Октябрьский (ҡала)

ОктябрьскийБашҡортостандағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.

Октябрьский
Октябрьский
Флаг
Нигеҙләү датаһы1937
Рәсем
Рәсми атамаһыОктябрьский һәм Октябрьский
Рәсми телбашҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәгеОктябрьский ҡалаһы ҡала округы[1]
Административ-территориаль берәмекОктябрьский ҡалаһы ҡала округы[1]
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d]
Хөкүмәт башлығыШмелёв Алексей Николаевич
Халыҡ һаны113 929 кеше (2017)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек140 метр
Майҙан98,83 км²[3]
Почта индексы452600–452616
Рәсми сайтoktadm.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты1632
Урындағы телефон коды34767
Категория для почётных граждан субъектаКатегория:Почётные граждане Октябрьского[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Октябрьском[d]
Карта
 Октябрьский Викимилектә

Тарихы

РСФСР Юғары Советы Президиумы 1946 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы ҡала тип үҙгәртелә. Октябрьский ҡалаһы составына Мәскәү, Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән ауылдары инә.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)ххххх
1920 йыл 26 августххххх
1926 йыл 17 декабрьххххх
1939 йыл 17 ғинуар123962661350,549,5
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар104536498495468747,7 %52,3 %
2002 йыл 9 октябрь108647502135843446,2 %53,8 %
2010 йыл 14 октябрь109474511295834546,7 %53,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зонаһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡортостандың Татарстан Республикаһы менән сигендә урынлашҡан.Ҡала янынан федераль әһәмиәттәге М5 (МәскәүҺамарСиләбе) автомобиль юлы үтә.

Октябрьский автовокзалы

Иҡтисады

Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «„Башнефть“ АНК» ААЙ «Башнефть—Добыча» ЯСЙ‑ның «Туймазанефть» НГДУ‑һы, «Ойл‑сервис» ЯСЙ, «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, «ОЗНА», «ОЗНА—үлсәү системалары» ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, «Пакер» ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), «Стронег», «Башнефтегазпроект», «Европласт», «Төҙөлөш материалдары», «Тимер‑бетон», «Башҡорт фарфоры», «Октябрьский икмәге» ЯСЙ‑лары, «Алтын мөгөҙ» ит комбинаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тимер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Октябрьский 100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[4].

Уҡыу йорттары

Ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡтисад техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;

Дауаханалар

Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;

Башҡа учрежениелары

Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион, «Спартак» спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. «Октябрьский нефтяник», «Тыуған яҡ» (татар телендә), «Нарыштау» (башҡорт телендә) гәзиттәре сыға.

Тарихы

1937 йыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 1946 йылда хәҙерге статусын ала, ҡалаға Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет ауылдары ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю. А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), «Һалдат уйҙары» һәйкәле (1970).

Билдәле шәхестәре


  • Василий Глухарёв (15.04.1980), спортсы, спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004).
  • Гуторов Юлий Андреевич (21.11.1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан[5].
  • Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28.09.1951), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).
  • Искәндәрова Ольга Юрьевна (26.12.1953), ғалим-педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002)[6].
  • Маликов Рөстәм Илкәм улы (2.04.1959), ғалми-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010)[7].
  • Миролюбов Сергей Серафимович (20.03.1949), композитор. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981)[8].
  • Молчанов Анатолий Александрович (15.08.1938), ғалим—геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Ҡаланың почётлы гражданы. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан[9].
  • Мофазалова Рима Риза ҡыҙы (1.01.1943), ветеран-педагог, 1986—2000 йылдарҙа 4-се башҡорт гимназияһы директоры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың почётлы гражданы.
  • Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (9.02.1954), тарихсы-ғалим, хәрби хеҙмәткәр, юғары һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995). Отставкалағы подполковник.
  • Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы (24.12.1963—19.01.2005), спортсы. Спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1996)[10].
  • Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1.12.1958), музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009)[11].
  • Фәйзуллин Айрат Рай улы (6.05.1959—26.12.2002) спортсы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1984); СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982, 1989) призёры[12].
  • Шәрәфетдинова Нәзирә Хәмзә ҡыҙы (2.06.1949), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004)[13].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә