Мверу

Мве́ру (ингл. Lake Mweru; франц. Lac Moero) — Конго йылғаһы бассейнындағы ҙур сөсө күл.

Озеро
Мверу
ингл. Lake Mweru
Морфометрия
Абсолют бейеклеге917 м
Үлсәме131 × 56 км
Майҙаны5120 км²
Күләме38,2 км³
Иң тәрән урыны27 м
Уртаса тәрәнләк7,5 м
Урынлашыуы
9°10′ ю. ш. 28°30′ в. д.HGЯO
 Мверу Викимилектә

География

Конго Демократик Республикаһы һәм Замбия сигендә, Танганьика күленең көньяҡ осонан 150 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Көнсығыш Африка рифт үҙәне күлдәре селтәренең бер өлөшө булып тора. Төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 118 км-ға һуҙылған. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 917 м, оҙонлоғо — 131 км, киңлеге — 56 км. Майҙаны — 5120 км², күләме — 38,2 км³, иң ҙур тәрәнлеге — 27 м, уртаса тәрәнлеге — 7,5 м[1]

Луалупа — күлде тулыландырыусы иң ҙур йылға булып тора, ул һаҙлыҡлы дельта барлыҡҡа килтереп Мверуға көньяҡтан ҡоя. Көнсығышта әһәмиәтле ҡушылдығының береһе Калунгвиши йылғаһы күлгә көнсығыштан ҡоя. Төньяҡта Мверу күленән Лувуа йылғаһы сыға, ул төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Луалабу йылғаһына (Конго бассейны) ҡоя. Күлдең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә майҙаны 25 км² тәшкил иткән ҙур Килва утрауы урынлашҡан.

Төбәктең башҡа күлдәренән айырмалы рәүештә, Мверу күленең кимәле ҡоро һәм ямғырлы миҙгелдәр алмашыныуына ҡарап ныҡ үҙгәрмәй һәм уның йыллыҡ кимәле яҡынса 1,7 м тәшкил итә (максималь күрһәткесе май айына, ә минималь күрһәткесе ғинуарға тура килә)[2].

Европалыларға күлде асыусы тип сәйәхәтсе Давид Ливингстон тип иҫәпләнә, ул 1867-1868 йылдарҙағы экспедиция барышында Мверуны тасуирлап яҙа[3]. Мверу күленең яр буйында балыҡсыларҙың бихисап ауылдары урынлашҡан. Күл буйындағы иң әһәмиәтле ҡалалар: Нчеленге, Кашкиши, Чиенги, Килва, Пвето, Луконзолва.

Иҫкәрмәләр


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә