Күк йөҙө атласы

төнгө күк йөҙө картаһы

Күк йөҙө атласы — күк йөҙөнөң хәрәкәтһеҙ йәки бик әкрен үҙгәреүсән объекттарын тасуирлаған карталар йыйынтығы, был объекттарҙың ҡайһы берҙәре — йондоҙҙар, томанлыҡтар, галактикалар туранан-тура күҙәтелә; икенселәре — йондоҙлоҡтарҙың сиктәре һәм линиялары килешеү буйынса индерелә; өсөнсөләре — метеорҙар ағымының радианттары махсус рәүештә атласҡа индерелә.

Күк йөҙө атласы
XVII быуаттағы күк йөҙө атласы

Тарихи атластар

Күк йөҙө атластарынан алда йондоҙлоҡтарҙың, нигеҙҙә, мифологик характерҙағы күргәҙмә һүрәттәре була. Ваҡыты менән теүәл төшөрөлгән булыуҙарына ҡарамаҫтан, был баҫмаларҙы астрономик эштәр, тип иҫәпләп булмай, сөнки йондоҙлоҡтарҙың теүәл һүрәттәре антик астрономдарҙың эштәрендә йондоҙлоҡтарҙы һүҙ ярҙамында тасуирлауынан айырылып тора.

Күк йөҙө атластарына бик оҙаҡ ваҡыт йондоҙҙарҙың һүрәттәренән тыш йондоҙлоҡтарҙың график сағылышы ла индерелә. Традиция йәки авторҙарҙың эстетик тойомлауы ғына түгел, ә ул замандағы астрономик практикаһы ла быны талап итә: йондоҙҙарҙың күк йөҙөндәге координаттары уның йондоҙлоҡ персонаждары фигураларындағы торошон телдән тасуирлау ярҙамында теркәлә, өҫтәүенә дуғаның 8 минутына тиклемге аныҡлыҡҡа өлгәшелә.

Ҡайһы бер тарихи атластар:

  • «Книга неподвижных звёзд» ас-Суфи (960).
  • «Гурганский зидж» Улугбека (1437).
  • «Атлас созвездий» Алессандро Пикколомини в книге «О мировой сфере и неподвижных звёздах» (De la sfera del mondo e delle stelle fisse) (1540).
  • «Театр Мира» (Theatrum Mundi) Джованни Паоло Галуччи (1548).
  • «Построение по Арату» Гуго Гроция и Якоба де Гейна Старшего (1600).
  • «Уранометрия» Иоганна Байера (1603).
  • «Уранография» Яна Гевелия (1690).
  • «Atlas Coelestis» Джона Флемстида (1729).
  • «Уранография» Иоганна Боде (1801).

Хәҙерге заман атластары

см. статью SKY-MAP — интерактивная карта звёздного неба.

Урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан күк йөҙө атластары

  1. Михайлов А. А. Атлас звездного неба: Четыре карты звездного неба до 50° южного склонения, содержащие все звезды до 5½ величины / АН СССР; Главная астрономическая обсерватория; Всесоюзное астрономо-геодезическое общество. — 4-е изд. — Л.: Наука, 1978. — 12 с. — 17 000 экз.
  2. Сторм Данлоп. «Атлас звездного неба». Издательство: АСТ; 2007 г.. 224 стр.; ISBN 978-5-17-042311-8
  3. Ян Ридпат. «Звезды и планеты. Атлас звездного неба». Издательство: «Астрель». 2004 г. 400 стр., ISBN 5-17-026805-X, 5-271-10012-X, 0-00-710079-5

Инглиз телендә баҫылған айырыуса билдәле күк йөҙө атластары

  1. Uranometria 2000.0 . В трех томах (1 һәм 2 том — атлас үҙе, 3-сө том — йондоҙ булмаған объекттар каталогы[1].[2]
Бушлай PDF-Күк йөҙө атластары
  1. Beginners Star atlas (Атлас Звездного Неба для начинающих любителей астрономии).
    Атлас яңы ғына астрономия, күкте бинокль һәм ҙур булмаған телескоп аша күҙәтеү, шулай уҡ киң мөйөшлө астрофотография менән ҡыҙыҡһына башлаған һәүәҫкәрҙәр өсөн тәғәйенләнә. Атласҡа томанлы объекттар каталогы ҡушып бирелә.
  2. Taki’s Star Atlas
    Япон астрономия һәүәҫкәренән бушлай PDF-Күк Йөҙө Атласы. 6.50 йондоҙ дәүмәленә тиклем йондоҙҙар төшөрөлгән.
  3. The Mag-7 Star Atlas Project
    Атласҡа 7,25 йондоҙ дәүмәленә тиклемге йондоҙҙар (игеҙәк йондоҙҙарҙы ла индереп, картала улар горизонталь һыҙат менән билдәләнгән) төшөрөлгән 20 картаны, шулай уҡ 550 томанлыҡты, галактикаларҙы һәм йондоҙҙар тупланмаһын үҙ эсенә ала. Карталарҙың аҡлы-ҡаралы һәм төҫлө версиялары бар. Авторы — Andrew L. Johnson
  4. Поисковый Атлас звездного неба Ивана Мхитарова.
    Томанлы объекттарҙы күҙәтеү менән ҡыҙыҡһынған астрономияны яратыусыларға тәғәйенләнә. Атлас А4 формантындағы 315 картанан тора. Атлас көсһөҙ дипскай-объекттарҙы эҙләү өсөн тәғәйенләнгәнгә күрә, унда йондоҙлоҡтарҙың атамалары, фигуралары һәм сиктәре, шулай уҡ сағыу йондоҙҙарҙың исемдәре билдәләнмәгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә