Кәнфит

Кәнфит (от лат. confectum, «эшләнгән») — төрлө-төрлө, шәкәрле йәки шоколадлы кондитер изделиеһы. Уға шәкәрләнгән емештәр, пралине инә. Ҡағиҙә булараҡ, кәнфиттәрҙең составында 60-75 % шәкәр була. Улар глазурле (глазурь менән ҡапланған), глазурһеҙ һәм шоколад эслеге булған кәнфиттәргә бүленә[1].«Кәнфит» термины — аптекала эшләүселәрҙең профессиональ жаргонынан килеп сыҡҡан. XVI быуатта был термин, дауаланыу маҡсатында файҙаланылған һәм шәкәрләнгән йәки ҡайнатма итеп эшкәртелгән емеш-еләкте аңлата. Тора-бара ул төрлө ингредиенттарҙан торған кондитер изделиеларының киңерәк теҙмәһен аңлата.

Шоколад кәнфиттәр

Кондитер продукцияларының төрҙәре

Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаск баҙарында кәнфиттәр
  • Карамель
  • Ирис (кәнфит)
  • Шоколад кәнфиттәр
  • Лакрица кәнфиттәр
  • Трюфелдәр
  • марципан — мәҫәлән, моцарткугель
  • Пралин
  • Помадка кәнфиттәр
  • Емеш-еләкле
  • Ҡаймаҡлы
  • Ликерлы
  • Вафля нигеҙендә эшләнгән
  • Күп ҡатлы
  • Кремлы
  • Батончиктар
  • Сәтләүекле, шул иҫәптә грильяж да
  • Салмиаклы кәнфиттәр
  • Желе кәнфиттәр
  • Цукаттар
  • Имә (һура) торған кәнфиттәр
  • Туңдырманан кәнфиттәр

Был кондитер изделиеларының бөтәһе лә составы һәм стурктуралы-механик үҙенсәлектәре буйынса айырыла. Улар төрлө массанан эшләнә һәм уларға төрлө алымдар менән формалар бирелә.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Компэйто
  • Конфетти — боронғо карнавал традицияларына ярашлы, ысын кәнфиттәр урынына ташлау өсөн эшләнгән ялған кәнфиттәр
  • Көнсығыш тәм-томо
  • Мармелад
  • Грильяж

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә