Палиашвили Захарий Петрович

Захарий Петрович Палиашвили (груз. ზაქარია პეტრეს ძე ფალიაშვილი; 1871 йыл1933 йыл) — грузин композиторы, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре, грузин классик музыкаһының билдәле вәкиле, Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1925)[6][7][8].

Палиашвили Захарий Петрович
груз. ზაქარია პეტრეს ძე ფალიაშვილი
Рәсем
Затир-ат[1][2]
ГражданлыҡГрузия
 СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исемегруз. ზაქარია ფალიაშვილი
Тыуған көнө16 август 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыныКутаиси, Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы[5]
Вафат булған көнө6 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][5][2][…] (62 йәш)
Вафат булған урыныТбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[3][5]
Ерләнгән урыныТбилиси
Бер туғандарыИван Петрович Палиашвили[d] һәм Поликарп Петрович Палиашвили[d]
Һөнәр төрөкомпозитор, музыка педагогы
Уҡыу йортоП. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
ЖанрОпера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Палиашвили Захарий Петрович Викимилектә

Биографияһы

Захарий Палиашвили 1871 йылдың 4 (16) авгусында Кутаисиҙа сиркәү хоры йырсылары ғаиләһендә тыуа. Ғаиләләге 18 баланың 6-һы профессиональ музыкант булып китә[9].

Музыкаль белемде католик костеле ҡарамағындағы мәктәптә ала, унда ул йырларға һәм органда уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ Ф. Мизандариҙан фортепиано дәрестәре ала. Ғаилә Тифлисҡа күскәндән һуң музыка училищеһында валторна класында шөғөлләнә һәм Н. С. Кленовскийҙа композиция теорияһын өйрәнә[7].

1900 — 1903 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында С. И. Танеевта композиция класы буйынса уҡый. Танеев менән дәрестәр Захарий Петровичты рус музыка мәҙәниәтенә яҡынайта һәм уның композиторлыҡ оҫталығы үҫешенә булышлыҡ итә[7].

Палиашвили Грузин филармония йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, шулай уҡ 1908—1917 йылдарҙа ошо йәмғиәт ҡарамағында ойошторолған хор, оркестр һәм музыка мәктәбен етәкләй.[7]

Захарий Палиашвилиҙың ижадында үҙәк урынды «Абесалом и Этери» (1919), «Даиси» (1923) опералары биләй[7]. Грузияның хәҙерге гимнының музыкаһы уның ошо атап үтелгән ике операһынан алынған.

Бынан тыш Захарий Петрович «Латавро» (1927) һәм «Торженственная кантата» (1927 йылда Октябрь революцияһының 10 йыллығына яҙа) операларын ижад итә. Палиашвили 300 самаһы грузин халыҡ йыры тексын яҙып ала. Уларҙың бер өлөшөн 1910 йылда «Грузин халыҡ йырҙары йыйынтығы» китабында баҫтыра[7].

Захарий Петрович Павлиашвили 1933 йылдың 6 октябрендә Тифлиста вафат була[7]. Тбилиси опера театры эргәһендәге скваерҙа[10] Вано Сараджишвили ҡәбере янында ерләнә.

Хәтер

  • 1937 йылда Грузин опера һәм балет театрына Палиашвили исеме бирелә[7][11].
  • 1971 йылда Павлиашвилиға арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
  • СССР-ҙа Захарий Павлиашвилиҙың Дәүләт музейы асыла (Тбилиси).
  • 1960—1994 йылдарҙа Бәләкәй Ржевский тыҡырығы уның исеменә йөрөтә. Хәҙер Волгоград һәм Тбилиси ҡалаларында Палиашвили исемендәге урамдар бар.
  • Палиашвилиҙың һүрәте 2 грузин лариһы банкнотаһына төшөрөлгән.

Әҙәбиәт

Блажанова Т. Рассказала марка // Филателия СССР. — 1972. — № 11. — С. 22.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • [ Палиашвили Захарий Петрович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә