Молодечно

Молодечно (бел. Маладзе́чна) — Белоруссияның Минск өлкәһендәге Уша йылғаһы буйындағы ҡалаһы. Молодечно районының административ үҙәге. Тәүге яҙма сығанаҡтарында 1388 йылда телгә алына.Минсиҙан 73 км өҫтәрәк төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ҡала майҙаны — 33,33 йәки 33,49 км². 2018 йылдың 1 ғинуарында ҡалала 95 011 кеше йәшәй.

Молодечно
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-be-tarask" does not exist.
Флаг[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһыМаладзечна
Дәүләт Беларусь[1]
Административ үҙәгеМолодечненская область[d], Молодечненский район[d] һәм Молодечненский повет[d]
Административ-территориаль берәмекМолодечненский район[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Халыҡ һаны89 068 кеше (1 ғинуар 2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек161 метр[3] һәм 159 метр[3]
Туғандаш ҡалаЭсслинген-на-Неккаре[d], Коломна, Пётркув-Трыбунальски[4], Паневежис[d] һәм Череповец
Майҙан30 км²
Почта индексы222301, 222302, 222303, 222304, 222305, 222306, 222307 һәм 222310
Рәсми сайтmolodechno.gov.by
Изображение знака с названием места или объекта
Иң тәүге яҙма ваҡыты16 декабрь 1388
Урындағы телефон коды176
Номер тамғаһы коды5
Категория для почётных граждан субъектаQ32871794?
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Молодечно[d]
Карта
 Молодечно Викимилектә

Исеменең килеп сығышы

«Молодечно» топонимы, күрәһең, Молодечанка йылғаһы исеменән (бел. Маладзечанка) алынған. Был йылға мелиорация эштәре һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ «молодец» (мәғәнәһе — кенәз дружинаһында булған яугир) һүҙенән алынған булыуы ла ихтимал.

Халыҡ

Молодечно ҡала халҡы һанының динамикаһы (XVII—XXI быуат)
Милли составы 2009 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса
Белорустар814 8388,9 проценты
Рустар70127,44 %
Поляктар6920,73 %
Украиндар11231,19 проценттан
Әрмәндәр860,09 %
Әзербайжандар850,09 %
Татарҙар700,07 %
Йәһүдтәр450,05 %
Вьетнамец410,04 %
Литва410,04 %
Молдавандар300,03 %
Грузиндар290,03 %

Иҡтисад

Ҡалала машиналар төҙөү, еңел, аҙыҡ-түлек, ағас эшкәртеү сәнәғәте иҡтисадтың төп өлөшөн тәшкил итә. Сәнәғәт структураһында — электротехника сәнәғәте, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, металл эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү, мебель, еңел сәнәғәт, парфюмерия әйберҙәре һәм керамика етештереү иҫәпләнә.

Белем

  • 14 мәктәп (шуларҙың 5-һе гимназия)
  • Художество мәктәбе
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • Балалар тынлы музыка ҡоралдары мәктәбе
  • Медицина колледжы
  • М. К. Огинский исемендәге Молодечно музыка училищеһы
  • Молодечно Дәүләт политехник колледжы
  • Сауҙа-иҡтисад колледжы
  • 7 асыҡ китапхана
  • Гимназия-сәнғәт колледжы

Власть органдары

Молодечно район советы депутаттары власть органдары вәкиллеге булып тора. Бер мандатлы округтар буйынса һайлана һәм унда 40 кеше тора. Вәкәләттәре срогы 4 йыл. Депутаттар советы итеп 2018 йылдың 18 февралендә һайлана. Паукшта Андрей Анатольевич совет рәйесе булып тора.

Һаулыҡ һаҡлау

Дауалау-профилактик эштәрҙе территориаль Молодечно медицина берләшмәләре башҡара. Уның эсенә инә:

  • Балалар дауаханаһы,
  • ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм бала табыу йорто,
  • район дауаханаһы,
  • 2-се һанлы ҡала дауаханаһы,
  • неотложный һәм ашығыс медицина ярҙамы станцияһы,
  • 3-сө һанлы ҡала поликлиникаһы,
  • балалар поликлиникаһы,
  • Ҡаланың 2-се стоматология поликлиникаһы,
  • балалар стоматология поликлиникаһы,
  • тире-венерология диспансеры,
  • туберкулез диспансеры,
  • психоневрологик диспансер.

Бәйләнеш

Стационар элемтә операторы булып унитар предприятие «Белтелеком» тора. Районды Молодечно РУЭС -ы телефон һәм радиоэлемтә менән хеҙмәтләндерә. Ҡаланың телефон элемтә абоненттары һаны — 41,3 мең кеше. Тиҙлекле интернет селтәре, IP телевидение, универсаль почта эшләй[5].

Мобиль элемтәне Velcom, life:), МТС башҡара.

Мәҙәниәт

Мәҙәниәт һарайы
Минск өлкә драмтеатры

2002 йылдан алып Молодечно ҡала мәҙәниәт һарайы эшләй, унда эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсы «Маладзічок», спорт бейеүҙәре буйынса республика турнирҙары «Молодечно Кубогы» һәм башҡа саралар үткәрелә.

Ҡалала Минск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар.

Минск «Батлер» өлкә ҡурсаҡ театры һәм өлкә драма театры эшләй.

Һәйкәлдәр:

  • Михаил Клеофас Огинский һәйкәле — Речь Посполитаяның композиторы һәм сәйәси эшмәкәре
  • Ленин Владимир Ильич һәйкәле
  • Волынка Андрей Иванович — Советтар Союзы Геройы
  • Николай Иванович Ермолович — белорус тарихсыһы һәм яҙыусыһы
  • Беларусь азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булғандар һәйкәле[6].

Туристик мәғлүмәт

Покров Пресвятой Богородицы сиркәүе
Күренекле урындары[7][8]
  • Ҡаласыҡ (XV—XVII быуаттар)
  • Ҡаланың тарихи биналары (ХІХ — ХХ быуат башында)
  • Мемориаль комплексы «Шталаг 342»
  • Уҡытыусылар семинарияһы (1762 йыл)
  • Синагога (XIX—ХХ быуаттар)
  • Покров Пресвятой Богородицы сиркәүе (1867—1871 йылдар)
  • Тимер юл вокзалы (1907 йыл)

Туғанлашҡан ҡалалары

  1. Борский район, Россия
  2. Велинград, Болгария
  3. гмина Домброва-Бялостоцка, Польша
  4. Ирпень, Украина
  5. Качканарский городской округ, Россия
  6. Коломна, Россия
  7. Кутновский повят, Польша
  8. Любытинский район, Россия
  9. Паневежис, Литва
  10. Пётркув-Трыбунальски, Польша
  11. Светловский городской округ, Россия[9]
  12. Славянский район, Россия
  13. Сокулка, Польша
  14. Череповец, Россия
  15. Флорешты, Молдавия
  16. Фрунзенский район (Санкт-Петербург), Россия[10]
  17. Электренай, Литва
  18. Эслинген-на-Неккаре, Германия[11]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә