Орджоникидзе районы (Өфө)

Орджоникидзе районы — Өфөләге ете райондың береһе. Ҡаланың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала Советынан Инорсҡа тиклем һуҙылған. 2016 йылда Өфө райондары сиктәрен билдәләгәндә бер аҙ үҙгәртелгән.

Орджоникидзе районы
Орджоникидзе районы
Герб
Нигеҙләү датаһы25 февраль 1952
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанСерго Орджоникидзе
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекӨфө
Сәғәт бүлкәтеUTC+6
Халыҡ һаны166 479 кеше (2017),
125 068 кеше (1959)[1],
170 694 кеше (1970)[2],
117 463 кеше (1979)[3],
217 760 кеше (1989)[4],
175 551 кеше (2002)[5],
175 732 кеше (2003)[6],
176 570 кеше (2004)[6],
177 544 кеше (2005)[6],
178 096 кеше (2006)[6],
177 864 кеше (2007)[6],
177 696 кеше (2008)[6],
177 377 кеше (2009)[7],
168 615 кеше (2010)[8],
171 913 кеше (2013)[9],
168 860 кеше (2014)[10],
168 956 кеше (2015)[11],
167 699 кеше (2016)[12],
164 682 кеше (2020)[13],
161 291 кеше (2021)[14]
Майҙан146 км²
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды347
Карта

Майҙаны — 146 км².

Тарихы

Әлеге район биләмәһендә Черниковка, Аничково, Бонье һәм башҡа ауылдар була. Һуңғараҡ биләмә Өфө өйәҙенең Богородский олоҫона ҡараған.

Өфө янына моторҙар һәм котлотурбинный заводтар төҙөлөүгә бәйле БашЦИК-тың Кесе Президиумы 1931 йылдың 23 декабрендә Черниковка ҡасаба советын ойоштора.

1936 йылда был биләмәләр Өфө ҡалаһы составына индерелә. Ҡасаба Советы Черниковка район советына әйләндерелә. Биләмә үҙәге Моторныйҙа булып, Өфө ҡала советына буйһона. Яңы район Сталин районы тип атала.

1941 йылда ул көслө промышленность районына әүерелә һәм районды эреләтеү тураһында һүҙ алып барыла, әммә һуғыш ҡамасаулай.

Күп эшселәре булған эре сәнәғәт предприятиелары булыуы һәм ҡаланан 15-20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуы арҡаһында ҡала советына район етәкселеге менән эшләүе ауырлаша. Шуға ла РСФСР Юғары Советы Президиумы указы (1944, 5 декабрь) менән Өфө ҡалаһының Сталин районын республика ҡарамағындағы (БАССР) Черниковск ҡалаһына үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Һуғыштарн һуң ҡала сәнәғәт буйынса ла, халыҡ һаны буйынса ла үҫешә. Уны райондарға бүлеү зарурлығы тыуа.

РСФСР Юғары Советы Президиумы указы (1952, 25 февраль) менән Черниковск ҡалаһы өс районға бүленә: Сталин, Калинин һәм Орджоникидже райондары. Һуңғыһы бигерәк тә йылдам үҫешә башлай, сөнки тап бында нефтехимия, нефть эшкәртеү предприятиелары төҙөлә.

Районда хеҙмәтсәндәрҙең депутаттар советы булдырыла. Унда 1952 йылдың 27 апрелендә һайланған 118 депутат инә. Райисполком составында 11 кеше иҫәпләнә.

Был осорҙа Черниковск сиктәре бик ныҡ киңәйә һәм Өфө ҡалаһы сиктәренә яҡыная. Шул арҡала был ике ҡаланы берләштереү маҡсатҡа ярашлы булыуы асыҡлана.

БАССР Юғары Советы Президиумы указы (1956, 24 июль) менән Өфө һәм Черниковск ҡалалары бер ҡала — Өфө ҡалаһына берләштерелә. Орджоникидзевский райсовет г. Черниковск Өфө ҡалаһының Орджоникидзе райсоветына әйләнә.

Райсовет һәм район башҡарма комитеты ҡоролошо 1992 йылдың 19 июленә тиклем эшләй. Халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитетының мөҙҙәте сыҡҡас, Өфө ҡалаһы Орджоникидже район администрацияһына үҙгәртелә. Өфө ҡала мэрының Постановлениеһы (1992,19 июнь) менән Орджоникидже районының хәкимиәте башлығы итеп Сергей Петрович Барышев тәғәйенләнә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1959[15]1970[16]1979[17]1989[18]2002[19]2003[20]2004[20]
125 068170 694117 463217 760175 551175 732176 570
2005[20]2006[20]2007[20]2008[20]2009[21]2010[22]2013[23]
177 544178 096177 864177 696177 377168 615171 913
2014[24]2015[25]
168 860168 956

Билдәле шәхестәр

Район бөгөн

Иҡтисады

17-се Балалар клиник дауаханаһы

Орджоникидзе районы — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия предприятиелары, химия, энергетика, машиналар төҙөү, ағас эшкәртеү, еңел промышленность һәм төҙөлөш индустрияһы тупланған район. Райондың промышленность производствоһы Өфө ҡалаһындағы дөйөм күләмдең 44 процентын тәшкил итә.

Райондың эре сәнәғәт предприятиелары:

  • Нефть эшкәртеү заводтары;
  • ААЙ «Өфөхимпром» (ОАО «Уфахимпром» (әле ябылған);
  • Троллейбус заводы — «Башкирский троллейбусный завод»,
  • «Свет» Өфө электр лампалары заводы
  • «Башэлектроремонт» компанияһы,
  • ААЙ (ОАО) « „Чародейка“ Өфө косметика фирмаһы»,
  • ААЙ (ОАО) «Өфө спорт изделиелары фабрикаһы»,
  • № 1, № 3,№ 4 йылылыҡ электроцентралдәре,
  • ААЙ (ОАО) «1-се һанлы Өфө железобетон заводы»
  • «Ағиҙел ДОК-ы»,
  • ААЙ (ОАО) «Трест № 21»,
  • ААЙ (ОАО) «Башнефтезаводстрой»,
  • ААЙ (ОАО) «Нефтехимремстрой»,
  • ЯСЙ (ООО) «Спецсервис-ремонт»,
  • ААЙ (ОАО) «Востокнефтезаводмонтаж»,
  • ААЙ (ОАО) «Элеваторспецстрой».

Фән

Район — нефть эшкәртеү, нефтехимия, микробиология, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химик ысулдары һәм сәнәғәт төҙөлөшө өлкәһендәге процесстарҙы эшләп сығарыу һәм проектлау буйынса эре фәнни үҙәк булып тора. Барлығы 15 фәнни-тикшеренеү, проект институты һәм предприятиеһы иҫәпләнә. Ҡала советының да Орджоникидже районына ҡарауын айырым әйтеп үтергә кәрәк.

Социаль сфера

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә