Куркоткин Семён Константинович

Куркоткин Семен Константинович (31 ғинуар (13 февраль) 1917 йыл — 16 сентябрь 1990 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы маршалы, Советтар Союзы Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1989).

Куркоткин Семён Константинович
рус. Семён Константинович Куркоткин
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Патронимы йәки матронимыКонстантинович[d]
Тыуған көнө13 февраль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыныРаменское[d], Раменская волость (Бронницкий уезд)[d], Бронницкий уезд[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө16 сентябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][2] (73 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыныНоводевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрөсәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоРәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Военная академия бронетанковых войск[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыКПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби званиеСоветтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткәнЗакавказский военный округ[d], Группа советских войск в Германии[d] һәм Тыл Вооружённых Сил Российской Федерации[d]
Һуғыш/алышИкенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрөЭшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһыКПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Шарнхорста орден Богдана Хмельницкого II степени орден Кутузова II степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «За отличие в охране государственной границы СССР» "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» орден Тудора Владимиреску крест Храбрых медаль «За укрепление дружбы по оружию» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы командор ордена Возрождения Польши
 Куркоткин Семён Константинович Викимилектә

Биографияһы

Куркоткин Семен Константинович 1917 йылдың 31 ғинуарында (13 февраль) Мәскәү өлкәһенең Раменское районында Запрудная ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1936 йылда Мәскәү индустриаль-педагогия техникумын тамамлай .

Һуғышҡа тиклемге хеҙмәте

Ҡыҙыл армия сафында 1937 йылдың 1 сентябренән. Үҙ теләге менән Мәскәү өлкәһенең Звенигород военкоматы аша инә. 1939 йылда Орел бронялы танкы училищеһын тамамлай[3]. Әммә командалыҡ эше урынына 1939 йылдың сентябренән 1940 йылдың октябренә тиклем рота политругы итеп хәрби-сәйәси эшкә ҡушыла. Хәрби-сәйәси училищеға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың авгусынан — Карелияла 7-се айырым армия уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальонының танк ротаһы политругы була. 1942 йылдың ғинуарында военкомдарҙы әҙерләү курстарына йүнәлтелә, уны тамалағас, 1942 йылдың майында Воронеж фронтына ебәрелә. Унда — танк батальоны командиры, 1942 йылдың октябренән — айырым танк батальоны командиры, 1942 йылдың декабренән айырым танк полкы командиры урынбаҫары вазифаларында һуғыша.

1943 йылда Юғары офицерҙар составын камиллаштырыу ҡыҫҡа сроклы академик курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың июненән — Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында танк бригадаһы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың декабренән һуғыш аҙағына тиклем — шул уҡ танк бригадаһы командиры вазифаһын башҡарыусы. Бригада менән командалыҡты алыш барышында, командир сафтан сыҡҡас, үҙ яуаплылығына ала[3]. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында батыр алыша, бер нисә тапҡыр яралана, 6 хәрби орден менән бүләкләнә. Уның етәкселегендә бригада Ҡыҙыл Байраҡлы исемен ала.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
  • Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
  • «Где тыл, там вечный бой» // «Красная звезда», 31 октября 2007 г.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә