Көйгәнәк

Көйгәнәк, торомбай (рус. Лугово́й лу́нь, лат. Circus pygargus) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Киң таралған күсмә ҡош, тропик Азияла һәм Сахаранан көньяҡтараҡ Африкала ҡышлай. Оя ҡороу өсөн дымлы ландшафты — йылға үҙәндәрен, һаҙлы урындарҙы, бейек үләнле болондарҙы, күл буйҙарын һайлай. Ҙур булмаған кимереүселәргә, кәҫәрткеләргә, ваҡ ҡоштарға һунар итә.

?
Көйгәнәк
Самка (вверху), самец (внизу).
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Хайуандар
Тип:Хордалылар
Класс:Ҡоштар
Отряд:Ыласындар
Ғаилә:Ҡарсыға һымаҡтар
Суб-ғаилә:Көйгәнәк һымаҡтар
Ырыу:Көйгәнәктәр
Төр:Көйгәнәк
Латинса исеме
Circus pygargus
(Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
     Оя ҡороу урыны     Ҡышҡы миграция
ITIS 175439
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003411
Circus pygargus


Башҡорт һөйләштәрендә баҫыу көйгәнәге, һаҙ көйгәнәге, ялан көйгәнәге, бейеүсе көйгәнәк тигән вариаттары осрай.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 41-52 см, ҡанат йәйеме — 97-120 см.

Ҡанаттарын йәйеп осҡанда оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Ата ҡоштоң ҡанат остары ҡара, түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Арҡаһы ерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы. Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә