Михайлов Борис Петрович

Михайлов Борис Петрович (6 октябрь 1944 йыл, Мәскәү) — совет хоккейсыһы, совет һәм Рәсәй тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Полковник.

Михайлов Борис Петрович
рус. Борис Петрович Михайлов
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө6 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыныМәскәү, СССР
Һөнәр төрөхоккейсы, тренер
Командалағы уйын позицияһыситке һөжүмсе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт командаһы ағзаһыЦСКА һәм Кристалл[d]
Масса77 килограмм
Спорт төрөШайбалы хоккей[1]
Ударная рукалевый[d]
ҠатнашыусыҠышҡы Олимпия уйындары 1976[d], Зимние Олимпийские игры 1980[d] һәм Зимние Олимпийские игры 1972[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Почёт ордены «Почёт Билдәһе» ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены заслуженный тренер России заслуженный мастер спорта СССР медаль «В память 850-летия Москвы» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «За безупречную службу» III степени медаль «За безупречную службу» II степени
Бейеклеге/буйы178 сантиметр
 Михайлов Борис Петрович Викимилектә

Биографияһы

Борис Петрович Михайлов 1944 йылдың 6 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.

Һарытауҙың «Кристалл» (1962—1965), «Локомотив» (Мәскәү) (1965—1967) һәм ЦСКА хоккей командалары (1967—1980) уйынсыһы.

Оҙаҡ ваҡыт СССР йыйылма командаһы капитаны була.

КПСС ағзаһы[2].

Уйынсы карьераһы тамамланғандан һуң тренер булып эшләй.

1981—1984, 1992—1997, 2002—2005 йылдарҙа һәм 2006 йылдың март — ноябрендә[3] — СКА (хоккей клубы)-ның баш тренеры (Ленинград/Санкт-Петербург), (1994 йылғы МХЛ чемпионатының өсөнсө призёры); 1998—2001 йылдарҙа — ЦСКА-ның баш тренеры.

2007 йылдың ноябренән 2009 йылға тиклем Новокузнецкиҙың«Металлург» хоккей блубының баш тренер булып эшләй[4].

Уның етәкселегендә (1992—1995, 2001—2002 йылдар) Рәсәй йыйылма командаһы 1993 йылда үҙ тарихында тәү тапҡыр донъя чемпионатында алтын миҙал яулай, ә 2002 йылда планетаның вице-чемпионы була. 2005 һәм 2006 йылғы донъя чемпионатында, 2006 йылғы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһының тренерҙар штабы ағзаһы була.

Борис Михайлов 1996 йылда Донъя Кубогында Рәсәй йыйылма командаһы менән етәкселек итә[5]. Ул үҙе был вазифаны биләргә теләмәй, әммә уны Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Валентин Сыч күндерә[6].

1997 йылда Игорь Тузик менән берлектә Финляндияла донъя чемпионатында Игорь Дмитриевтың тренерҙар штабында эшләй. Әммә ысынында иһә, Дмитриев ҡаты ауырығанға күрә, нәҡ Михайлов йыйылма команданың баш тренеры була[7].

1979 йылда Мәскәү дәүләт физик культура академияһын тамамлай. Отставкалағы полковник.

Өйләнгән, 2 улы (Андрей һәм Егор) бар, улар ҙа үҙҙәрен хоккейға арнаған.

2000 йылда ИИХФ дан залына индерелә.

Ул 2022 йылда Торонтолағы Хоккей даны залына инеүгә дәғүәселәр иҫәбенә инә[8]. Михайлов был титулға 2019 йылда дәғүә итә.

Дәүләт наградалары

Рәсәй Федерацияһы
СССР

Ҡаҙаныштары

СССР йыйылма командаһы капитаны формаһында, 1979 йыл

Командала

Клубта

  • Европа кубогын яулаусы (10): 1969—1974, 1976, 1978—1980
  • СССР чемпион (10): 1968, 1970—1973, 1975, 1977—1980.
  • СССР чемпионаттарының көмөш призёры (3): 1969, 1974, 1976.
  • СССР Кубогын яулаусы (4: 1968, 1969, 1973, 1977)
  • СССР Кубогы финалисы: 1976.
    • СССР чемпионаттарында 572 уйын үткәрә (428 шайба).

Йыйылма командала

  • Олимпия чемпионы (2): 1972, 1976.
  • Олимпия уйындарының көмөш призеры: 1950.
  • Донъя чемпионы (8): 1969, 1970, 1971, 1973, 1974, 1975, 1978, 1979.
  • Донъя чемпионатының көмөш призеры: 1972, 1976.
  • Донъя чемпионатының бронза призеры: 1977.
  • Европа чемпионы (7): 1969, 1970, 1973, 1974, 1975, 1978, 1979
  • Европа чемпионатының көмөш призеры: 1971, 1972.
  • Европа чемпионатының бронза призеры: 1976, 1977.
    • Донъя чемпионатында һәм Олимпия уҡындарында йыйылма команда өсөн 120 уйын (109 шайба) үткәрә.
  • 1979 йылғы Саҡырыу Кубогы (Кубок Вызова 1979) эйәһе
  • Дуҫлыҡ армиялары спартакиадаһы еңеүсеһе (Ленинград, СССР) СССР (Ҡораллы көстәре йыйылма командаһы): 1975[9]

Шәхси

  • 1973, 1979 йылғы донъя чемпионаттарының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе
  • 1977, 1978 йылдарҙағы донъя чемпионаттарының иң яҡшы снайперы.
  • 1974 йылғы донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры.
  • СССР чемпионаттарының иң яҡшы снайперы (1975, 1976, 1978 йылдар).
  • ИИХФ-тың "Алтын сәкән"е эйәһе 1979 йыл.

Тренер булараҡ

  • 1993 йылда донъя чемпионы.
  • 2002 йылғы донъя чемпионатының көмөш призеры.
  • 1994 йылда МХЛ-дың (СКА) өсөнсө призёры.

Кинола

«Валерий Харламов. Өҫтәмә ваҡыт» (Валерий Харламов. Дополнительное время) Рәсәй фильмында Б. Михайлов ролен Кирилл Кяро башҡара.Рәсәйҙең «17-се номерлы легенда» (Легенда номер 17) фильмында Б. Михайлов ролен Тимур Ефременков башҡара.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты