Ма Цзюнь

Ма Цзюнь (ҡыт. 马军, ингл. Mǎ Jūn, 1968 йылда тыуа) — Ҡытай журналисы, яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тирә-яҡты һаҡлаусыһы, экологика буйынса консультант; Пекинда урынлашҡан, тотороҡло үҫешеүҙең программаларын һәм моделдәрен Ҡытайҙа индергән һәм иң үҫешкән, экологик, дәүләттеке булмаған ойошмаларҙың береһе Йәмәғәт һәм экологика эштәре институтының ойоштороусыһы һәм етәксеһе[1][2].

Ма Цзюнь
ҡыт. 马军
Ма Цзюнь 2012 йылда Бөтә донъя экономика форумында

Ма Цзюнь 2012 йылда Бөтә донъя

экономика форумында
Тыуған көнө

1968({{padleft:1968|4|0}})

Тыуған урыны

Циндао, Ҡытай

Гражданлығы

Ҡытай Ҡытай

Эшмәкәрлеге

журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, социаль эшҡыуар

Биографияһы

1968 йылда Циндао ҡалаһында тыуа, оҙағламай ғаилә Пекинға, әсәһенең тыуған яғына, күсә. 1993 йылда Ма «South China Morning Post» гонконг гәзитендә эшләй башлай һәм ул Ҡытайҙа иң тәүгеләрҙән булып экологик темаларға яҙған хәбәрселәрҙең береһе булыуы менән билдәләнә. 1999 йылда ил буйлап күп сәйәхәт ҡылған Ма Цзюнь «Ҡытайҙа һыу кризисы» (China’s Water Crisis, Zhongguo shui weiji) китабын баҫтыра. Шул китап Ҡытайҙың экологик торошо тураһында булған тәүге иң мөһим баҫтырылып сыҡҡан әҫәр була (уны йыш Рэйчел Карсондың «Тып-тын яҙ» китабы менән сағыштыралар)[3][4].

2004 йылда Ма «Yale World Fellow» кеүек Америка Ҡушма Штаттарында экология ҡануниәтен һәм башҡа оҡшаш дисциплиналарҙы өйрәнә. 2006 йылда Пекинда, Ҡытайҙың баш ҡалаһында, коммерциялы булмаған Йәмәғәт һәм экология эштәре институты ойошмаһын нигеҙләй. Шул уҡ йылда «Time» АҠШ журналы уны 100 иң абруйлы кешеләрҙең исемлегенә керетә (уның турала мәҡәләне актёр Эдвард Нортон яҙа). 2008 йылда «Wal-Mart Stores» магазиндары институттың мәғлүмәттәр базаһынд булған, АҠШ-тың тәүге ҙур корпорацияһына әүерелә[3][5][6].

2009 йылда Ма престиж булған Ramon Magsaysay Award (Нобель премияһының азият эквиваленты) буләген ала. 2010 йылда Ма инициативаһы буйынса Ҡытайҙа тирә-яҡты бысратҡан ҙур технологик компанияларға ҡаршы компания башлана. 2011 йылда институттың отчётында «Apple» компанияһының Ҡытайҙағы насар эшмәкәрлеге яҡтыртыла. 2012 йылда Ма Goldman Environmental Prize еңеүсеһе була[3][7][8][9][10].

2015 йылда Сколл фондынан социаль эшҡыуарлыҡ өсөн премия ала[11].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә