Ранко Маринкович

Ранко Маринкович (хорв. Ranko Marinković, 22 февраль 1913 йыл — 28 ғинуар 2001 йыл) — хорват прозаигы, шағир, драматург, эссе оҫтаһы, тәнҡитсе һәм сәйәсмән. Король Дмитар Звонимирҙың Ҙур ордены кавалеры.

Ранко Маринкович
хорв. Ranko Marinković
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Хорватия
 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө22 февраль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыныКомижа[d], Сплитско-Далматинская жупания[d], Хорватия
Вафат булған көнө28 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][3][4][…] (87 йәш)
Вафат булған урыныЗагреб, Хорватия
Ерләнгән урыныКомижа[d]
Һөнәр төрөдраматург, яҙыусы, романист, сәйәсмән
Эш урыныЗагреб университеты[d]
Уҡыу йортоФилологический факультет Загребского университета[d]
Префикс титулаакадемик[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы2001
Ойошма ағзаһыХорват фән һәм сәнғәт академияһы һәм Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Ранко Маринкович 1913 йылдың 22 февралендә Хорватияның (ул саҡта Австро-Венгрия Вис утрауында урынлашҡан Комиж ҡалаһында тыуған һәм шунда башланғыс мәктәпте тамамлай. Урта белемде Сплит һәм Загребта ала, 1931 йылда Загреб университетының философия факультетына уҡырға инә, роман телдәре һәм психология менән ҡыҙыҡһына һәм 1935 йылда диплом ала. Загребтың әҙәбиәт даирәһенә Маринкович үҙенең новеллалары һәм пьесалары менән килеп инә. 1930 йылдар аҙағында Мирослав Крлеждың «Матбуғат» журналында уның беренсе сәсмә әҫәрҙәре донъя күрә. 1939 йылдың мартында Загребтағы Хорват милли театрында уның «Альбатрос» тигән пьесаһы ҡуйыла. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Сплитта итальян фашистары тарафынан Маринкович ҡулға алына һәм ул Феррамонт (Калабрия) лагерына тотҡонлоҡҡа ебәрәлә. Италия үҙенең еңелеүен танығындан һуң, 1943 йылда Бариға килә, унан Синайҙағы Эль-Шатт ҡасаҡтар лагерына барып юлыға һәм унда Тито партизандары менән бәйләнеште яйға һала. 1945 йылда тыуған иленә ҡайта һәм Хорватия Республикаһы Халыҡ мәғарифы министрлығына эшкә урынлаша. Хорватия Дәүләт нәшриәтендә эшләй. 1946—1950 йылдарҙа Загребта Хорватия милли театрында драма бүлеге директоры була. 1951 йылда Театр сәнғәте академияһының профессоры булып китә, пенсияға сыҡҡанға тиклем шунда эшләй.

1948 йылда хорват Яҙыусылар союзы инә, ә 1983 йылдан — Хорват фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы.

Уның иң билдәле әҫәрҙәре — Католик сиркәүен тәнҡитләгән «Глория» пьесаһы, һәм ярым автобиографик романы — «Циклоп». Был әҫәрҙәрҙә Югославияға Ось илдәре ғәскәрҙәре баҫып инере алдынан Загребта зыялыларының ауыр тормошон нескә юмор һәм ирония менән һүрәтләй. Роман бик күп телдәргә тәржемә ителгән. 1982 йылда хорват режиссёры Антун Врдоляк «Циклоп» әҫәрен экранға сығара, ә һуңғараҡ уны телесериалға әйләндерә.

Ранко Маринкович шулай уҡ кинолағы эштәре менән дә танылыу яулай. Ул өс фильмға — «Яланғас кеше» (1968), «Циклоп» (1982), «Карнавал, фәрештә һәм дары» (1990) һәм «Глория» телефильмына (1970) сценарий яҙа.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ранко Маринкович Франьо Туджмандың сәйәси ҡараштарын яҡлай һәм Загреб ҡала советнында Хорват демократик берләшмәһе депутаты була. 1965 йылда Маринкович «Циклоп» романы өсөн Белградта сыҡҡын «НИН» гәзите премияһына лауреаты булыуға ирешә. 1965 һәм 1975 йылдарҙа — Владимир Назор премияһы лауреаты. 1995 йылда Маринкович — король Дмитар Звонимирҙың Ҙур ордены кавалеры. «Циклоп» һәм «Never more» романдары Иван Горан Ковачич премияһы менән бүләкләнә.

1991 йылдарҙа «Večernji list» тигән загреб гәзите иң яҡшы һәм иң ҡыҫҡа новелла өсөн Ранка Маринкович исемендәге премия булдыра.

2001 йылдың 28 ғинуарында Хорватияның баш ҡалаһы Загребта вафат була.

Библиографияһы

  • Albatros (1939.)
  • Proze (1948.)
  • Braća rođaci ni Ni (1949.)
  • Oko Božje (1949.)
  • Pod balkonima (1953.)
  • Ruke (1953.)
  • Glorija (1955.)
  • Poniženje Sokrata (1959й.)
  • Kiklop (1965.)
  • Politeia (1977й.)
  • Zajednička kupka (1980.)
  • Pustinja (1982.)
  • More Never (1993й.)

Эссе

  • I Geste grimase (1951.)
  • Klauna Nevesele oči (1986.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә