Ласло Бито

венгр табибы һәм яҙыусыһы

Ласло Бито (мадьярса  Bitó László; 7 сентябрь 1934 йыл, Будапешт) — Венгрия табибы, яҙыусы. Глаукома сирен тикшереп, дауалау ысулын табыусы. Эссе һәм романдар авторы[2].

Ласло Біто
Bitó László
Тыуған көнө

7 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны

Будапешт, Венгрия

Вафат булған көнө

14 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (87 йәш)

Ил

 Венгрия

Эшмәкәрлеге

ученый, писатель, врач

 Ласло Бито Викимилектә

Биографияһы

Будапештта тыуған. Коммунистар власҡа килгәс, уларҙың ғаиләһе баш ҡаланы ҡалдырып китә. Комлола шахтала эшләй, бында 1956 йылғы сыуалыш ваҡытында баш күтәреүселәрҙең етәксеһе була. Сыуалыш баҫтырылғас, АҠШ-ҡа күсеп китә[3]. Был илдә уға Бард колледжында уҡыу өсөн стипендия бирелә, 1960 йылда уның медицина бүлеген тамамлай. 1963 йылда Колумбия университетында күҙәнәктәр медицинаһы буйынса философия докторы дәрәжәһен ала. Уның тикшеренеүҙәре Латанопрост — глаукоманы дауалау өсөн дарыу эшләп сығарыуға килтерә.

150-нән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтыра, бик күп бүләктәр ала, шулар араһында Проктор миҙалы (2000) һәм күҙ буйынса тикшеренеүҙәре өсөн Хелен Келлер премияһы (2013)[4]. Пенсияға сыҡҡас, Венгрияға ҡайта һәм романдар яҙа башлай. 14 фәнгә ҡағылышы булмаған китап яҙа — романдар, эссе һәм өс антология.

Фәнни карьераһы

АҠШ-та Бито Колумбия университеты һәм Пуэрто-Рико университеты профессор — эмериты була. Уның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә Латанопрост — глаукоманы дауалау өсөн дарыу булдырыла. 150 артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.

Яҙыусы карьераһы

СССР тарҡалғандан һуң Бито Венгрияға ҡайта, яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге романдары үҙ хәтирәләренә, Венгрия тарихына нигеҙләнеп яҙыла. «Быстрый шаг» (венг. «Istenjárás»), «Пятый всадник» (мадьярса  Az Ötödik Lovas) романдары инглиз телендә яҙыла, тик венгр телендә генә донъя күрә. Библия тарихына нигеҙләнгән «Авраам и Исаак» исемле өсөнсө романы 1998 йылда сыға, һәм уға ҙур уңыш килтерә. Был китап бер нисә телгә тәржемә ителә, Венгрияла уның буйынса пьеса яҙыла, театрҙарҙа спектаклдәр ҡуйыла. «Учение Исаака» һәм «Исаак из Назарета» был сериялағы тәүге романдың фәлсәфәүи идеяларын дауам итә. Уның гәзит һәм журналдарға биргән интервьюлары «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарырға тейешбеҙ» (мадьярса  Nekünk kell megváltanunk magunkat) йыйынтығында тупланған. «Блаженная жизнь — мирная смерть» (мадьярса  Eutelia – Euthanasia) — авторҙың тормошта һәм үлемдә кеше булып ҡалыу тураһында фәләсәфәүи уйланыуҙары. «Последняя миля» (мадьярса  Az utolsó mérföld) — кешенең үлемгә әҙерләнгән сағы[5].

Танылыу

Бито исеме Колумбия университетындағы офтальмология кафедраһына бирелгән[3].

Библиография

Фәнни эштәре

  • The Ocular and Cerebrospinal Fluids, with Davson H, Fenstermacher JD (Eds.),Academic Press, London, 1977.
  • The Ocular Effects of Prostaglandins and Other Eicosanoids, with Stjernschantz J (Eds), Alan R. Liss, New York, 1989.
  • Ocular Effects of Prostaglandins and Other Eicosanoids (Ed), Special Supplement based on the 9th International PG Symposium (Fort Lauderdale, Florida, 12-13 May 1995) and the ARVO SIG Sessions on Latanoprost (Fort Lauderdale, Florida, 22-23 April 1996). Survey of Ophthalmology Vol. 41, Suppl 2,

Романдары

Эссе һәм йыйынтыҡтары

  • Nekünk kell megváltanunk magunkat, Argumentum Kiadó, 2004. ISBN 963-446-288-X.
  • Boldogabb élet — Jó halál, Anthenaeum 2000 Kiadó, 2005. ISBN 963-9471-82-8.
  • Gáspár, Menyhért, Boldizsár, Karácsonyi ős-ökuménia, Ecumenical Chanuka and Christmas story with 30 fullpage color illustrations by Wanda Szyksznian, Jelenkor Kiadó, 2006. ISBN 963-676-409-3
  • Az utolsó mérföld, Jelenkor Kiadó, 2007. ISBN 978-963-676-418-0 (jó halál)

Һылтанмалар

Личный сайт

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә