Нигер

Ни́гер[4][5][6]Ҡалып:Словуд, шулай уҡ Ниге́р[4][5] (франц. Niger [niˈʒɛʁ] ), рәсми — Ни́ге́р Респу́бликаһы (франц. République du Niger [ʁe.py.bˈlik dy niˈʒɛʁ]) — Көнбайыш Африкалағы диңгеҙгә сығыу юлы булмаған дәүләт. Баш ҡалаһы — Ниамей ҡалаһы.

Нигер Республикаһы
République du Niger (фр.) Jamhuriyar Nijar (хауса)
Нигер гербы
Флаг
Девиз: «Туғанлыҡ, хеҙмәт, прогресс»
Гимн: «La Nigérienne»
Үҙаллылыҡ датаһы3 август 1960 й. ( Франциянан)
Рәсми телФранцуз
Баш ҡалаНиамей
Эре ҡалаларНиамей, Зиндер, Маради
Идара итеү төрөРеспублика
Президент

Премьер-министр

Махамаду Иссуфу 

Бриги Рафини

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
21
1 267 000 км²
0,03
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

13 957 000 чел. (66)
11 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

23.832 млрд[1] долл.
1 062[1] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

9.299 млрд[1] долл.
414[1] долл.
КПҮИ (2020) 0,400[2] (түбән) (170 урын)
Валютафранк КФА
Интернет-домен.ne
Код ISONE
МОК кодыNIG
Телефон коды+227
Сәғәт бүлкәте1
Сахель

Нигер — донъяның иң ярлы илдәренең береһе, кеше үҫеше индексы буйынса һуңғы урындарҙың береһен биләй. Ил территорияһының 80 проценттан ашыуы Сахара сүллегендә урынлашҡан, ҡалған өлөшөн даими рәүештә ҡоролоҡ һәм сүлләнеү хәүефе аҫтында булған Сахель ярымсүллеге биләй. 23 миллиондан саҡ ҡына күберәк кеше йәшәгән халыҡ илдең көньяҡ сигендә һәм көнбайышында урынлашҡан. Ауыл хужалығы һәм файҙалы ҡаҙылмалар, тәү сиратта, уран сығарыу иҡтисадтың төп тармаҡтары булып тора.Ҡалып:TOClimit

Этимологияһы

«Нигер» топонимы шул уҡ исемдәге гидронимдан — уның аша аҡҡан Нигер йылғаһынан алынған ((туарег телендә ⴻⴳⴻⵔⴻⵡ ⵏⵉⴳⴻⵔⴻⵡⴻⵏ Egerew n-Igerewen, тамашек телендә «Оло йылға» йәки «Йылғалар йылғаһы»[7]).

Географияһы

Географик урынлашыуы

Нигер Республикаһы Көнбайыш Африканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта Алжир, төньяҡ-көнсығышта Ливия, көнсығыштан Чад, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Нигерия, көньяҡ-көнбайышта Бенин һәм Буркина-Фасо, көнбайышта Мали менән сиктәш. Илдең диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Дәүләт төньяҡ киңлектең 11°37′ һәм 23°33′ (төньяҡтан көньяҡҡа — 1300 км) һәм көнсығыш киңлектең 0°06′ һәм 16° араһында (көнбайыштан көнсығышҡа — 2000 км) ята. Нигер территорияһының майҙаны 1 267 000 км² тәшкил итә, майҙаны буйынса Африкала алтынсы урынды тора (Алжир, Конго Демократик Республикаһы, Судан, Ливия һәм Чадтан һуң), шулай уҡ Көнбайыш Африканың иң ҙур дәүләте булып тора[7].

[[Файл:Niger sat.png|thumb|300px|left|Нигер Республикаһына космостан күренеш.Илдең төньяҡ өлөшөн Сахара сүллеге биләй, уның уртаһында ташлы Аир яҫы таулығы урынлашҡан. Аирҙың көнсығыш өлөшө ҙур ҡомло Тенере сүллегенә барып терәлә, майҙаны яҡынса 400 мең км² тәшкил итә. Төньяҡ-көнсығышта Джадо яйлаһы ята. Илдең көньяғын Сахель ярымсүллеге биләй. Көньяҡ-көнбайышында уңдырышлы тигеҙлек барлыҡҡа килтереп, Нигер йылғаһы аға.

Геология

Тимиа ауылы эргәһендәге Аир яҫы таулығы

Нигер тулыһынса кембрий алды кристаллы тоҡомдарҙан — гранит һәм һәүерташтарҙан торған Африка платформаһында урынлашҡан. Территорияның күпселек өлөшөндә кристаллы тоҡомдар төрлө йәштәге ултырма япма (палеозой, мезозой, өсөнсө осор һәм дүртенсе осор) менән ҡапланған. Ер өҫтөнә сығып ятыусы өс кристаллы тоҡом файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Интенсив эрозия һәм геологик процестарҙың оҙайлылығы Нигер территорияһының күпселек өлөшөнөң тигеҙләнеүенә килтергән[8].

Тарихы

Тарихҡа тиклем осор

Хәҙерге Сахара сүллеге территорияһында сағыштырмаса дымлы климат булғанда, Нигер халҡы хәҙергеләрҙән айырылып торған. Б. э. т. 7 — 6 мең йылдарҙа, Нигерҙа киффи мәҙәниәте осоронда, уның вәкилдәре оҙон, ҙур кәүҙәле була. Б.э.т. 5 — 3 мең йыллыҡта уны Сахара кипкәндән һуң эҙһеҙ юғалған Тенерия мәҙәниәте алмаштыра. Иҫән ҡалған кешеләре дымлыраҡ райондарға күсенеүе мөмкин.

Африка дәүләттәре

XV—XVIII быуаттарҙа Нигер территорияһы аша каруан сауҙа юлдары үтә

Нигерҙың көнсығыш өлөшө оҙаҡ ваҡыт Канем империяһы хакимлығы, ә һуңынан Борну батшалығы хакимлығы аҫтында була. Нигерҙың көнбайыш территорияһын XIII быуаттан алып XV быуаттарға тиклемге өлөшләтә Мали империяһы баҫып ала, әммә был империя юҡҡа сыҡҡандан һуң, күрше Сонгай кенәзлеге нығына. Ул Нигер йылғаһы үҙәненең көнбайыш өлөшөн ҡулға төшөрә. Әммә 1591 йылда Сонгай дәүләте Марокко солтаны армияһы тарафынан баҫып алына, шул уҡ ваҡытта хәҙерге Нигер территорияһында урынлашҡан көньяҡ райондар үҙаллылығын һаҡлап ҡала. Бында Лулани хакимлығы аҫтында Аский Нуха етәкселегендә Денди кенәзлеге барлыҡҡа килә; Марокко менән сик Мали менән Нигерҙың хәҙерге сиге урынында үткән. Артабан Денди кенәзлеге бер нисә ваҡ кенәзлеккә тарҡала, уларҙың һәр береһенә Аския вариҫы идара итә[9].

XVIII быуатта Нигер территорияһының күп өлөшө хәҙерге Нигерҙың төньяғында VIII быуатта йәшәгән туарегтар — күсмә ҡәбиләләр хакимлығы аҫтына эләгә. Улар Агадес солтанлығына нигеҙ һалан һәм Ниамейҙа коммерция базаһы була. Туарегтарҙың үҙәкләштерелгән хөкүмәте булмай, тик йәшәү рәүешенә ҡурҡынысы янағас ғына, улар ирекле конфедерацияға берләшә. Хәҙерге Нигерҙың көньяғында ултыраҡ ер эшкәртеүсе халыҡтар йәшәгән. Нигер үҙәнендә Сонгайҙағы Денди кенәзлеге һәм Досто короллеге урынлашҡан булған. Фулани жиһадынан һәм Сокото хәлифәлеге барлыҡҡа килгәндән һуң, Нигерҙың халҡы ҡасаҡтар иҫәбенә күпкә арта[10].

Административ-территориаль бүленеше

Нигерҙың региондары

Административ яҡтан Ниамей баш ҡала округына һәм 7 төбәккә бүленә, улар, үҙ сиратында, 36 департаментҡа бүленә. Департаменттар ҡала һәм ауыл коммуналарынан тора.

РегионАдминистратив үҙәгеМайҙаны,
км²[11]
Халҡы,
кеше (2012)[12][13][14]
Тығыҙлығы,
кеше/км²
1
АгадесАгадес667 799487 6200,73
2
ДиффаДиффа156 906593 8213,78
3
ДосоДосо33 8442 037 71360,21
4
МарадиМаради41 7963 402 09481,40
5
НиамейНиамей2551 026 8484026,85
6
ТахуаТахуа113 3713 328 36529,36
7
ТиллабериТиллабери97 2512 722 48227,99
8
ЗиндерЗиндер155 7783 539 76422,72
Бөтәһе1 267 00017 138 70713,53

Халҡы

Нигер халҡының 2020 йылға йәш-енес пирамидаһы

Демография

Халыҡ һаны — 23 миллион (2019 йыл баһаһы).

Йыллыҡ үҫеш — 3,7 % (2010 йылда донъяла 1-се урын).

Тыуым 1000 кешегә 51,1 тәшкил итә. Тыуымдың дөйөм күрһәткесе донъяла иң юғары күрһәткес булып тора — бер ҡатын-ҡыҙға 6,49 тыуым (2017)[15].

Үлем — 1000 кешегә 14,5.

Ғүмер оҙонлоғо: ирҙәр — 52 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар — 54 йыл;

Уртаса йәш — 15 йәш, халыҡтың 68 проценты — 25 йәшкә тиклемгеләр[16].

Сабыйҙар үлеме — 1000 кешегә 115 (донъяла 3-сө урын).

Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) йоҡтороу күрһәткесе — 0,8 % (2007 йыл баһаһы).

Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле яҡынса 28 % (43 % ир-ат, 15 % ҡатын-ҡыҙ, 2005 йыл) тәшкил итә.

Ҡала халҡы — 16 % (2008 йылда).

Ҡалалары

Нигер — донъялағы бик аҙ урбанизацияланған илдәрҙең береһе, ҡалаларҙа 16 процент йәшәй; Халыҡтың 84 проценты — ауыл ерендә йәшәүселәр[17].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә