Мехерзия Лабиди Майза | |
ғәр. محرزيَّة العُبيدي | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | ![]() |
Тыуған көнө | 17 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] |
Тыуған урыны | Mziraa[d], Набуль[d], Тунис |
Вафат булған көнө | 22 ғинуар 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2][1] (57 йәш) |
Вафат булған урыны | XIX округ Парижа[d], Париж, Франция[1] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | инсульт[3] |
Туған тел | Ғәрәп теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, тәржемәсе, уҡытыусы |
Эшмәкәрлек төрө | английская литература[d] |
Биләгән вазифаһы | член Национальной ассамблеи Туниса[d] һәм Member of the Assembly of the Representatives of the People[d][4] |
Уҡыу йорто | Университет Париж III Новая Сорбонна[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия возрождения[d] |
![]() |
Мехерзия Лабиди Майза (ғәр. محرزية العبيدي معيزة; 17 декабрь 1963, Хаммамет, Тунис — 22 ғинуар 2021, Париж, Франция)[5] — Тунис сәйәсмәне, тәржемәсе, 2011 йылда саҡырылған Тунис Ойоштороу йыйылышының беренсе вице-спикеры [6]. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында пунктты Ғәрәп яҙынан һуң ҡабул ителгән Тунис конституцияһына индереүгә булышлыҡ итеүен мөһим ҡаҙаныш тип иҫәпләй[7].
Мехерзия Лабиди 1963 йылдың 17 декабрендә[8] Эль-Мезирҙа, Тунистың төньяҡ-көнсығышында Хаммамет (Набуль провинцияһы) ҡалаһында тыуған. Һигеҙ балалы ғаиләлә үҫкән, атаһы уларға никах тураһында уйларҙан алда мәктәпте тамамларға тейешһегеҙ тип әйткән. 1982 йылда ул Громбалия ҡалаһында урта мәктәпте тамамлаған, һуңынан көньяҡҡа күсенгән, Сүс ҡалаһында Юғары нормаль мәктәптә уҡыған[9].
Лабиди Майза 1986 йылда кейәүгә сыға һәм телекоммуникациялар буйынса инженер булып эшләгән ире менән Францияға китә, унда Яңы Сорбоннала Париж III Университетында телдән һәм яҙма тәржемәселәрҙең Юғары мәктәбендә уҡый[10]. 1992 йылда иҡтисад һәм тәржемә буйынса магистр дәрәжәһен ала һәм шулай уҡ инглиз әҙәбиәте һәм театр белеме буйынса аспирантура тамамлай[11]. Һуңынан Лабиди Майза Сен-Дениҙа гуманитар фәндәрҙең Европа институтында тәржемәселек эше буйынса уҡыта.
2004 йылда Лабиди Майза Лоран Кляйн менән авторҙашта «Авраам, проснись, они сходят с ума!» (франц. Abraham, réveille-toi, ils sont devenus fous!) китабының авторы була[12][13]. Мультимәҙәни йәмғиәттәрҙә мәғариф, ҡатын-ҡыҙҙар, йәмғиәт, дин тураһында лекциялар уҡый. 2006 йылдан ул дини ҡатын-ҡыҙҙарҙың глобаль селтәре рәйесе була.[11]
2009 йылда Лабиди Майз дини лидерҙарҙың Европа советы ағзаһы була. Ул Францияла дебаттар ваҡытында никаб кейеү буйынса уртаса позицияны хуплагандан һуң, халыҡ-ара танылыу ала[10]. 2015 йылда Лабиди Майза Нью-Йоркта урынлашҡан һәм БМО-ла танылыу алған «Религии за мир» ойошмаһының почетлы президенты була[11].
2011 йылдың 23 октябрендә[14] Лабиди Майза сит илдәрҙә йәшәүсе Тунис халҡынан Яңы Партияның вәкиле булараҡ Тунис Ойоштороу йыйылышына һайлана. Уның билдәләүенсә, ул һәр икенсе кандидаттың ҡатын-ҡыҙ булыуын талап иткән положение арҡаһында урын яулай[7]. 22 ноябрҙә 214 тауыштан 142 тауыш йыйып, Лабиди Майза йыйылыштың вице-спикеры була[15]. 2012 йылда Лабиди Майза «Яҡын Көнсығышта иң юғары вазифалы ҡатын-ҡыҙ» тип атала[6].
Лабиди Майза дебаттар ойоштора, уның барышында Тунистың яңы конституцияһы положениелары тураһында фекер алышыу була. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары был документтың 45-се статьяһына индерелеүе менән ғорурлана. Лабиди Майза 2014 йылда «донъяны матурлаусы» һигеҙ ҡатын-ҡыҙ араһында «The Post Huffington» тип атала. Ғәрәп яҙынан һуң ҡабул ителгән Тунис конституцияһы уның үҙе яҡлыларға оҡшамаған положениеларҙан да тора, быға ул яуап итеп былай тей: «Был бала табыу кеүек үк ауыр: һыҙланыулы, әммә һөҙөмтәлә, бала донъяға тыуғас, барыһы ла бәхет кисерә»[7].
Лабиди Майза ике гражданлыҡҡа эйә — Францияла һәм Туниста, бының өсөн тәнҡиткә дусар була[10][9][16]. Уның ире, ике ҡыҙы һәм бер улы була[15].
Лабиди Майза 2014 йылдың октябрендә Туниста парламент һайлауҙарында Халыҡ вәкилдәре ассамблеяһына һайлана, был юлы Набель ҡалаһынан икенсе кимәлдәге округтан[14]. 2015 йылда ул Тунис хөкүмәте ағзаһы була, ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә, балалар һәм оло йәштәге кеше эштәре буйынса комитетты етәкләй[11].
Лабиди Майза 2020 йыл аҙағында COVID-19 йоҡторған һәм ноябрь уртаһында дауаланыу өсөн Францияға килгән тигән хәбәр була. Уның хәле декабрь баштарында насарая, һәм ул 2021 йылдың 22 ғинуарында иртәнсәк вафат була[17]. Ҡатын-ҡыҙҙар эше буйынса Тунис министры Сихем Бади уның COVID-19 менән яфа сикмәүен хәбәр итә[18]. Лабиди Майзаның кәүҙәһе 23 ғинуарҙа Тунисҡа ҡайтарыла, һәм ул 24 ғинуарҙа Набулдә Громбалия зыяратында ерләнә[19].