Макаров Валерий Леонидович

Макаров Валерий Леонидович (25 май 1937 йыл, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм математигы. СССР Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1990, 1979 йылдан ағза-корреспонденты). РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985-2017). Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад факультеты деканы

Макаров Валерий Леонидович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө25 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыныНовосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөиҡтисадсы, математик
Эшмәкәрлек төрөматематика
Эш урыныНовосибирск дәүләт университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
ЦЭМИ РАН[d][1]
Уҡыу йортоГ. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Новосибирск дәүләт университеты[2]
Университет Обафеми Аволово[d][2]
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксеКанторович Леонид Витальевич[2]
Ойошма ағзаһыРәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Эконометрическое общество[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проектПроект:Математика[d]

Биографияһы

Валерий Леонидович Макаров 1937 йылдың 25 майында Новосибирск ҡалаһында тыуа. Академик Юрий Леонидович Ершовтың ағаһы[4].

Мәскәү дәүләт иҡтисад институтында уҡый. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965), физика-математика фәндәре докторы (1969, Лениград дәүләт университеты).

СССР фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең Математика институтында (1960—1983) һәм Новосибирск университетында (теоретик кибернетика кафедраһы мөдире) эшләй. Ойоштороу һәм идара итеү проблемаларының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының директоры (1983—1985).

РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985 йылдан), Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад теорияһы факультеты деканы (1996 йылдан), Мәскәү дәүләт университетының Дәүләт идара итеү юғары мәктәбе директоры (2006 йылдан), Мәскәү дәүләт университеты иҡтисади-математик моделләштереүҙең ғәмәли проблемалары кафедраһы мөдире, «Экономика и математические методы» журналының баш мөхәррире, Рәсәй иҡтисад мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе, беренсе ректоры (1992—2004) һәм президенты (2004), Никита клубы советы ағзаһы, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры, «Economic Change and Restructuring» (США) журналы редколлегияһына инә, йәмғиәт белеме буйынса мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы Рәсәй советының эксперт комиссияһы ағзаһы булып тора.

2002 йылдан 2008 йылға тиклем РФА Ижтимағи фәндәр бүлегенең академик- секретары. РФА Президиумы составына инә. Хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми этика буйынса комиссия ағзаһы.

Эконометрик йәмғиәт ағзаһы (1978). Халыҡ-ара иҡтисади ассоциацияһының башҡарма комитеты ағзаһы (1995).

Баҫмалар исемлеге

Бүләктәре

  • СССР Министраҙар Советы премияһы
  • Л. В. Канторович исемендәге премия (1996) — иҡтисади динамика һәм яңылыктар теорияһы буйынса эштәр циклы өсөн
  • Л. В. Канторович исемендәге премия ( А. Р. Бахтизин, Е. Д. Сушко менән берлектә, 2020 йыл өсөн) — «Ижтимағи фәндәрҙә суперкомпьютер технологиялар» ғилми эштәр циклы өсөн
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978, 1987)
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997)[6]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008)[7]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022)[8]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә