Озеров Николай Николаевич (комментатор)

Озеров Николай Николаевич (11 декабрь 1922 йыл — 2 июнь 1997 йыл) — СССР тенниссыһы, актер, спорт комментаторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1973). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1982). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1947), теннис буйынса 24 тапҡыр СССР чемпионы.

Озеров Николай Николаевич (комментатор)
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Рәсәй
Тыуған көнө11 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1]
Тыуған урыныМәскәү, Совет Рәсәйе[1]
Вафат булған көнө2 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыныВведенское зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыНиколай Николаевич Озеров[d]
Бер туғандарыЮрий Николаевич Озеров[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөактёр, журналист, спортивный комментатор, теннисист, тренер, спортивный журналист
Эшмәкәрлек төрөспорт[2] һәм television presentation[d][2]
Эш урыныМәскәү Художество театры
Уҡыу йортоРәсәй театр сәнғәте университеты
Әүҙемлек урыныСССР[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт төрөтеннис
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Николай Николаевич Озеров 1922 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә опера йырсыһы Николай Озеров ғаиләһендә тыуа. XIX быуаттың билдәле композиторы Михаил Виноградовтың бүләһе.

Озеровтар ғаиләһе Мәскәү эргәһендәге Разгуляй янында — Маркс урамында йәшәй[3]. Был йорт өлкән Озеровҡа Ҙур театрҙан ҡаҙна фатиры итеп бирелә.

1934 йыл Мәскәүҙә малайҙар араһында теннис буйынса чемпион була. 1941 йылдан — теннис буйынса спорт мастеры, ә 1947 йылдан — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.

1941 йлда ГИТИС-тың актерлыҡ факультетына уҡырға инә, уны 1946 йылда тамамлай һәм Мәскәү Художество театрына эшкә инә, 20-нән ашыу ролде уйнай[4].1947 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1950 йылдың 29 авгусында тәүге тапҡыр «Динамо» — ЦДКА футбол матчы тураһында үҙаллы репортаж үткәрә.

19501988 йылдарҙа — радио һәм телевидениела спорт комментаторы. Репортаждарҙы ун биш Олимпия уйындарынан, хоккей буйынса утыҙ донъя чемпионатынан, һигеҙ футбол буйынса донъя чемпионатынан һәм алты футбол буйынса Европа чемпионатынан алып бара, комментатор сифатында донъяның 49 илендә була.[4]. 1980 йылдар башынан Озеровты иң ҙур ярыштарҙы аңлатыуынан яйлап ситләтә башлайҙар. Футбол буйынса иң һуңғы донъя чемпионтаы уның өсөн 1986 йылғы турнир була.

1973 йылда уға «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән исем бирелә.

1980 йылдар аҙағында «Спартак» спорт йәмғиәте рәйесе булып һайлана.

Введенский зыяратында һәйкәл ҡәбер ташы.

Николай Озеров йәш сағында һыуыҡ тейҙереү сәбәпле ҡан тамырҙары менән проблемалар була (хоккейға китеп барғанда быуала мәкегә төшөп китә), шулай уҡ шәкәр диабеты менән яфалана.

1990 йылдар башында Озеровтың аяҡ табанын ампутациялайҙар, шунан бирле уның өйҙән бик һирәк сыҡҡан.

1997 йылдың 2 июнендә 75-се йәшендә вафат була. Введенский зыяратында ерләнә (21 уч.).

Спорт ҡаҙаныштары

Теннис буйынса СССР чемпионаттарында күп алтын миҙалдар яулайы — 24[5]:

  • 1944—1946, 1951, 1953 — яңғыҙ разрядта;
  • 1944—1953, 1955, 1957—1958 — парлы разрядта;
  • 1940, 1944, 1949, 1953, 1955, 1957 — ҡатнаш парлы разрядтарҙа[6].

Фильмографияһы

ЙылИсемеРоль
1961фОпасные поворотыСпорт комментаторы
1965фХоккеистыСпорт комментаторы
1972фХод белой королевыЕвгений Карычев, спорт репортёры
1976фВесёлое сновидение, или Смех и слёзыКомментатор
1976фОдиннадцать надеждСпорт комментаторы
1978фВсё решает мгновениеСпорт комментаторы
1979фБаллада о спортеКамео
1981фЭтот фантастический мир (5 выпуск)Камео
1981фДевушка и ГрандСпорт комментаторы
1981фО спорт, ты — мир! (художественно-документальный)автор текста фильма и комментатор
1985фСоперницыСпортивный комментатор

Кинолағы образы

  • Павел Никитин — «Легенда № 17» (Рәсәй, 2013)
  • Андрей Леонов — «Лев Яшин. Вратарь моей мечты» (Рәсәй, 2019)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары:

Маҡталы исемдәре:

Премиялары:

Халыҡ-ара наградалар:

Башҡа наградалар:

  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Хеҙмәт батырлығы» билдәһе (12 май 1981)
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Спорт батырлығы» (№ 594) билдәһе

Цитата һәм фразалар

  • Күн туптың ҙур оҫтаһы[10][11]
  • Беҙгә ундай хоккей кәрәк түгел![12]
  • Маҡтаулы Канада профессионалдары[13][14]
  • Ҡапҡаға һуғыу. Ә унда Третьяков.
  • Бына бер ҡот осҡос мәл! Һуғыу! Гол!!!
  • Иғтибар! Мәскәү һөйләй һәм күрһәтә. Советтар Союзының телевидениеһы сираттағы репортажды башлай..
  • Ҡапҡасы ни ҙә булһа эшләргә көсһөҙ
  • Уйынсы иҫәптә айырманы кәметә (арттыра)

Ғаиләһе

47 йәшендә өйләнә.

  • Ҡатыны — Маргарита Петровна (1932),
    • балалары — игеҙәктәр Николай[15] һәм Надежда (1970)[16].

Хәтер

Рязандә теннис академияһы уның хөрмәтенә аталған: «Н. Н. Озеров исемендәге теннис академияһы».

Озеров хөрмәтенә Мәскәү янындағы Щелковский районы Загорянка ҡасабаһында урам аталған, унда комментатор йәшәгән[17]

Петрозавдск ҡалаһында Николай һм уның ҡустыһы Юрий хөрмәтенә 2015 йылда ағалы-ҡустылы Озеровтар урамы барлыҡҡа килә[18].

Николай Озеров хөрмәтенә 2005 йылдың 29 мартында «Физик культураны һәм спортты пропагандалау өсөн» тип аталған РФ Спорты министрлығының ведомство наградаһы булдырыла, ул статусы буйынса Министрлыҡтың барлыҡ сығарылыштарынан өсөнсө булып тора.[19].

Щелково ҡалаһы стадионы уның исемен йөрөтә: "Н. Н. Озеров исемендәге "Спартак"стадионы"[20].

Шулай уҡ Озеров яры буйында урамында Спартак Йәмғиәте бинаһында мемориаль таҡтаташ асыла

Документаль фильмдар

  • «Говорит и показывает Николай Озеров» (2007)
  • «Николай Озеров» «Как уходили кумиры» документаль циклынан

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Озеров Н.Н. Репортаж о репортаже. — М.: Физкультура и спорт, 1976. — 223 с. — (Сердца, отданные спорту).

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә