Мүктәр

Мүктәр, йә Мүк, йәки Бриофит (лат. Bryophyta), — юғары йәки ер өҫтөндә үҫеүсе үҫемлектәр рәтенә ҡарай, уларҙың яҡынса 700 ырыу һәм 110—120 ғаиләгә ҡараған 10 меңләп төрө билдәле[3] (дөйөм иҫәбе буйынса, Печеночный һәм Антоцеротовый мүктәрҙе ҡушҡан осраҡта, яҡынса 20 000 төрө бар[4]). Һыу мүктәрен иҫәпкә алмағанда, ғәҙәттә был ваҡ үҫемлектәрҙең оҙонлоғо бик һирәк ваҡытта 50 мм-ҙан арта, сөнки ҡайһы бер һыу мүктәре ярты метрҙан ашыу оҙонлоҡта була, ә эпифиттарҙыҡы тағы ла оҙонораҡ булыуы мөмкин. Мүктәр Мүк һымаҡтар кеүек үк башҡа ер өҫтөндә үҫеүсе (юғары) үҫемлектәрҙән үҙҙәренең йәшәү циклдары менән бер ни тиклем айырыла, сөнки уларҙың йәшәү циклында диплоидный спорофитҡа ҡарағанда гаплоид гаметофит өҫтөнлөк итә.

Мүктәр
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһыBryophyta Schimp., 1879[1][2]
Таксономия рангыһыотдел[d][1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксонЮғары төҙөлөшлө үҫемлектәр[1] һәм Bryobiotina[d][2]
Башланыу датаһынекорректная дата (недостижимая точность)
PAEnflowered taxon URLpaenflowered.org/catalog…
 Мүктәр Викимилектә

Элек был бүлеккә Печеночный (Marchantiopsida, йәки Hepaticopsida) һәм Антоцеротовой (Anthocerotopsida) мүк төрҙәрен дә индерәләр ине, әммә хәҙер был такса бүлеге үҙ Marchantiophyta һәм Anthocerotophyta кимәленә тиклем күтәрелде. Өс бүлеккә ҡараған мүк төрҙәре өсөн формаль булмаған мүк һымаҡтар (мохообразные (Bryophytes)) йыйылма термины ҡулланыла.


Ботаниканың мүк һымаҡтарҙы өйрәнеү бүлеге бриология тип атала.

Тарихы

Күп кенә мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, мүк һымаҡтар башҡа споралы үҫемлектәр кеүек үк псилофиттарҙан (риниофиттарҙан) барлыҡҡа килгән, йәғни боронғо юҡҡа сыҡҡан ер өҫтө үҫемлектәре төркөмдәренән таралған. Шул уҡ ваҡытта мүктәрҙең спорофиттары тармаҡланған тәүбыуын формаһының редукцияһы һөҙөмтәһе булараҡ ҡарала.

Башҡа ҡараш буйынса мүктәр, плауновидлылар һәм риниофиттар бик боронғо дөйөм бер үҫемлек төркөмө сығанағынан килеп сыҡҡан.

Тәүге палеонтологик табыштар девона осороноң аҙағына — карбон осоро[5] башына ҡарай.

Биологик яҙма

Кәкүк етене (Polytrichum commune) миҫалында мүктәрҙең тормош циклы
Күҙәнәктәр эсендәге хлоропластар Plagiomnium affine ғаиләһенән Mniaceae

Болан мүген мүк менән бутарға ярамай, сөнки ул мүк түгел, ә исем өсөн йыйылма атама алған бәшмәк менән ылымыҡтан ғибәрәт булған түбән төҙөлөшлө үҫемлек, йәғни лишайник.

Мүктәр бөтә континенттарҙа ла, шул иҫәптән Антарктидала ла, осрай.

Ғәҙәттә улар ҡараңғы йәки күләгәле урындарҙа тығыҙ булып уҡмашып үҫә, йыш ҡына һыу ятҡылыҡтарына яҡын урындарҙы үҙ итә, һирәкләп булһа ла асыҡ һәм ҡоро ерҙәрҙә лә осрауы мөмкин. Мүк һымаҡтар араһында сөсө һыу мөхитен үҙ итеүселәр ҙә бар. Диңгеҙҙә таралыусы төрҙәре юҡ, әммә ҡайһы берҙәре бәрмә тулҡынлы ҡаяларға йәбешеп үҫә.

Мүк һаҙлыҡтарҙа үҫеү менән бер рәттән унда башҡалары өсөн уңайлы барлыҡҡа килеү шарттары булдыра[6].

Мүктәрҙең әһәмиәте

Мүк һымаҡтарҙың ғаиләләре (The Plant List мәғлүмәт базаһы буйынса тулы исемлектәре)

  • Биоценоздарҙың айырым төрҙәрен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашалар, бигерәк тә тупраҡ өҫтөн тулыһынса тиерлек ҡаплаған ерҙәрҙә (тундрала).
  • Мүк япмалары (мүклектәр) радиоактив матдәләр туплауға һәм уларҙы һаҡлауға һәләтле.
  • Ландшафт һыу балансын көйләүсе булараҡ та мүк төрҙәре ҙур роль уйнай, сөнки бик күп һыу һеңдерә һәм уны һаҡлай алалар.

Мүк һымаҡтарҙың ырыуҙары (The Plant List мәғлүмәт базаһы буйынса мәғлүмәт тулы исемлектәре)

Классификацияһы

Мүк кластары

  • Andreaeobryopsida
  • Andreaeopsida — Андреевые мхи
  • Bryopsida — Листостебельные мхи
  • Oedipodiopsida
  • Polytrichopsida — Политриховые мхи
  • Sphagnopsida — Сфагновые мхи
  • Takakiopsida — Такакиевые мхи
  • Tetraphidopsida — Тетрафисовые мхи

ДНК эҙмә-эҙлелеген тикшереү нигеҙендә мүк кластарының филогенетик торошо[7][8].



Takakiopsida



Sphagnopsida





Andreaeopsida



Andreaeobryopsida




Oedipodiopsida




Tetraphidopsida



Polytrichopsida



Bryopsida







Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә