ
2011658 640
2012649 853
2013643 615
2014643 368
2015641 007
2016639 630
2017641 423
2018637 971
2019632 614
2020627 487[19]

Ҡала халҡы динамикаһы графикта түбәндәгесә күренә

Милли составы

Ригала латыштар (46,3 %, 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу), урыҫтар (40,2 %), белорустар (3,9 %), украиндар (3,5 %), поляктар (1,9 %) һ.б. йәшәй.Ҡала халҡының милли составы 1989, 2000 һәм 2011 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[20][21][22], 2020 йыл башына булған мәғлүмәттәр буйынса[23]:

милләтекеше
(1989)
%кеше
(2000)
%кеше
(2011)
%кеше
(2020)
%
всего910 455100,00 %764 329100,00 %658 640100,00 %627 487100,00 %
латыши331 93436,46 %313 36841,00 %305 11746,33 %296 33247,2 %
в том числе латгальцы[24]29 3934,46 %
русские430 55547,29 %335 43143,89 %264 80840,21 %226 21836,1 %
белорусы43 6314,79 %35 7914,68 %25 5353,88 %22 8603,7 %
украинцы43 6414,79 %31 8994,17 %22 7373,45 %21 5623,4 %
поляки16 6531,83 %15 9802,09 %12 2081,85 %10 8831,7 %
литовцы7 0120,77 %6 5300,85 %5 4500,83 %4 9960,8 %
евреи18 8122,07 %8 2541,08 %4 8100,73 %
немцы1 0540,11 %1 3860,18 %1 0580,2 %
эстонцы8290,1 %7030,1 %
цыгане9280,1 %6980,1 %
ливы870,01 %
другие18 2172,00 %17 0762,23 %17 8882,72 %42 1776,7 %

Латвия гражданлыҡ һәм миграция эштәре идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 2017 йылдың 1 июленә Рига халҡының этник сотавы түбәндәгесә[25]:

Латыштар Рига микрорайондарында (%,2011 йыл)
Рига микрорайондарында рустар (%,2011 йыл)

2012 йылда үткән референдум ваҡытында тауыш биргән Рига халыҡының 61,6 %[26] урыҫ телен икенсе рәсми тел тип иғлан итеүгә ҡаршы була (Латвия буйынса «ҡаршы» — 74,8 %). Урыҫ теле тип аталған халыҡ совет осоронда төҙөлгән микрорайондарҙа йәшәй, ә латыштар —ҡала үҙәгендәрәк һәм шәхси йорттарҙан торған райондарҙа. Латыштар иң күбе Риганың Үҙәк районында (60,9 % населения), ә иң әҙе Курземе районында (36,4 %) йәшәй.

Рига халҡы туған теле буйынса (1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса):[27]

национальностьчел.
(1897)
%
всего282 230100,00 %
латыши127 04645,02 %
немцы67 28623,84 %
русские44 45215,75 %
евреи16 9226,00 %
поляки13 4154,75 %
литовцы6 3622,25 %
эстонцы3 7021,31 %
белорусы7300,26 %

Телдәр

2011 йылда халыҡтың башлыса өйҙә ҡулланған теле буйынса бүленеше[28][29]

ТелИҫәбе!%% от указавших
рус326 47849,57 %55,80 %
латыш254 18838,59 %43,44 %
шул иҫәптән латгал[28]29 3934,46 %5,02 %
украин7020,11 %0,12 %
литва5630,09 %0,10 %
поляк4960,08 %0,08 %
белорус2270,03 %0,04 %
башҡа2 4770,38 %0,42 %
күрһәтелгән585 13188,84 %100,00 %
күрһәтелмәгән73 50911,16 %
Бөтәһе658 640100,00 %

Рига халҡының тел буйынса динамикаһы 1867—1930 йылдарҙа һәм 2011 йылда (туған тел, йәки көнкүрештә ҡулланған тел буйынса)[29][30][31]:

Язык186718811897191319302011
русский25 772 (25,1 %)31 976 (18,9 %)43 338 (16,9 %)99 985 (21,2 %)29 696 (7,86 %)326 478 (49,57 %)
латышский24 199 (23,6 %)49 974 (29,5 %)106 541 (41,6 %)187 135 (39,6 %)227 842 (60,29 %)254 188 (38,59 %)
немецкий43 980 (42,9 %)66 775 (39,4 %)65 332 (25,5 %)78 656 (16,7 %)44 105 (11,67 %)
идиш5254 (5,1 %)14 222 (8,4 %)16 521 (6,5 %)21 231 (4,5 %)42 328 (11,2 %)
эстонский872 (0,9 %)1565 (0,9 %)3532 (1,4 %)6721 (1,4 %)2443 (0,65 %)
литовский5853 (2,3 %)25 824 (5,5 %)6817 (1,8 %)563 (0,09 %)
польский12 869 (5 %)35 621 (7,5 %)16 574 (4,39 %)496 (0,08 %)
прочие*2513 (2,4 %)4048 (2,4 %)1772 (0,7 %)16 895 (3,6 %)8112 (2,14 %)3406 (0,52 %)
нет данных769 (0,5 %)130 (0,1 %)73 509 (11,16 %)
Бөтәһе102 590 (100 %)169 329 (100 %)255 879 (100 %)472 068 (100 %)377 917 (100 %)658 640 (100 %)

*В данных за 1881 г. польско- и литовскоговорящие жители включены в эту группу.

Башлыҡтары

Иҡтисады

Рига порты
Рига фонд биржаһы

Рига — Латвияның иң ныҡ үҫешкән төбәге. Ҡалала ил предприятиеларының 60 % урынлашҡан һәм хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 50 % йәшәй. Айырып әйткәндә, аҙыҡ-түлек, ағас эшкәртеү, текстиль, химия фармацевтика сәнәғәте үҫешкән. Ригаға сит ил инвестициялары йылдан йыл күбәйә, был ҡаланы профилле күргәҙмәләр үткәреү өсөн мөһим урын итә[32].

Латвияның бөтә иң ҙур предприятиелары тиерлек Ригала урынлашҡан, мәҫәлән, дәүләт энергия һатыу компания («Latvenergo»), газ монополияһы («Latvijas Gāze»), тимер юл компанияһы («Latvijas dzelzceļš»), дәүләт почта предприятиеһы («Latvijas Pasts»), «Latvijas Mobilais Telefons» (LMT), «TELE2», «Bite Latvija» мобиль элемтә операторҙары һәм «airBaltic» авиакомпанияһы.

Илдәге берҙән-бер фонд биржаһы NASDAQ OMX Riga ла Рига ҡалаһында урынлашҡан. Латвияның бөтә финанс учреждениелары ла тиерлек, шул иҫәптән илдең үҙәк банкы- Латвия Банкы, Ригала урынлашҡан. Европа берлеге (Евросоюз) ағзаһы булыу Латвияға Европа илдәре менән, бигерәк тә Германия, Шеция һәм Бөйөк Британия менән, сауҙа бәйләнештәрен арттырырға мөмкинлек бирә. Рәсәй Латвияның традицион сауҙа партнёры булып ҡала.

Туризм —ҡала килеменең төп сығанаҡтарының береһе;Латвияға килгән туристарҙың 90 % Ригаға килә.

Транспорт

Рига аэропорты— Балтик буйындағы иң ҙур аэропорт
Škoda 24Tr Irisbus троллейбусы
Трамвай
Абренес урамында ҡуласа
Даугава аша тимер юл күпере

Рига — Балтик буйында мөһим халыҡ-ара транспорт узелы (Скандинавия һәм Көнсығыш Европа, Финляндия һәм Үҙәк Европа араһында E67 Европа маршруты Via Baltica, һәм Балтик буйы илдәре араһында).Рига тимер юл күпере— Ригала һаҡланып ҡалған күперҙәрҙең иң тәүгеһе, ҡала биләмәһендә Даугава аша берҙән-бер тимер юл күпере.

Тимер юл

Рига тимер юл вокзалы (латыш. Rīgas dzelzceļa stacija)- иң мөһим транспорт ҡапҡаһы, бынан поездар Мәскәү һәм Санкт-Петербург яғына йөрөй (Рәсәй), Минск (Белоруссия), Киев (Украина, Елгава аша). Пассажирҙарҙы «Pasažieru vilciens» компанияһы хеҙмәтләндерә.

Автобус хәрәкәте

Бынан тыш Рига халыҡ-ара автовокзалы бар (латыш. Rīgas starptautiskā autoosta), ул ҡала яны һәм күрше илдәр һәм Европа берлеге илдәренең күбеһе менән халыҡ-ара автобус бәйләнешен тәьмин итә.

Һауа транспорты

Рига аэропорты (латыш. Starptautiskā lidosta «Rīga») —1973 йылда төҙөлгән Балтик буйындағы иң ҙур аэропорт, ул 82йүнәлештә эшләй. 1993 йылда йылына 310 000 пассажир хеҙмәтләндерелһә, 2009 йылда 4 миллионға етә(проект буйынса йылына 2,5 млн), шул сәбәпле «airBaltic» 92 миллион евролыҡ яңы терминал төҙөү планлаштырыла.

Диңгеҙ транспорты

Рига порты (латыш. Rīgas Pasažieru termināls) Скандинавия һәм Төньяҡ Германия менән бәйләнеште тәьмин итә.

Автомобиль транспорты

Латвия автомобиль юлдары селтәре үҙәк узелы Ригала урынлашҡан. Таш күпер Иҫке ҡаланы (Рига) Даугаваның икенсе яры менән тоташтыра. Утрау күпере Мәскәү форштадтты Закюсала утрауы аша Даугаваның икенсе яҡ яры менән, ә Аҫмалы (Вантовый) күпер Иҫке ҡаланы Кипсала аша Даугаваның икенсе яры менән тоташтыра.

2008 йылда Даугава аша яңы Көньяҡ күперҙең беренсе өлөшөндә хәрәкәт асыла . Был Балтик буйы илдәрендәге һуңғы 20 йылдағы иң ҙур төҙөлөш (оҙонлоғо 27—30 км булған төньяҡ урау юл (латыш. Ziemeļu koridors))

Йәмәғәт транспорты

Йәмәғәт транспорты предприятиеһы Rīgas satiksme Ригала трамвай (8 маршрут, паркта 253 вагон), автобустар (53 маршрут, 480 машина) һәм троллейбус (18 маршрут, 300 яҡын машина) хәрәкәтен тәьмин итә. 1973 йылдан[33] Ригала троллейбус поездары йөрөй[34][35] Владимира Веклича[36][37].

2013 йылдан Ригала маршрут такси хеҙмәте монополияһы индерелгән.

Һыу (йылға) транспорты: планлаштырыла.[38]

Велосипед

«Sixt» автоматик велосипtд менән ҡулланыу системаһы ҡала үҙәгендә 17 велосипед алып тороу (прокат) пунктынан ғибәрәт.

Мәҙәниәт

2010 йылда Рига 2014 йылға Европа мәҙәниәт баш ҡалаһы тип һайлана. Шул айҡанлы бер нисә инфраструктура проекты тормошҡа ашырыла башлай: Латвия милли китпханаһы (латыш. Latvijas Nacionālā bibliotēka, Гуннара Биркерт проекты буйынса), концерт залы (латыш. Koncert zale), ул Латвия милли симфоник оркестры базаһы буласаҡ , Хәҙерге заман сәнғәте музейы (латыш. Laikmetīgās mākslas muzejs, Андрейсалалағы элекке электростанция бинаһында).

Театрҙар

Латвия милли операһы

— Латвия Милли опера театры (латыш. Latvijas Nacionālā opera) 1919 йылдың ғинуарында асыла, элекке немец театры бинаһында (1860—1863) урынлашҡан. 1922 йылдан балет труппаһы бар.

— 1919 йылда Латвия милли театры асыла. Ул элекке Икенсе Рус театры бинаһында урынлашҡан (1902 йылда хәйриә аҡсаһына төҙөлгән).

— Михаил Чехов исемендәге рус театры (латыш. Mihaila Čehova Rīgas Krievu teātris) —1883 йылда асылған ҡалалағы иң тәүге театрҙарҙың береһе.

— 1920 йылда асылған «Дайлес» (латыш. Dailes teātris) театрында хәҙерге заман сит ил авторҙары пьесаларын ҡуялар.

— 1944 йылда Латвия ҡурсаҡ театры (латыш. Latvijas Valsts Leļļu teātris)балалар өсөн спектаклдәр күрһәтә.

− 1992 йылда Яңы Рига театры (латыш. Jaunais Rīgas teātris) асыла.

Музейҙар

— Латвия оккупация музейы (латыш. Latvijas Okupācijas muzejs) 1970 йылдарҙа төҙөлгән бинала урынлашҡан. Советтар Союзы һәм Германия ҡулында булған осор тарихы музейы (1940—1991).

— Сит ил сәнғәте музейы (латыш. Ārzemju mākslas muzejs) — Латвиялағы иң ҙур XVI—XXI быуат сәнғәт әҫәрҙәре һаҡланған музей.

  • Латвия милли музейы (латыш. Latvijas Nacionālais mākslas muzejs).

-Дары башняһында Латвия хәрби музейы (латыш. Latvijas Kara muzejs)- армия тарихы музейы.

-Латвия йәһүдтәре музейы (латыш. Muzejs Ebreji Latvijā) — XVIII быуаттан 1941 йылға тиклемге Рига йәһүдтәре тарихы.

-Латвия тарихи музей экспозицияһы (латыш. Latvijas Vēstures muzejs) — Рига замогында таш быуаттан беҙҙең заманға тиклем.

-Латвия тәбиғәт тарихы музейы (латыш. Latvijas Dabas muzejs)

-Рига моторҙар музейы экспозицияһы (латыш. Rīgas Motormuzejs) — XX быуаттағы 80 автомобиль һәм 100 мотоцикл һәм мопед XX .

-Рига һәм диңгеҙселек тарихы музейы]] (латыш. Rīgas vēstures un kuģniecības muzejs). Уға Менцендорф йорто ла инә (латыш. Mencendorfa nams) —тарихи торлаҡ һәм сауҙа йорто.

— Рига югендстиль музейы- югендстиль архитектураһы һәм декоратив стиленә бағышлана (модерн).

Ригала 44 яҡын музей һәм уға оҡшаған учреждениелар.[39]

Музыка

XVIII быуатта Риге Европа музыка8ы сёскё атыу осоро башлана. 1760 йылда Рига музыка йәмғите төҙөлә. и частных оркестров, таких как у Барона Отто Герман Фитингофатың шәхси оркестры нигеҙендә 1782 йылда опера театры төҙөлә. XIX быуатта Ригала немец музыкаһы традицияһы һәм латыш фольклоры (йыр) традициялары үҫә. 1837—1839 йылдарҙа Рига опера театрында Рихард Вагнер капельмейстер була, ҡайһы бер ваҡыт бында дирижёр булараҡ Лео Блех сығыш яһай.

1919 йылда Язел Витол исемендәге Латвия дәләт консерваторияһына нигеҙ һалына, унда әле 500-гә яҡын студент уҡый.

1993 йылда Ригала бойондороҡһоҙ Латвияла милли йыр байрамы ойошторола. Тәүге тапҡыр бындай байрам 1873 йылда ойошторолғаны билдәле. 2003 йылда өс Балтика буйы илендә йыр байрамы үтте. Улар ЮНЕСКО-ның кешелектең ауыҙ-тел һәм рухи ҡомартҡылары шедеврҙары исемлегенә индерелгән. 2008 йылда Ригала XXIV Милли йыр байрамы үтте. Был байрамда иң яҡшы хорҙар бер-береһе менән көс һынашты.2003 йылда Ригала «Евровидение» үтте.

Архитектура

Иҫке ҡала (Рига)
Лив майҙаны

1997 йылда Риганың модрен стилендәге архитектура ҡомартҡылары һәм XIX быуат ағастан яһалған архитектура өсөн үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә.[40]Ләкин Даугаваның һул яҡ ярында ҡала төҙөү (Кипсала утрауында), бейек биналар төҙөү ҡаланың дөйөм күренешенә зыян килереү ҡурҡынысы янай тип ЮНЕСКО менән ИКОМОС эксперттары был пландарҙы ҡире ҡарауҙы һорай.[41].

Рига- ғәҙәти урта быуаттар ҡалаһы, уны Бульвар ҡуласаһы уратып алған, һәм яңы ҡала- унда урамдар заманса планлаштырылған.[41].

Домский собор

Иҫке Рига (латыш. Vecrīga) — Риганың тарихи һәм географик үҙәге. Ул Даугаваның уң яҡ ярында урынлашҡан, боронғо ҡәлғә һыҙаттары, хәрби ҡоролмалар һәм валдар урындары (1857—1863 йылдарҙа уларҙы һүткәндәр) әле ләайырылып тора. Ҡала стенаһын һүткәс, асыҡ майҙандар барлыҡҡа килә, бында ҡала паркы һәм каналы (латыш. Pilsētas kanāls) булдырыла, улар Иҫке Риганы яңы ҡаланан айырып тора.

Иҫке ҡаланың үҙәге- Ратуша майҙаны(латыш. Rātslaukums), на которой находятся Рижская ратуша (латыш. Rīgas rātsnams) һәм Ҡарабаштар йорто(латыш. Melngalvju nams). Был йорт Икенсе донъя һуғышы ваҡытында емерелгән һәм 1999 йылда ғына яңынан тергеҙелгән. Готика стилендәге, фасады нидерланд стилендәге йортто 1334 йылда төҙөй башлағандар, 1447 йылдан ул Ҡарабаштар берләшмәһенең йәйылыштары урыны була. Уның алдындағы майҙанда Роланд стауяһы тора.

1211 йылда епископ Альберт Буксгевден Рига Дом соборына (епископ соборы) (латыш. Rīgas Doms) нигеҙ һала. Уның төп өлөшө XIV—XV быуаттарҙа төҙөлә. 1776 йылдан алып уның бейеклеге 90 метр (күп тапҡыр емерелеү сәбәпле), 1590 йылда төҙөлгән ағас үҙәк башня бейеклеге 140 м еткән. XIX быуат аҙағында унда донъялағы иң ҙур һәм иң яҡшы органдарҙың береһе тип һаналған орган ҡуйыла. Изге Пётр сиркәүе (латыш. Rīgas Svētā Pētera baznīca) (1209) ла бер нисә тапҡыр емерелә, һуңғы тапҡыр — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында. 1225 йылда тәүге тапҡыр Изге Екаб (Яков) (латыш. Rīgas Svētā Jēkaba katedrāle) сиркәүе иҫкә алына, 80 м бейеклектәге башнялы был сиркәү- Рига католик кафедраль соборы. 1582 йылда уны Польша короленән һатып алып, иезуиттарға биргәндәр.

Рига замогында (латыш. Rīgas pils) Латвия президенты резиденцияһы урынлашҡан. Замок 1330 йылда Ливон ордены рыцарь-монахтарына бирелгән.

1867 йылда Флоренция стилендәге йортта Латвия сеймы — Латвия парламенты урынлашҡан. Дары башняһы (латыш. Pulvertornis) районында ҡала нығытмалары ҡалдыҡтары тороп ҡалған (1650). Тарихи ҡомартҡыларҙан Рига фонд биржаһын (1852), Конвент ихатаһын (латыш. Konventa sēta, XIII быуат), Өс туған биналар комплексы (XV—XVII быуаттар), Швед ҡапҡаһы (латыш. Zviedru vārti), Кесе гильдия бинаһы (латыш. Mazā Ģilde) һәм Оло гильдия бинаһы (латыш. Lielā Ģilde), Менцендорф йорто (латыш. Mencendorfa nams, 1695) һәм Данненштерн йортон (латыш. Dannenšterna nams) атарға була.

Иҫке ғала менән Яңы ҡала араһында 1935 йылдан алып 42 м бейеклек Азатлыҡ һәйкәле (латыш. Brīvības piemineklis, автор Карл Зале) тора.

XX быуат башында ҡаланы уратып бер нисә мөһим бина төҙөлә: Латвия милли театры, Һынлы сәнғәт музейы, неоготика стилендәге Латвия художество академияһы (латыш. Latvijas Mākslas akadēmija, 1905 й.), Университет. 1876—1884 йй.- яңы Византия стилендәге Христорождественский собор (Рига) (латыш. Rīgas Kristus Piedzimšanas pareizticīgo katedrāle). Элизабетес һәм Альберт урамдарында модерн стилендәге матур йорттар күп.

Мәскәү форштадтында цеппелиндар өсөн эллингтар бар, улар Үҙәк баҙар итеп үҙгәртелгән. 1958 йылда Сталин высоткалары тибындағы Фәндәр Академияһы бинаһы, ағас лютеран сиркәүе, классик стилдәге Иисус сиркәүе һәм башҡа төрлө дәүерҙәргә ҡараған архитектура ҡомартҡылары бар.XX быуат башында Межапарк дачалар биҫтәһе төҙөлә (төньяҡта, урманда).

Закюсала дюналар утрауында 368,5 метр бейеклек Рига телебашняһы төҙөлгән, ул Европалағы иң ҙур ҡоролмаларҙан һанала.

Даугавның һул яғы — Пардаугава —бер- йәки ике ҡатлы шәхси йорттарҙан торған район. Калнциема урамында тотош бер кварталда XIX быуаттағы йорттар реставрацияланған.

  • Туғандар ҡәберлеге (1924-36) һәм Азатлыҡ һәйкәле(1931—1935)
  • В. И. Ленин һәйкәле (1947—1950, арх. Э. Шталберг)
  • Р. Блауманис һәйкәле (1929)
  • Я. Райнис һәйкәле Райнис зыяратында (1934) һәм Коммунарҙар паркында (1958—1965)

Спорт

2006 йылда «Арена Рига» спорт аренаһы төҙөлә ( 14 500 урынлыҡ). «Динамо-Рига» клубының төп йорто.

«Сконто-Рига»- иң уңышлы сығыш яһаусы Латвия футбол клубы. 2000 йылда «Сконто» спорт аренаһы төҙөлгән (латыш. Skonto stadions, 10 000 урынлыҡ).

«ТТТ Рига» баскетбол клубы – Европа ҡатын-ҡыҙҙар баскетболында иң билдәле клубтарҙан һанала. «Баронс/ЛМТ» һәм «ВЭФ» баскетбол ирҙәр клубтары . «Сконто-Рига» баскетбол клубы «Сконто» аренаһын (6500 урынлыҡ) арендалай, ул 1999 йылда төҙөлгән.

Панорама

Рига панорамаһы Латвия Фәндәр академияһынан

Парктар һәм ял итеү урындары

  • Ҡала уртаһында Верман баҡсаһы (латыш. Vērmanes dārzs) урынлашҡан—ул Наполеон ғәскәре менән һуғыш ваҡытында яндырылған өйҙәр урынында 1814 йылда асылған, уға Анна Верман исеме бирелгән.

- Ҡала каналы буйы (латыш. Kanālmalas apstādījumi)|5|08|2013}}, шулай уҡ Бастион тауы ла инә.

— Виестура баҡсаһын 1721 йылда Пётр I әмере буйынса булдырылған.

— Коюсалас баҡсаһы —XVIII быуатта буласаҡ Мәскәү форштадты биләмәһендә булдырылған.

— Элизабетес урамында Кронвалд паркы, уның өсөн участокты Александр II Немец мәргәндәр йәмғиәтенә бүләк иткән.

— Эспланад паркы.

— Еңеү паркы −36,7 гектар. 1985 йылда бында 79 м Еңеү монументы ҡуйылған.

— Диңгеҙ кимәленән 28 м Дзегужкалнс паркы, 6,4 га дюнала урынлашҡан.

— Межапаркс- урман зяраттары, унда бер нисә ҡараулы Туғандар ҡәберлеге бар.

— Рига зоопаркы (латыш. Rīgas Zooloģiskais dārzs) — 3000 йәнлек ҡарала.

Мәғариф һәм фән

Латвийский университет

— Латвия Фәндәр Академияһы (латыш. Latvijas Zinātņu akadēmija),

— Латвия органик синтез институты,

— Физик энергетика институты,

— Латвия университетының ҡаты есем физикаһы институты,

— Ағас химияһы институты,

— А. Кирхенштейн исемендәге микробиология һәм вирусология институты

Фәнни эш менән шулай уҡ университеттар ҙа шөғөлләнә.

1919 йылда Латвия университеты (1862 йылда асылған политехник университет нигеҙендә) (латыш. Latvijas Universitāte). 1958 — Рига техник университеты (латыш. Rīgas Tehniskā universitāte, 16 900 студент). Страдынь исемендәге Рига университеты (латыш. Rīgas Stradiņa universitāte, 2002 й., медицина университеты). Художество академияһы һәм Транспорт һәм элемтә институты.

1998 йылда Стокгольм иҡтисад мәктәбенең филиалы- Рига хоҡуҡ юғары мәктәбе асыла. Бынан тыш консерватория, башҡа вуздар, Гёте исемендәге институт.

СМИ

Рига —илдең бик мөһим мәғлүмәт үҙәге. Ул бик күп теле-һәм радиокналдарҙың штаб-квартираһы (Latvijas Televīzija (LTV) , Latvijas Radio, шәхси аналдар LNT, TV3 Latvia, рус телендәге ПБК Латвия һәм ТВ5 Рига.

Көн дә «Диена» һәм «Латвияс авизе» гәзиттәре сыға. Ригала инглиз телендә ай һайын The Baltic Times , урыҫ телендә Meduza интернет- баҫма сыға.

Ригала бихисап радоканалдар эшләй.

Тарих

Рига XVI быуатта

Бөйөк Ватан һуғышы

  • 25 июндә 4-се танк төркөмө Екабпилс һәм Даугавпилс ҡалаларына, ә Вермахтың 18-се армияһы Ригаға һөжүм итә.
  • 1 июлдә 18-се немец армияһы Риганы баҫып ала.
  • 19411944 — Рейх комиссариатының баш ҡалаһы Остланд яулап алына.
    • 37-се уҡсы дивизияһы Риганы азат итеүҙә ҡатнаша.
  • 19441990 — Латвия ССР-ның баш ҡалаһы.
  • 1991 йылдан — Латвияның баш ҡалаһы.

Мәҙәниәт

2010 йылда Рига 2014 йылға Европаның мәҙәни баш ҡалаһы исемен ала. Шуға бәйле бер нисә проект тормошҡа ашырыла башланы: Латвия милли китапханаһы (латыш. Latvijas Nacionālā bibliotēka) Гуннар Биркерт проекты буйынса, концерт залы (латыш. Koncert zale), заман сәнғәте музейын (латыш. Laikmetīgās mākslas muzejs) Андрейсалдың элекке электростанцияһында төҙөү.

Ҡалала тыуған билдәле кешеләр

Латыштар

  • Альфред Леп, ВКП (б) Татарстан өлкә комитеты 1-се секретары (19331937).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 852
рус.англ.фр.

Сығанаҡтар

  • Рига и Рижское взморье: Краткий путеводитель / Худ. К. Гольдман. — Изд. 3-е, испр. и доп. — Рига: Латгосиздат, 1954. — 192 с. — 60 000 экз. (в пер.)
  • Бобе М. Евреи в Латвии. — Рига, 2006. ISBN 9984-9835-3-6
  • Зильберман Д. «И ты это видел». — Рига: «BOTA», 2006. С. 50-59 ISBN 9984-19-970-3
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә