Масьянов Иван Иванович

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры

Масьянов Иван Иванович (12 март 1907 йыл — 3 март 1969 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Масьянов Иван Иванович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө12 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыныҮрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
Вафат булған көнө3 март 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыныТирлән ауылы, Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыныТирлән ауылы[1]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрөпехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

Иван Иванович Масьянов 1907 йылдың 12 мартында хәҙерге Силәбе өлкәһе Үрге Урал районының Краснин ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1946 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Дүрт синыфты тамамлаған. Кулакта ялланып эшләй, хәҙерге Белорет районындағы Тирлән урман хужалығында балта оҫтаһы була.

1927—1929 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия кавалерия часендә хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәтен үткәндән һуң, 1929—1931 йылдарҙа Силәбе трактор заводында ағас бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй. 1931—1933 йылдарҙа — Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозында десятник-төҙөүсе, ә артабанғы йылдарҙа — Верхнеурал ҡалаһында кейеҙ баҫыу заводында, Башҡортостандың Тирлән ҡалай прокатлау заводының бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй.

Башҡорт АССР Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың ғинуарында ҡабаттан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Сталинград эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, ауыр йәрәхәт ала. Госпиталдән сыҡҡас, Дала фронтына ебәрелә.

1945 йылдың июнендә гвардия старшинаһы И. И. Масьянов инвалидлыҡ буйынса Ҡыҙыл Армия сафынан сығарыла. Верхнеурал ҡалаһында һуҡырҙар йәмғиәтендә балта оҫтаһы булып эшләй, Белорет урман пунктының ағас бысыу цехында столяр була. Белорет районының район үҙәгендә — Белорет ҡалаһында йәшәй.

1969 йылдың 3 мартында вафат була. Башҡортостандың Белорет районы Тирлән ҡасабаһында ерләнә.[2].

Батырлығы

193-сө уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 53-сө армия, 2-се Украина фронты) өлкән гвардия сержанты Масьянов Иван 1944 йылдың 2 февраленән алып 8 февралгә тиклем осорҙа Корсунь-Шевченко ҡалаһынан көньяҡтараҡ һуғыштарҙа бер нисә тапҡыр командованиеға дошмандың көстәре һәм саралары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерә, взвод составында дошман урынлашҡан ергә үтеп инә, өс гитлерсыны әсирлеккә ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 февралендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 26607) менән бүләкләнә.

Шул уҡ 66-сы гвардия уҡсылар дивизияһының полкы составында эш итеп, (18-се армия, 4-се Украина фронты), И. И. Масьянов 1944 йылдың 23 сентябрендә Украинаның Дрогобыч өлкәһе Полянка тораҡ пункты янында расчет менән пулеметты юҡ итә. 1944 йылдың 24 сентябрендә Польша ҡалаһы Самборҙан көньяҡтараҡ урынлашҡан Береги-Гурна тораҡ пункты эргәһендә, разведка төркөмө составында эш итеп, ҡыйыу хәрби разведчик дошман пулеметын асыҡлай һәм уны расчеты менән бергә шартлата.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 ноябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов 2-се дәрәжә Дан ордены (№ 2765) менән бүләкләнә.

193-сө уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы (66-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 26-сы гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) гвардия өлкән сержанты Иван Масьянов 1945 йылдың 22-23 мартында өс разведчик менән венгр ҡалаһы Балатонфекаяр тораҡ пункты янында дошмандың бер төркөм һалдаты менән алышҡа инә һәм күбеһен юҡ итә, бер нисәүһен әсирлеккә ала. 1945 йылдың 8 апрелендә һуғыштарҙың береһендә И. И. Масьянов һул янбашына ярсыҡтарҙан йәрәхәт ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Иванович Масьянов 1-се дәрәжә Дан ордены (№ 3736) менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дан орденының өс дәрәжәһе.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә