Мөсәт

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Мөсәт (рус. Мусатово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Янғантау ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 71 кеше[2].Почта индексы — 452492, ОКАТО коды — 80247875004.

Ауыл
Мусатово
башҡ. Мөсәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Янғантау ауыл Советы

Координаталар

55°15′01″ с. ш. 58°12′03″ в. д.HGЯO

Халҡы

71[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452492

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 875 004

ОКТМО коды

80 647 475 116

Мусатово (Рәсәй)
Мусатово
Мусатово
Мөсәт (Башҡортостан Республикаһы)
Мусатово

Географик урыны

Мөсәт ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 12 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 41 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Мөсәт ауылына XVIII быуаттың 60‑сы йылдарында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл был урынға тәүге төпләнеүсе кешенең исемен йөрөтә, уның улы Байбулат Мөсәтов була. Ауыл Сулпа тип тә аталған. 1770 йылда Мөсәт ауылына академик П. С. Паллас килгән, Мөсәт уҙаманды күреп һөйләшкән. Ауыл тау битләүендә, Өфө ҡалаһынан 132 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

1795 йылда 23 хужалыҡта 70 кеше булған. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған.

1816 йылда VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 12 хужалыҡта 76 кеше йәшәгән. Ауылдан 40-50 саҡрым алыҫлыҡта өс завод — Эҫем, Минйәр, Ҡытаутамаҡ — заводтары урынлашҡанлыҡтан, урындағы халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү мөмкинлеге булған.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Мырҙалар улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
181610-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
183410-сы йорт8-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
184710-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
185910-сы йорт8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Мырҙалар улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Мырҙалар улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Мырҙалар-Мәсетле ауыл СоветыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Мәсетле ауыл СоветыМалаяҙ районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Янғантау ауыл СоветыСалауат районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1842 йылда Мөсәттә 125 кеше 35 сирек ужым һәм 239 сирек яҙғы ашлыҡ, 4 сирек картуф сәскәндәр. 1859 йылда 23 йортта 100 кеше йәшәгән. Аралаш-баҫыу сәсеү әйләнеше ҡулланылған. Арыш, бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай сәскәндәр. Һөрөнтө ерҙәрҙе тиреҫләнгән. Ябай «башҡорт һәм көнгөр һабандары» менән ер эшкәрткәндәр. Йәшелсә баҡсалары булған. Башҡорт тоҡомло мал үрсеткәндәр.

XIX быуаттың 40-сы йылдарында 25 хужалыҡта 121 йылҡы, 23 эре мөгөҙлө мал, 13 һарыҡ, 40 кәзә иҫәпләнгән. Йүрүҙән йылғаһын аша сығыуға яллаған өсөн һалым статьялары, 4 һыу тирмәне булған. XIX быуаттың аҙағында бакалея кибете була.

1865 йылда 26 хужалыҡта  95 кеше йәшәгән[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1920 йылда Мөсәттәге 50 хужалыҡта 271 кеше донъя көткән[6].

Халыҡ һаны

Мөсәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл200
1920 йыл 26 август271
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар256
1959 йыл 15 ғинуар207
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар132
2002 йыл 9 октябрь97
2010 йыл 14 октябрь71343747,952,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Шишмә урамы (рус.  Родниковая (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

Тауҙар:Кантон тауы,

  • Ҡарағоштау йәғни Бөркөт оя
  • Янғантау (тау)
  • Уртатау
  • Хажи ҡаштағы
  • Оҙонҡор
  • Ҡарағайтау
  • Ҡырҙытау

Йылғалар:Йүрүҙән,

  • Илек

Шишмәләр:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡушаматтар

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә