Призма (оптика)

Призма — оптикала: үтә күренмәле материалдан яһалған, яҫы шымартылған ҡырлы геометрик призма формаһындағы оптик элемент. Яҡтылыҡ нуры призмала һына.

Призма төрҙәре

Дисперсион призмалар

Призмала яҡтылыҡ дисперсияһы
Призмала яҡтылыҡ дисперсияһы

Дисперсион призмаларҙы спектраль йыһазларҙа төрлө оҙонлоҡтағы тулҡындар нурланыштарын киңлектә айырыу өсөн ҡулланалар.

  • Ябай өс ҡырлы призма
  • Броунинг-Рузерфорд призмаһы
  • Аббе дисперсион призмаһы
  • Амичи призмаһы

Сағылдырыусы призмалар

Сағылдырыусы призмаларҙы нурҙар, оптик күсәр һәм визирлаштырыу һыҙығы йүнәлештәрен үҙгәртеү өсөн ҡулланалар.Ҡайтаруысы призмалар бер нисә сифат буйынса бүленәләр:

  • призмалағы сағылыштар һаны
  • «түбә» булыуы йәки булмауы
  • призма конструкцияһы характеры
  • оптик күсәр һыну мөйөшө

Шулай уҡ һауа аралығы менән айырылған бер нисә өлөштән тороусы призмалар ҙа сағылдырыусы призмалар араһында билдәле урында торалар.Ҡайһы бер киң таралған призмалар үҙ исемдәрен алалар:

  • Пентапризма
  • Порро призмаһы
  • Аббе-Порро призмаһы
  • Аббе призмаһы
  • Пехан-Шмидт призмаһы
  • Дове призмаһы
  • «Түбәле» призмалар
  • Дихроид призма

Призма исеме һыҙыҡ аша яҙылған ике йәки өс хәреф һәм һан менән билдәләнә. Беренсе хәреф сағылдырыусы эргәләр (сағылыуҙар) һанын күрһәтә(«А» — бер, «Б» — ике, «В» — өс һ.б.). «Түбә», шартлы рәүештә, бер ҡыры булып һанала, һәм аны билдәләр өсөн беренсе хәрефтән һуң «к» индексын ҡуялар (мәҫәлән, Ак, Бк)
Икенсе хәреф конструкция характерына күрсәтә («Р» — тигеҙ яҡлы, «П» — пентапризма, «У» — ярымпентапризма, «С» — ромб рәүешле, «М» — йыраҡлыҡ үлсәү тибындағы, «Л» — Леман призмаһы). Һыҙыҡ аша яҙылған һандар оптик күсәр һыныу мөйөшөн күрһәтәләр(0°,90°,180°). Мәҫәлән, «ВкР-45°» — өс сағылдырыусы ҡырлы һәм түбәле тигеҙ яҡлы призма, күсәр һыныу ҙурлығы - 45°.

Йыйылма призмалар үҙ исемдәре һәм күсәр һыныу ҙурлыҡтары буйынса билдәләнәләр. Мәҫәлән, «А-0°» — Аббе призмаһы, «Бк-90°» — түбәле башмаҡ һымаҡ призма, «К-0°» — призма-куб.

Поляризацион призмалар

  • Николь призмаһы
  • Волластон призмаһы
  • Аренс призмаһы
  • Глан-Фуко призмаһы
  • Глазебрук призмаһы
  • Рошон призмаһы

Һылтамалар

  • Hecht, Eugene. Optics (4th ed.). — Pearson Education, 2001. — ISBN ISBN 0-8053-8566-5.

Шулай ук ҡарағыҙ

  • Гризма

Тышҡы һылтамалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә