Кәлән манараһы

Кәлән манараһы, Бохара манараһы булараҡ та билдәле, (рус. Минаре́т Каля́н, үзб. Minorai Kalon; фарс. مناره کلان — «Мөһәбәт манара») — Бохара манараһы ҡалаһының тарихи үҙәгендәге йома мәсете (Үзбәкстан), ҡарахани Арыҫлан-хан (1102-1130) 1127 йылда төҙөткән, был хан ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге менән танылған [1].

Кәлән манараһы
Нигеҙләү датаһы1127
Рәсем
Дәүләт Үзбәкстан
Административ-территориаль берәмекБохара
Мираҫ статусыoбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d]
Указания, как добраться“I. Buxoriy” MFY, X. Nurabod koʻchasi
Карта
 Кәлән манараһы Викимилектә

Кәлән манараһы Бохараның символы булып тора; ҡаланың иң бейек һәм иң боронғо архитектура ҡомартҡыларының береһе; мосолман шәреғенең ошондай ҡоролмалары араһында иң күренеклеләренең береһе.

Иртә Урта быуат манараһы, ул Мири Ғәрәп һәм Әлим-хан мәҙрәсәләре менән берҙәм архитектура ансамбле тәшкил итә. Бохараның тарихи үҙәгендәге башҡа ҡомартҡылар менән бергә нә Үзбәкстандың ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлегенә индерелгән [2].

Тарихы

Кәлән манараһы ҡарахани Арыҫлан-хан ваҡытында төҙөлгән йәмиғ мәсете, уны Баҡо оҫта етәкселегендә һалғандар. Башта уға ағас манара ҡуялар, әммә ул ни сәбәптәндер төҙөлөш бөтөү менән үк йығылып төшә. . 1127 йылдың уны ҡабаттан төҙөйҙәр, был юлы тулыһынса береһе яндырылған кирбестән һалалар. Манараһы үҙгәрешһеҙ һаҡланған тиерлек.

Бер нисә функцияны үтәгән: унан аҙан ҡысҡырғандар, ҡарауыл да шунда торған, ситтән килгәндәргә юл күһәтеүсе "маяк", йәшәргә ҡалғандар, күрәһең та булған.

1920 йылда ҡыҙыл армия һөжүме ваҡытында манара уттан зыян күрә. Ул тиҙ арала тергеҙелә.

1924 йылда стенаһының бер өлөшө һәм кәрәҙле манараһы яңынан тергеҙелә. 1960 йылда Очил Бобомуродов оҫта ер аҫты өлөшөн һәм нигеҙҙе нығыта. 1997 йылда Бохараның 2500йыллығына манара тергеҙелә, иң яҡшы оҫталар капиталь реконструкция үткәрә. Артабанғы йылдарҙа ла ҙур булмаған реставрация үэштәре үткәрелә тора[3].

Галерея

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә