Оханск — Рәсәй ҡалаһы, Пермь крайы Оханский районының административ үҙәге,ҡала биләмәһе статусына эйә.
Кама йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Кама буйлап Пермгә тиклем ара 126 км. Оханск аша Ҡазан-Пермь боронғо тракты үтә.Пермға тиклем 66 км. Яҡындағы Нытва тимер юл станцияһына тиклем ара 35 км тәшкил итә.
Герб (1980) Оханскҙың нигеҙләнеүе Пермь крайын үҙләштереүсе. Строгановтар менән бәйле.
1597 йылда Кама йылғаһынан алып Ошап тамағына тиклем ерҙәрҙе Строгановтар ала. Хәҙерге заман районындағы Острожка тораҡ пункты улар тарафынан иң беренсе булып нигеҙләнә (1597 йыл). Артабанғы йылдарҙа ошо ауыл аша рус халҡы был ерҙәрҙә тарала бара. Тораҡ пункттар барлыҡҡа килә.
Батша Алексей Михайлович указы буйынса 1647 йылда строгановтарҙың аҫаба халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Ошо иҫәп буйынса, кама йылғаһының уң яҡ ярында — Охань теркәлә. Соликамскиҙың халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргән воеводаһы, уны «оханщик» тип картаға яҙып ҡуйған.
Строганововтарҙың аҫабаһы булараҡ Оханск улус тип аталған.
1775 йылда император Екатерина II указына ярашлы, Оханский ауылы улус үҙәге була. 27 ғинуар (7 февраль ) 1781 йылда Екатерина II Пермь губернаһын ойоштора. Оханский ауылына ҡала статусы бирелә һәм ул Оханский өйәҙенә әүерелә, уға 48 улус инә.
Герб Оханск 1783 йылда Оханск өйәҙ ҡалаһының үҙ гербы була.
Ҡала халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, һунар итеү һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Оханск, өйәҙ үҙәге, элеккесә күберәк ауылға оҡшап торған.
XIX быуат башында Оханск өйәҙе яйлап башҡа ауылдарҙан айырыла, бигерәк тә Оханск йәшеллеккә күмелә башлай, 1828 йылда таштан Успенский соборы төҙөлә. Оханск дауаханаһы, ирҙәр мәхәллә училищеһы, ҡыҙҙар гимназияһы, реаль училище, типография, театр, почта, музей, китапхана барлыҡҡа килә.Ҡала үҙәгендә 30-ға кибет һәм таш усадьбалар барлыҡҡа килә. Уларҙың барыһы ла тиерлек бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланған.
Граждандар һуғышы Оханский өйәҙендә кире яҡтан сағыла. Ҡала һәм район халҡы кәмей. Өйәҙ 1923 йылдың ғинуарында Оханскиҙа йәшәүҙән туҡтай. Уның территорияһында бер нисә район, шул иҫәптән Оханский районы барлыҡҡа килә.
Сәнәғәт предприятиеларынан — Оханск тегеү фабрикаһы.
Икмәк комбинаты ҡаланың һәм райондың халҡын хеҙмәтләндерә .
Оханск урман хужалығы ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә
Бөгөн ҡала халҡының бер өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.
Астауров Владислав Борисович (1918—2003) — юғары математика һәм теоретик механика өлкәһендәге ғалим. Баневич Сергей Петрович (тыуғ. 1941) — композитор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Бахтияров Алексей Николаевич (1871 — һуң 1915) — урал эре сауҙагәре, «Н. К. Бахтияров вариҫтары» сауҙа йортон етәкләүсе . Винокуров Василий Васильевич (1894—1938) — чекист, генерал. Волков Лев Анатольевич тыуғ. 1936) — Төмән мәҙәниәт академияһы профессоры. Вяткин Александр Петрович (тыуғ. 1957) — Рәсәй буйынса Приморье крайы УФСБ начальнигы, генерал-лейтенант. ЗаколодкинАнатолий Федорович (1896—1937) — хәрби разведчик. Заколодкин, Сергей Иванович (тыуғ. 1959) — пермь архитекторы. Зеленин Алексей Нестерович (1870—1944) — пермь рәссамы. Калинин Борис Алексеевич (тыуғ. 1940) — молекуляр физика өлкәһендәге ғалим Коротаев Анатолий Александрович (тыуғ. 1931) — пермь ғалим-психологы. Кузнецов Петр Нифонтович (1914—1964) — Советтар Союзы Геройы. Мерзляков Юрий Иванович (1940—1995) — ғалим-математик. Овчинникова Зинаида Николаевна (1914—1955) — Социалистик Хеҙмәт Геройы. Нешатаев, Татьяна Николаевна (тыуғ. 1952) — ғалим-юрист, РФ атҡаҙанған юрисы. Палладий (Пьянков е. п.) (1813—1882) — дин әһеле, яҙыусы, Олонецкий һәм Петрозаводский епискобы. Пискунов Алексей Иванович (1921—2005) — ғалим-педагог. Пулькис Владимир Антонович (1890—1970) — совет гигиенисы Шардаков Игорь Александрович (1922—1982) — Советтар Союзы Геройы. Шардаков, Павел Федорович (1929—2007) — рәссам-реалист, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы. Шумилов Евгений Николаевич (тыуғ. 1951) — билдәле рәсәй тарихсы-медиевисы. Шумилов Е. Н. Оханский хронограф (фрагменты). Пермь, 2009. 24 с.: ил.Шумилов Е. Н. 200 оханцев в истории Пермского края и России. Пермь, 2015. 64 с. с цв. ил.Шумилов Евгений Н. Материалы к «Оханской энциклопедии». Пермь, 2016 (303 статьи).