Поддубный Алексей Павлович

Алексей Павлович Поддубный (10 март 1907 йыл — 1 октябрь 1986 йыл) — 569-сы уҡсылар полкының артиллерия начальнигы (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты), подполковник, Советтар Союзы Геройы.

Поддубный Алексей Павлович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө10 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыныСолохи[d], Грайворон өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө1 октябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыныХарьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыныВторое городское кладбище Харькова[d]
Һөнәр төрөофицер
Уҡыу йортоСумское высшее артиллерийское командное училище[d]
Хәрби званиеподполковник[d]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрөартиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Поддубный Алексей Павлович Викимилектә
А. П. Поддубныйҙың Харьковтың 2-се зыяратында Геройҙар Аллеяһындағы ҡәберташы.

Биографияһы

Алексей Павлович Поддубный 1907 йылдың 10 мартында Курск губернаһы Белгород өйәҙе, Солоха ауылында (хәҙерге Белгород өлкәһе Белгород районы) тыуа.

Украин. Тулы булмаған урта белемле. Хәрби хеҙмәткә алынғанға тиклем Белгородта шәкәр заводында балта оҫтаһы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1929 йылда Белгород өлкәһенең Грайворон райвоенкоматынан саҡырыла. Сумы артиллерия училищеһында уҡый, уны 1932 йылда тамамлай. Урал хәрби округында взвод батарея командиры була.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфө ҡалаһында йәшәй. 1941 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында.

А. П. Поддубный 1943 йылдың 24-25 сентябрендә Днепр йылғаһын кискәндә айырылып тора[1].

1947 йылдан подполковник А. П. Поддубный запаста.

Харьков (Украина) ҡалаһында йәшәй, 1986 йылдың 1 октябрендә шунда вафат була. Харьковтың 2-се зыяратында ерләнгән[2].

Батырлығы

«569-сы уҡсылар полкының (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, Воронеж фронты) артиллерия начальнигы Поддубный 1943 йылдың 25 сентябренә ҡарай төндә Киев өлкәһе (хәҙер — Черкасск) Каневский районы Зарубинец ауылы районында полк артиллерияһын Днепр аша плацдармға сығара. Йылғаның уң ярындағы алыштарҙа 569-сы уҡсылар полкы артиллерияһы дошмандың контрһөжүмен кире ҡаға һәм 161-се уҡсылар дивизияһының уңышлы хәрәкәт итеүенә юл аса»[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Алексей Павлович Поддубныйға «Советтар Союзы Геройы»]] исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 2151)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә