Лядов Анатолий Константинович

Лядов Анатолий Константинович (30 апрель [12 май1855[12], Санкт-Петербург15 [28] август 1914, Боровичи янында Полыновка усадьбаһы) — урыҫ композиторы, дирижер һәм педагог, Петербург консерваторияһы профессоры.

Лядов Анатолий Константинович
рус. Анато́лий Константи́нович Ля́дов
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы[3]
Тыуған көнө11 май 1855({{padleft:1855|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][4][…]
Тыуған урыныСанкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1][5]
Вафат булған көнө28 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][4][…] (59 йәш)
Вафат булған урыныБоровичи[d], Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыныТихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Ҡәбере һүрәте
АтаһыКонстантин Николаевич Лядов[d][6][7]
Һөнәр төрөкомпозитор классической музыки, дирижёр, уҡытыусы, этнограф, университет уҡытыусыһы, композитор, музыка педагогы, фольклорсы
Эшмәкәрлек төрөмузыка[8], фортепиано[8], дирижирование[d][8] һәм фольклор[d][8]
Эш урыныСанкт-Петербург консерваторияһы
Уҡыу йортоСанкт-Петербург консерваторияһы
УҡыусыларФёдор Степанович Акименко[d], Семён Викторович Панченко[d], Март Саар[d], Arkadyev Ivan Petrovich[d], Климов, Михаил Георгиевич[d], Степовой, Яков Степанович[d][9], Дранишников, Владимир Александрович[d] һәм Амани, Николай Николаевич[d]
Музыка ҡоралыфортепиано[10] һәм скрипка[10]
Әҫәрҙәр исемлегеСписок произведений Анатолия Лядова[d]
Жанрклассик музыка
Тасуирлау биттәреtekstowo.pl/wykonawca,an…[11]
 Лядов Анатолий Константинович Викимилектә

Биографияһы

Анатолий Константинович Лядов. И. Репин эешендәге портреты (1902).

Анантолий Константинович Лядов билдәле рус дирижёры Константин Лядов ғаиләһендә тыуған

Тәүге музыка дәрестәрен биш йәшендә атаһынан ала башлай. 1870 йылда Петербург консерваторияһына уҡырға инә. Фортепиано һәм скрипка кластары буйынса шөғөлләнә, бер аҙҙан теоретик дисциплиналар менән ҡыҙыҡһына һәм контрапункт һәм фуганы ныҡлап өйрәнә башлай. Шул ваҡытҡа уның тәүге композиторлыҡ тәжрибәләре ҡарай

Йәш музыканттың талантын Модест Мусоргский юғары баһалай. Лядов Римский-Корсаковтың композиция теорияһы класына күсә, ләкин 1876 йылда дәрестәрҙе ҡалдырғаны өсөн консерваториянан ҡыуыла. Ике йыл үткәс Лядов консерваторияға тергеҙелә һәм уны уңышлы тамамлай, бер аҙҙан шул уҡ йылда унда уҡытырға саҡырыла.

А. К. Лядов Белявский түңәрәгенең ағзаһы була.

Ижады

Лядов әҫәрҙәренең байтай өлөшө фортепиано өсөн «Бирюльки», «Арабески», «Про старину» (һуңыраҡ оркестр версияһы төҙөлә), «Идиллия», «Музыкальная табакерка», пьесалар, прелюдиялар, вальстар яҙыла. Композитор миниатюра жанры оҫталарының береһе һанала — уның күп кенә әҫәрҙәре ябай формала һәм бер нисә минутҡа һуҙыла

Лядовтың иң билдәле әҫәрҙәре араһында — симфоник поэма «Баба-Яга», «Волшебное озеро»[pl], «Кикимора», «Танец Амазонки», «хәсрәтле йыр», «Иң Апокалипсис», «Скорбная песнь», «Из Апокалипсиса», шулай уҡ оркестр өсөн «Восемь русских песен» сюитаһы.

Лядов шулай уҡ фольклорсы булараҡ билдәле — ул урыҫ халыҡ йырҙарының бер нисә йыйынтығын төҙөй. Тауыш һәм фортепьяно: халыҡ һүҙҙәренә 18 балалар йыры, халыҡ йырҙары йыйынтығы, романстар һ. б. Хор өсөн а cappella: «10 урыҫ халыҡ йыры», «15 рус йыры халыҡ».

Анатолий Константиновичтың тынлы музыкаға мөрәжәғәт итеүе сағыштырмаса ҙур түгел — был «Ежечасная молитва святителя Иосафа Горленко» (1910) һәм «Десять переложений из Обихода» (1909) йыйынтығы.

Файл:Лядов-Ежечасная молитва Иосафа Горленко (книга Маляревского).jpg
А.К.Лядовтың «Ежечасная молитва святителя Иосафа Горленко» партитураһының беренсе бите, 1910 йылда тәүге тапҡыр А. И. Маляревский баҫтырып сығара

Дягилев заказы буйынса Лядов Шопен музыкаһына Фокин балеты өсөн ҡайһы бер номерҙарҙы яңынан оркестрлай[13] — «Сильфида» премьераһы 1909 йылдың 2 июнендә Парижда, Шатл театрында үтә. Артабан Лядов музыкаһына Дягилев Рус балет труппаһы Мясин хореографияһында «Кикимора» (1916) һәм «Русские сказки» (1917) балеттарын ҡуя.

«Һәр такт ҡыуандырһын өсөн ...»[14], ынтылып Лядова үҙенең әҫәрҙәре өҫтөндә етәһе яй эшләй. Бәлки, 1910 йылдың Рус миҙгелдәре өсөн яңы балет яҙыуға заказды, Дягилев хаттары буйынса, ул композиторға 10 сентябрҙә заказ бирә, ахыр сиктә, улар йәш Игорь Стравинскийға тапшырыла («Жар-птица» премьераһы 1910 йының 25 июнендә Опрера Гарнье сәхнәһендә була). Был версия тикшерене-се Н. Л. Дунаева тарафынан кире ҡағыла, ул Дягилев бер үк ваҡытта ике композиторға ла балет өҫтөндә эшләүҙе йөкмәтә, тик һуңынан, Лядовҡа билдәләнгән вакытҡа ҡәҙәр бер нисә ай ҡалғас, Стравинскийга өҫтөнлөк биргән, дип раҫлай[15]. Тағы ла бер иртә версияға ярашлы[16], Лядова балет партитураһына тотонорға уйламаған да хатта, сөнки ул тәғәйенләгән Дягилев ваҡыт уның эш темпына тап килмәй — шуға күрә композитор шунда уҡ баш тарта.

Педагогик эшмәкәрлеге

Петербург консерваторияһыны тамамлау менән Лядов Һарай яны капеллаһына музыка теорияһы, гармония һәм инструментовкалау уҡытыусыһы вазифаһына саҡырыла, вафатына тиклем шунда уҡыта[17]. Уның уҡыусылары араһында: Б. В. Асафьев, М. Ф. Гнесин, Н. Я. Мясковский, С. С. Прокофьев, В. М. Беляев, И. И. Чекрыгин, А. В. Оссовский, А. А. Оленин, С. М. Майкапар һәм башҡалар.

Шулай уҡ Һарай яны йыр капеллаһында теория, гармония, контрапункт һәм форма уҡыта, уның уҡыусылары араһында В. А. Золотарев[18].

Новодевичье зыяратында ерләнә. 1936 йылда Сәнғәт оҫталары Некрополенә күсереп ерләнә.

Санкт-Петербургта адрестар

  • 1894—1914 — Николаев урамы, 52 -се йорт, 10-сы фатир.

Хәтер

СССР почта маркаһы, 1955 йыл
Санкт-Пеербургта Сәнғәт оҫталары некрополендә Лядов ҡәбере
  • 1955 йылда Лядовҡа арналған СССР почта маркаһы сығарыла
  • 1990 йылда Боровичи ҡалаһында йыл һайын композитор К.Лядов исемендәге Сәнғәт фестивале үткәрелә [19]. Ҡала балалар сәнғәт мәктәбе композитор исемен йөрөтә[20]. Полыновканың үҙендә төп урам композитор исемен ала.
  • Шулай уҡ Мәскәүҙә 1905 йыл урамындағы балалар музыка мәктәбе Лядов исемен йөрөтә

Иҫкәрмәләр

Әҙәби әҫәрҙәр

Һылтанмалар

 

Фәнни эштәр

Электрон китапханаларҙа ноталар һәм әҫәрҙәр исемлеге

Тема буйынса башҡа материалдар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә