Орангутандар

Орангутандар (лат. Pongo) — кеше һымаҡ маймылдар арауы, генетик код буйынса кешегә иң яҡыны.

Орангутандар
Орангутан
Орангутан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pongo Lacépède, 1799

Төрҙәре
  • Борней орангутаны
  • Суматран орангутаны
Ареал
изображение

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Орангутандар — хәҙерге заманда йәшәүсе берҙән-бер Ponginae ырыуы[1], гигантопитек (Gigantopithecus) һәм сивапитек (Sivapithecus) юҡҡа сыҡҡан ырыуҙары. Орангутандар Африканан Көньяҡ-көнсығыш Азияға 15 млн. йыл элек күсенгәнәр.

Орангутандың буйы 150 см-ға етә. Тәне ҡуйы оҙон ҡыҙғылт-ерән йөн менән ҡапланған. Ата заттың ауырлығы 189 кг-ға етә, инә заттар 80 кг самаһы. Яңаҡтары ҙур алға сығып тора. Ҡолаҡ апраҡтары беләкәй.Ҡулдары оҙон, аяҡтары сағыштырмаса ҡыҫҡа. Аяҡ бармаҡтары эләктереп алыуға яраҡлашҡан. Орангутан тропик киңлектәрҙә йәшәй. Бөтә ғүмерен бейек ағастарҙа үткәрә. Ботаҡтан ботаҡҡа тотоноп тиҙ хәрәкәт итә. Ергә һирәк төшә, дүрт аяҡта хәрәкәт итә. Ояһын ағастың урта өлөшөндә, ерҙән 10-20 метр бейеклектә ҡора. Емештәр, ағас ҡайыры, япраҡтар менән туҡлана.

Әҙәбиәт

  • Биологический энциклопедический словарь под редакцией М. С. Гилярова и др., М., изд. Советская Энциклопедия, 1989.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә