Мәдхәлиселәр

Мәдхәлиселәр (ғәр. المداخلة‎) йәки المدخليون‎); Мәҙинә йәмәғәте (جماعة المدينة‎); (рус. Мадхалиты) — билдәле сәләф ғалимы Рәбиғ әл-Мәдхәли хеҙмәттәренән илһамланған сәләфи хәрәкәт эсендәге ағым[1][2][3][4]. Политолог Ғүмәр Ғәшүр[5] һәм ҡайһы бер көнбайыш киң мәғлүмәт саралары "мәдхәлиселек"те дини секта булараҡ билдәләй.

Мәдхәлиселәр
ғәр. المداخلة

Рәбиғ әл-Мәдхәли әҫәрҙәре йыйынтығы 15 томда.
Башҡа исемдәре:

Мәҙинә йәмәғәте

Дин:

ислам

Ағым:

сөнниҙәр

Нигеҙләнгән:

XX быуат

Нигеҙләүсе:

Рәбиғ әл-Мәдхәли

Илдәр:

СҒК, Мысыр һ.б.

Ҡаршы тороусылар:

тәкфирселек

Тасуирламаһы

Мәдхәлисе идеологияһының нигеҙ ташы булып, хатта ул үҙенең подданныйҙарын нигеҙһеҙ көс ҡулланыуға дусар итһә лә хөкүмәткә бер һүҙһеҙ тоғролоҡ тора[6]. Яҡын Көнсығышта диктатор режимына ҡаршы сығыш яһаған башҡа ислам төркөмдәренән айырмалы рәүештә, мадхалиттар асыҡтан-асыҡ бындай режимдарҙы хуплай[5][7][8][9].

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр хәрәкәттең барлыҡҡа килеүен Мосолман туғандар яҡлылар һәм Сәйет Ҡотобҡа (ҡотбиҙәр) ҡаршы реакция менән бәйләй[10]. 1990-сы йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Мысыр хөкүмәттәре радикаль исламсы хәрәкәттәре элементтарынаа ҡаршы сәләфи-мәдхәлиселәрҙе яҡлай[11][12][13][14].

Таралыуы

Аналитиктар фекеренсә, Нидерландтағы мадхалиттар бөтә салафиттарҙың яртыһын тәшкил итә[7]. Политолог Тәлғәт Мамыраимов мәғлүмәттәре буйынса, Ҡаҙағстан мосолмандарының яҡынса 5-10 % — салафиттар, улар араһында салафит-мадхалиттар өҫтөнлөк итә, улар үҙ эйәрсендәрен дәүләт власына тулыһынса буйһонорға саҡыра[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Brachman J. M. Global Jihadism: Theory and Practice. — Routledge, 2008. — 224 p. — (Political Violence). — ISBN 9781134055418.
  • Lacroix S. Awakening Islam / пер. с фр. G. Holoch. — Harvard University Press, 2011. — 373 p. — ISBN 9780674049642.
  • Meijer R. Politicising Al-Jarh wa-l-Ta`dil // The Transmission and Dynamics of the Textual Sources of Islam / Boekhoff-van der Voort N., Versteegh K., Wagemakers J.. — BRILL, 2011. — 495 p. — ISBN 9789004206786.
  • Аль-Мадхали Р. Биография автора // Собрание книг, посланий и фетв шейха и учёного Раби ибн Хади Умайра аль-Мадхали = ғәр. مجموع كتب ورسائل وفتاوى فضيلة الشيخ العلامة ربيع بن هادي عمير المدخلي‎. — Дар аль-имам Ахмад. — Т. 1. — С. 7—14.


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә