Михалков Никита Сергеевич

СССР һәм Рәсәй киноактёры, режиссер, сценарист һәм продюсер

Михалков Никита Сергеевич (21 октябрь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй киноактёры, режиссер, сценарист һәм продюсер. Н. С. Михалков етәкселегендәге Театр һәм кино үҙәгенең художество етәксеһе (2017 йылдан). РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984). «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры. 1998 йылдан Рәсәй кинематографистар Союзы рәйесе[8][9]. Өс тапҡыр РФ Дәүләт премияһы лауреаты (1993, 1995, 1999), Ленин комсомолы премияһы (1978).

Михалков Никита Сергеевич
рус. Никита Сергеевич Михалков
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй[3]
Тыуған ваҡыттағы исемерус. Никита Сергеевич Михалков
Патронимы йәки матронимыСергеевич[d]
Тыуған көнө21 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][4][5] (78 йәш)
Тыуған урыныМәскәү, СССР
АтаһыСергей Владимирович Михалков[d]
ӘсәһеНаталья Петровна Кончаловская[d]
Бер туғандарыКончаловский Андрей Сергеевич
Хәләл ефетеАнастасия Александровна Вертинская[d] һәм Татьяна Евгеньевна Михалкова[d]
БалаларыСтепан Никитич Михалков[d], Анна Никитична Михалкова[d], Артём Никитич Михалков[d] һәм Надежда Никитична Михалкова[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөактёр, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эшҡыуар, йырсы, алып барыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы, блогер, киносценарист, яҙыусы, режиссёр
Эшмәкәрлек төрөактёрлыҡ оҫталығы[d][6], ведение блога[d], кинематограф, телевидение, киносценарий[d][6], кинорежиссура[d][6] һәм әҙәбиәт[6]
Эш урыныЮғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Уҡыу йортоС. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Театральный институт имени Бориса Щукина[d]
Центральная музыкальная школа[d]
ГОУ ЦО № 1239[d]
Музыка ҡоралывокал[d]
Ойошма ағзаһыРоссийский фонд культуры[d] һәм Рәсәй Кинематографистар союзы[d]
Ведущий теле- или радиопередачиБесогонTV[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтbesogontv.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр1 650 000 ± 9999[7]
 Михалков Никита Сергеевич Викимилектә

«Урга — мөхәббәт биләмәһе» («Урга — территория любви») фильмы өсөн Венеция кинофестиваленең «Золотой лев» (1991) «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» (1993) премияһына номинант. «Утомленные солнцем» фильмы «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категорияһында «Оскар» (1995) премияһы лауреаты һәм Канн кинофестивале Гран-приһы (1994). «12» фильмы өсөн Венеция кинофестиваленең (2007) киносәнғәтенә индергән өлөшө өсөн «Махсус арыҫлан» эйәһе, «Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн» категорияһында «Оскар» (2008) премияһы номинанты.

Биографияһы

Никита Сергеевич Михалков 1945 йылдың 21 октябрендә Мәскәүҙә совет әҙәбиәтсеһе, яҙыусы һәм шағир Сергей Михалков менән яҙыусы һәм тәржемәсе Наталья Кончаловская ғаиләһендә тыуа. Ағаһы — Андрей Михалков-Кончаловский.

1956—1959 йылдарҙа Никита Михалков Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса уҡый, эргәһендәге театр студияһында шөғөлләнә Станиславский исемендәге драма театрының театр студияһында шөғөлләнә.

1963 йылда Щукин исемендәге театр училищеһына инә; 1966 йыл, дүртенсе курс студенты булараҡ, кино төшөрөүҙәрҙә ҡатнаша һәм шуның өсөн уҡыуҙан сығарыла (ул ваҡытта студенттарға бындай ғәмәл тыйыла). ВГИК-тың режиссер факультетының икенсе курсына күсә.

1971 йылда ВГИК-ты тамамлай (Михаил Ромм оҫтаханаһы). Диплом эше булып «Спокойный день в конце войны» фильмы тора, уның сценарийын Михалков Рөстәм Ибраһимбәков менән бергә яҙа.

27 йәшендә үҙе теләп хәрби хеҙмәткә бара[10], 1972—1973 йылдарҙа Камчаткала флотта, «Михаил Кутузов» крейсерында хеҙмәт итә. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, концерттар менән даими сығыш яһап, тулы зал йыя[11].

Иҫкәрмәләр

Библиография

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә