Нәфел намаҙҙары (сөннәт)

һәр кемдең үҙ ирке, үҙ ихтыяры буйынса уҡый торған намаҙҙар.

НӘФЕЛ НАМАҘҘАРЫ— һәр кемдең үҙ ирке, үҙ ихтыяры буйынса уҡый торған намаҙҙар.

Фарыз һәм вәҗеп булмаған намаҙҙар. Фарыз намаҙҙарҙан элек йәки һуң ҡылына торған намаҙҙар ҙа был төргә ҡарай.

Нәфел намаҙҙары шәриғәт тарафынан, намаҙ башҡа дини ғибәҙәттәр менән сағыштырғанда тәҡуалыҡтың иң юғары күрһәткесе икәнен иҫәпкә алып, фарыз намаҙҙарҙа булыуы мөмкин булған хаталарҙы төҙәтеү өсөн урынлаштырылған.

Аллаһынын Илсеһе Мөхәхммәд ғәләйһиссәләм әйткән: «Мәхшәр көнендә кешенән иң беренсе һорау намаҙы хаҡында булыр. Әгәр уның намаҙы уҡылған икән, тимәк, ул кеше хозурлыҡ алыр һәм уңышҡа ҡаҙаныр, әгәр уҡылмаған булһа, барыһын да юғалтыр.

Фарыз намаҙҙарында кәмселеге булһа. Раббыбыҙ әйтер: „Ҡарағыҙ, Минең ҡоломдың нәфел намаҙҙары юҡмы?“. Әгәр булһа, фарыз намаҙҙарының хаталары шул нәфел намаҙҙары менән ҡапланыр. Шунан һуң, уның бөтә ғәмәлдәре шуға тиңләнер».

Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм йәнә әйткән: «Фарыз намаҙынан башҡа ңамаҙҙарҙың мәсеттә уҡылғанға ҡарағанда, өйҙә уҡылыуы яҡшыраҡ. Сөнки өйҙә ике йөҙлөләнеү юҡ. һәм шуның аша йортҡа бәрәкәт килер, фәрештәләр һәм рәхмәт инер, ә шәйтан ҡасыр».

ҠАЙҺЫ БЕР НӘФЕЛ НАМАҘҘАР

Фарыз намаҙҙарын еренә еткереп башҡарыуҙан тыш, мосолман тағы нәфел намаҙҙарын, йәғни әүүәбин, духа, тәсбих һәм тәһәжжүд намаҙҙарын да уҡыһа, бик яҡшы була, сөнки был намаҙҙарҙың сауабы бик күп.

Уларҙа ҙур дәрәжә һәм матурлыҡ бар. Бер ҡодси хәҙистә Аллаһы Тәғәләнең: — Ҡолом фарыздар ярҙамында Минең газабымдан ҡотолор, нәфел-д<гр менән Миңә яҡынайыр", — тигәнлеге хаҡында белдерелә.

Сөннәт намаҙҙар
Духаالضحىиртә
Истисҡаاِسْتِسْقَاءямғыр
Истихараاِسْتِخَارَةдөрөҫ ҡарар
Ратибатصلاة التطوع2 рәҡәғәтле теләк теләү
Тәсбих намаҙыصلاة التسابيحтәүбә намаҙы
Тәһәжүдتهجُّدйоҡонан торғас
Тәрәүихتراويح бүлем, ял
Кусуфكسوفҡояш тотолоу
Хусуфخسوفай тотолоу
Намаҙ вудуصلاة الوضوءтәһәрәт намаҙы
Хәжәтحاجةхәжәтеңде һорау

Әҙәбиәт

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә