Раев Ринат Афраем улы

Раев Ринат Афраем улы (26 июнь 1966 йыл) — мосолман дин әһеле. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандары Төбәк Диниә назараты рәйесе (2005 йылдан), Рәсәй Ислам университеты ректоры (2003—2015).

Раев Ринат Афраем улы
Тыуған көнө

26 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы, Ҡарас ауылы

Эшмәкәрлеге

Рәсәй Ислам университеты ректоры, Урал федераль округының баш мөфтөйө

Биографияһы

1966 йылдың 26 июнендә Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Ҡараһыу ауылында тыуған. 1983 йылда Мансур ауылы урта мәктәбен тамамлай[1].

1983 йылда Троицк зооветеринария техникумына уҡырға керә. 1984—1986 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1988 йылда Троицк зооветеринария техникумын тамамлай[1].

1993 йылда «Ветеринария» һөнәре буйынса Троицк ветеринария институтын тамамлай. 1993—1995 йылдарҙа Троицк ҡалаһында мәҙрәсәлә белем ала, имам-хатип булып китә[1].

1995 йылдан Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты Баш мөфтөйөнөң яуаплы сәркәтибе, эштәр идарасыһы булып эшләй[1].

1996—1999 йылдарҙа «Теология» һөнәре буйынса Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәлә уҡый. Бер үк ваҡытта мәҙрәсәлә уҡыта һәм уҡыу бүлеге буйынса мөдире була.

1999—2003 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдин исемендәге Рәсәй Ислам институты директоры була, институтты университетҡа үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша[2].

2003—2015 йылдарҙа Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй Ислам университеты ректоры була.

Бер үк ваҡытта 2005 йылдан — Аҡ мәсеттең (Силәбе) баш имам-хатибы, 2006 йылдан – Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандары Төбәк Диниә назараты рәйесе (мөфтөйө), «Һилал» гәзитенең мөхәррире. 2006—2007 йылдарҙа Урал федераль округының баш мөфтөйө. Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы, Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы Йәмәғәт советы, Силәбе өлкәһе Эске эштәр дәүләт идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[1].

2007 йылдың ноябренән Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты Баш мөфтөйөнөң мәғариф һәм кадрҙар әҙерләү буйынса урынбаҫары[3].

Сафакүл ауылында мәҙрәсә асыу проектын атҡара[1].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә