Неон

Неон (Ne, лат. neon) —Менделеевтың периодик таблицаһының 2-се осоро, 18-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 10. Аҫыл газ.

Неон
Рәсем
Масса20,1797 ± 0,0006 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанновизна[d]
Асыусы йәки уйлап табыусыУильям Рамзай[d] һәм Траверс, Морис Уильям[d]
Асыу датаһы1898
Табылыу урыныБөйөк Британия
Сопряжённая кислотаион неонония[d]
Элемент символыNe[2]
Химик формулаNe[3]
Каноническая формула SMILES[Ne][3]
Атом һаны10
Электронная конфигурация1s² 2s² 2p⁶ һәм [He] 2s² 2p⁶
Стандартная молярная энтропия146,2 ± 0,05 Дж / (моль·К)[4]
Тығыҙлыҡ1,444 грамм на кубический сантиметр, 1,204 грамм на кубический сантиметр һәм 0,90035 килограмм на кубический метр
Иреү температураһы−248,6 °C
Ҡайнау нөктәһе−246 °C
Скорость звука435 ± 1 метр в секунду[5]
 Неон Викимилектә

Символы

Неон элементының символы — Ne (Неон тип уҡыла).

Тарихы

Таралыуы буйынса Ғаләмдә водород, гелий, кислород һәм углеродтан ҡала бишенсе элемент булып тора. Инерт, бер атомлы төҫө һәм еҫе булмаған аҫыл газ. 1898 йылдаһауанан шыйыҡ водород, кислород, аргон һәм углекислый газ сығарған ваҡытта асыҡланған.

Неон 1898 йылдың июнендә инглиз химиктары Уильям Рамзай һәм Морис Траверс тарафынан табылған[6]. Улар кислород, азот, аргон һәм һауаның ауыр компоненттарын шыйығайтҡандан һуң инерт газ тороп ҡалыуы асыҡлай. 1910 йылдың декабрендә француз уйлап табыусыһы Жорж Клод неон тултырып газлы лампа булдыра.

Этимологияһы

Атамаһы грекса neon — яңы тип тәржемә ителә.

Элементҡа Рамзайҙың ун өс йәшлек улы Вилли исем биргән тигән риүәйәт бар, ул атаһына лат. novum (яңы) тигән исем бирергә тәҡдим иткән. Атаһына был идея оҡшай, тик ул грек синонимына ярашлы neon исеме матурыраҡ яңғыраясаҡ тип һанап, шуны ҡалдыра[7].

Таралыуы

Йыһанда

Донъя материяһында неон тигеҙ бүленмәгән, әммә Ғаләмдә таралыуы буйынса ул бөтә элементтар араһында бишенсе урында тора — массаһы буйынса 0,13 %-ҡа яҡын. Ҡояшта һәм башҡа ҡыҙыу йондоҙҙарҙа, газ томандарында, Ҡояш системаһында булған гигант планеталар: Юпитер, Сатурн, Уран, Нептун атмосфераларында ҙур концентрация күҙәтелә. Күп кенә йондоҙҙар атмосфераһында неон водород һәм гелийҙан һуң өсөнсө урынды биләй[8]

Ер ҡабығында

Икенсе осор бөтә тотороҡло элементтарҙан неон — Ерҙә иң әҙ таралғаны[9]. 18-се төркөм сиктәрендә ер ҡабығы йөкмәткеһендә аргон һәм гелийҙан ҡала өсөнсө урынды биләй . Ҡайһы бер газ томанлыҡтарында һәм йондоҙҙарҙа неон ерҙәгенән күп тапҡыр картығыраҡ.

Неон лампалар маяҡтарҙа һәм аэродромдарҙа сигналдар өсөн ҡулланыла, сөнки уларҙың ҡыҙыл төҫөн томан һәм ҡараңғылыҡ бик ҡаплай алмай.

Ҡулланыу

«Неон» вывеска

Шыйыҡ неонды криоген ҡоролмаларҙа һыуытыусы сифатында файҙаланалар. Элегерәк неон сәнәғәттә инерт мөхит булараҡ ҡулланылған, ләкин хәҙер арзаныраҡ аргон менән алыштырған. Неонды газ лампаларында, радио йыһаздарындағы сигнал лампаларында, фотоэлементтарҙа һәм турайтҡыстарҙа ҡулланыла. Неон һәм гелий ҡатнашмаһы газ лазерҙарында (гелий-неон лазеры) эшсе мөхит булараҡ ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Неон// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 17-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты