Порвоо

Порвоо (фин. Porvoo [ˈporʋoː]), Борго (швед. Borgå [ˈbɔrˌgoː]) — Финляндияла коммуна һәм ҙур булмаған ҡала, Хельсинкинан көнсығышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан[12]. Финляндияның Турку ҡалаһынан һуң иң боронғо ҡала.

Порвоо
фин. Porvoo
швед. Borgå
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһыPorvoon kaupunki һәм Borgå stad
Рәсми телФин теле[1][2] һәм швед теле[1][2]
Дәүләт Финляндия[3]
Административ-территориаль берәмекУусимаа[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая областьПорвоо[d][4]
Ассоциацияләшкән сайлау округыUusimaa[d]
Закондар сығарыу органыPorvoo City Council[d]
Ойошма ағзаһыUnion of the Baltic Cities[d][5]
Халыҡ һаны51 464 кеше (29 февраль 2024)[6]
Туғандаш ҡалаЛунд[d][7], Камень-Поморски[d][7], Тюресё[d], Динкельсбюль[d][7], Дальвик[7], Сорғот[8], Вильянди[d][7], Виймси[d][7], Виборг (ҡала), Хамар, Hancock[d] һәм Вентспилс[d]
МилкеPorvoo Cathedral[d], Старая ратуша (Порвоо)[d], Гимназия Борго[d] һәм Runeberg museum[d]
СиктәшАскола[d][9], Ловийса[d][9], Мюрскюля[d][9], Порнайнен[d][9] һәм Сипоо[d][9]
Майҙан654,56 км² (1 ғинуар 2023)[10]
Почта индексы06100
Рәсми сайтporvoo.fi
porvoo.fi/sv/
porvoo.fi/en/
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппенавлажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Citizen's initiatives URLkuntalaisaloite.fi/fi/ha…[11]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[11]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Porvoo[d]
Карта
 Порвоо Викимилектә

Тарихы

Ҡала үҙенең исемен ҡала аша аҡҡан Порвоонйоки йылғаһы эргәһендәге швед тупраҡ ҡәлғәһе исеменән ала. Порвоо исеме- был швед атамаһының (Borgå) һәм уның borg «һарай» , -å «йылға» өлөштәренең фин версияһы.

XIV быуат йылъяҙмаларында тәүге тапҡыр телгә алына. 1809 йылға тиклем Швед короллеге составына инә.

Рәсәйҙең 1808—1809 йылдарҙағы рус-швед һуғышында еңеүенән һуң ҡала Рәсәй император йорто менән шәхси уния менән бәйле Бөйөк Финляндия кенәзлеге составына инә[13]. 1809 йылдың 10(22) мартында — 7(19) июлендә рәсәй императоры Александр I Финляндияла Борго сеймы йыйып, фин халҡының киң автономияһын раҫлағандан һуң ҡала Рәсәйҙә һәм донъяла киң билдәлелек ала. Был сейм, быға тиклем швед тажына буйһонған бөйөк кенәзлекте фин милли дәүләте тип таный. Швед элитаһы артабан да Финляндияла, шул иҫәптән Порвоола ла үҙенең хоҡуҡутарын һәм йоғонтоһон һаҡлап ҡала.

1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң — бойондороҡһоҙ Финляндия составында.

Порвоо ҡалаһы Рәсәйҙең Салауат[14][15] һәм Сорғот ҡалалары менән туғандаш.

Халҡы

Халҡы 48 794 кеше (2011 йылдың 31 мартына). Фин шведтары әлегә тиклем ҡала халҡының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә, 16 102 кеше (33 %), финдар — 31 228 кеше (64 %) (2011 йылғы баһа). Рәсми ике телле ҡала.

Ҡыҙыҡлы факттар

Порвоо ҡалаһында Леонид Гайдайҙың «За спичками» фильмы төшөрөлә, фильмда ҡала Йоки тип атала[16], уның реаль прототибы булып көнсығыш карелия ҡалаһы Йоэнсуу тора.

Ҡалала фин милләтсеһе, Финляндияның рус генерал-губернаторы Бобриковты үлтергән Шауман Эйгендың ҡәбере урынлашҡан.

1809 йылда нәҡ Порвоола Александр I Борго сеймы асҡан, унда Финляндияның дәүләт ҡоролошо тураһында манифесы уҡып ишеттерелә[17] .

Билдәле кешеләре

  • Карл Юхан Адлеркрейц (1757—1815) — граф, швед генералы
  • Эльза Бунге (1734—1819) — швед яҙыусыһы, ботаник
  • Чель Карлстрём (род. 1976) — велосипедта ярышыусы (шоссе ярыштары)
  • Владимир Романов (1917—1992) — бөйөк кенәз Кирилл Владмировичтың берҙән-бер улы, Порвоола тыуған
  • Йохан Людвиг Рунеберг (1804—1877) — фин шағиры, Финляндия гимны һүҙҙәре авторы
  • Альберт Эдельфельт (1854—1905) — фин рәссамы, график.
  • Георг Магнус Спренгтпортен (1740—1819) — граф, хәрби начальник, сәйәси эшмәкәр, беренсе генерал — Бөйөк Финляндия Кенәзлеге губернаторы
  • Сами Туомас Хююпия (род. 1973) — фин футболсыһы, Порвоола тыуған

Фотоһүрәттәр галереяһы

 Порвоола иҫке ратуша Порвоола Дева Марияның кафедраль соборы.Порвоонйоки

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә