Ниһоний

Ниһоний (лат. Nihonium, Nh-төркөмдәре), быға тиклем ул ваҡытлыса унунтрий (лат. Ununtrium, Uut) йәки эка-таллий[2] исемдәре аҫтында билдәле була — химик элементтарҙың 13-й төркөмө (иҫкергән классификация буйынса — III төркөм төп төркөмсәһе) периодик системаның 7-се осоро. Атом һаны — 113. Билдәле булған иң тотороҡло изотобының атом массаһы, 286Nh, ярым тарҡалышы осоро 20 с[3] 286,182(5) а. е. м. тәшкил итә. Барлыҡ бик ауыр металдар кеүек үк, ифрат радиоактив.

Ниһоний
Кем хөрмәтенә аталғанЯпония
Асыусы йәки уйлап табыусыЯдро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Асыу датаһы2006
Элемент символыNh[1]
Атом һаны113
Ҡайнау нөктәһе1130 °C
Схематичная иллюстрация
 Ниһоний Викимилектә

Асылыу тарихы

Ниһоний 2004 йылда Рәсәйҙең Дубна ҡалаһында урынлашҡан Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты һәм АҠШ-тың Калифорния штаты Ливерморий ҡалаһында урынлашҡан Ливерморий милли лабораторияһы тарафынан асыла.

2004 йылдың февралендә 2003 йылдың 14 июленән 10 август айына тиклем Дубна ҡалаһында урынлашҡан Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты һәм АҠШ-тың Калифорния штаты Ливерморий ҡалаһында урынлашҡан Ливерморий милли лабораторияһы менән берлектә үткәрелгән тарафынан үткәрелгән У-400 циклотронында эксперименттар һөҙөмтәләре буйынса 113 -сө элемент алыныуы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға.[4]

2004 йылдың сентябрендә 113-сө элементтың 278Nh бер атомлы изотобын синтезлау тураһында RIKEN (Япония) институтының бер төркөм ғалимдары иғлан итә[5]. Улар цинк һәм висмут ядроларының ҡушылыу реакцияһын ҡулланғандар. Һөҙөмтәлә, 8 йыл эсендә япон ғалимдары ниһоний атомдарын алыуҙың өс ваҡиғаһын теркәүгә өлгәшә: 2004-тең 23 июле, 2005 йылда 2 апрелдә һәм 2012-лә 12 август көндәрендә[6].

2013 йылда ниһоний атомдары Лунд Университеты төркөмө тарафынан Ауыр иондар институтында алынған, эксперименттар барышында ниһодий етештереүҙе Дубналағы Россия-Америка төркөмө ҡулланған алымын ҡулланғандар[7]. Шулай уҡ 2015 йылда Берклиҙа Лоуренса ис. милли лабораторияла ысулды уңышлы ҡабатлайҙар[8].

Япон ғалимдары ҡулланған һалҡын ҡушылыу ысулын бер лаборатория ла ҡулланмаған, сөнки уның һөҙөмтәлелеге түбән.

2015 йылдың 30 декабрендә IUPAC тарафынан 113-сө элемент асылыуы рәсми рәүештә таныла — һәм асыш өҫтөнлөгө RIKEN ғалимдарына бирелә. Шулай итеп, 113-сө элемент Япония һәм, ғөмүмән, Азия илдәре буйынса беренсе булып асылған элемент булып тора[9].

Сығарып алыу

Ниһоний изотобы московийҙың α-тарҡалыуы юлы менән алына[10]:

,
,
,
,

шулай уҡ ядро реакциялары һөҙөмтәһендә

[11],
[5].

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә