Огородов Геннадий Васильевич

Огородов Геннадий Васильевич (1 декабрь 1907 йыл — 15 ғинуар 1988 йыл) — рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1964).

Огородов Геннадий Васильевич
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө1 декабрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө15 ғинуар 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (80 йәш)
Һөнәр төрөрәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

Геннадий Васильевич Огородов 1907 йылдың 1 декабрендә Әстерхан губернаһы Николаев слободаһында тыуған. 1920 йылда Огородовтар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.

1930 йылда Геннадий Васильевич Һарытау художество-сәнәғәт техникумын (педагогы П. С. Уткин) тамамлай. Техникумды тамамлағас 1932 йылға тиклем шунда уҡ уҡыта. 1938 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлай.

1933 йылдан Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләй, 1935 йылдан — Башҡортостан художество фондында, 19361938 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт художество музейында эшләй.

Огородов Геннадий Васильевич Йәштәр берекмәһенең Өфө филиалын (1926), революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының һәм совет рәссамдарының Өфө ҡала союзының ойошторусыһы була (1937).

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1941 йылдан 1946 йылға тиклем — взвод командиры.

1949—1979 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге Мәҙәниәт йортонда һынлы сәнғәттең халыҡ студияһы менән етәкселек итә.

Рәссамдың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфө сәнғәт галереяһында, Нижневартовск картиналар галереяһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Уҡыусылары

Огородовтың уҡыусылары рәссамдар.Э.Меос, В. Н. Пегое, П.Багин, Т.Булавина, Ю. М. Ракша, Г.Сысолятин, А. Шестак (Мәскәү), Н.Полякова (С.-Петербург), Н.Селиков (Новгород).

Күргәҙмәләре

Огородов Геннадий Васильевич «20 йыл эсендә Башҡортостан рәссамдары» (1939), Өфөлә Башҡортостан рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе (1946, 1949, 1953); периферия рәссамдары әҫәрҙәре (1940), Мәскәүҙә «РСФСР-ҙың йәш рәссамдары» күргәҙмәһе (1941); Ҡазанда алты автономиялы республикалар рәссамдарының эштәре (1947) һәм башҡа күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Өфөлә шәхси күргәҙмәһе (1980).

Өфөлә «Ижад» галереяһында «Огородов уның уҡыусылары» күргәҙмәһе (2008).

Төп эштәре

«Портрет матери», «Портрет А. Э. Тюлькина» (1958); «День уходящий» (1965); «Лето в Миньяре», (1973), «Мужской портрет» (1935), «Память» (1966), «Портрет сына», «Вечерний Урал»[1].

«Солдат» (1945), «В окопе» (1946); «Фронтовая дорога» (1944), «Бетховен» (1970).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә