Косово Милли китапханаһы

Косово Милли китапханаһы (алб. Biblioteka Kombëtare e Kosovës; сер. Kosova Narodna biblioteka / Косово халыҡ китапханаһы) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһындағы юғары китапхана учреждениеһы, илдең баш ҡалаһы Приштинала урынлашҡан.

Косово Милли китапханаһы
Нигеҙләү датаһы1944
Рәсем
Дәүләт Косово[1]
Административ-территориаль берәмекПриштина[1]
УрынПриштина
Ойошма ағзаһыМеждународная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][2]
АрхитекторAndrija Mutnjaković[d]
Архитектура стилебрутализм[d][3]
Мираҫ статусыCultural heritage monument of Kosovo[d][1]
АдресТрг Хасан Приштина
Рәсми сайтbiblioteka-ks.org
Вид в ночное время
Зимнее изображение
Карта
 Косово Милли китапханаһы Викимилектә

Китапхананың төп миссияһы — Косовоның документаль һәм интеллектуаль мираҫын йыйыу, һаҡлау, үҫтереү, аңлайышлы һәм теләгән һәр кешегә алып уҡыу уңайлы булыуын тәьмин итеү. Китапхана шулай уҡ күргәҙмәләр үткәрә, милли гәзиттәрҙең архивтарын һаҡлай һәм башҡа ҡайһы бер хеҙмәттәр тәҡдим итә. Милли китапхана уникаль тарихы һәм бинаһының уникаль стилдә булыуы менән дә танылыу алған. Проекттың авторы — хорват архитекторы Андрия Мутнякович.

Тарихы

Китапхана эшенең тарихы XIV—XV быуаттарға барып тоташа[4]. Мосолман һәм христиан дини общиналары коллекциялары Косовоның иң боронғо китапхана архивтары тип һанала[5].

Косово институциональ китапханаһы 1944 йылдың декабрендә ул ваҡытта баш ҡала ролен үтәгән Призрен ҡалаһында рәсми рәүештә асыла[6].

1982 йылда китапхана Югославияның Косово автономиялы крайының баш ҡалаһы Приштинала төҙөлгән хәҙерге бинаға күсә.

Күп йылдар дауамында сәйәси хәл үҙгәрешенә һәм төбәктең ҡайһы илгә ҡарауына бәйле Милли китапхананың исеме лә үҙгәреп тора.[7]

ЙылИсеме
1944-1952Косово автономиялы провинцияһының төбәк китапханаһы
1956-1961Косово автономиялы провинцияһының һәм Метахияның китапхана үҙәге
1961-1970Милли провинциаль китапхана
1970-1990Косово милли һәм университет китапханаһы
1990-1999Косово һәм Метахияның милли һәм университет китапханаһы
1999-2014Косово милли һәм университет китапханаһы
2014 — ағымдағыКосово Милли китапханаһы





1989—1999 йылдар

1989—1999 йылдарҙа Косовоға бик ауырға тура килә, Югославия властары, уларҙы сербтарҙың хуплауынан файҙаланып, крайҙың автономияһын юҡҡа сығара. Албандарҙы эш урынынан күпләп бушата, албан студенттары һәм уҡытыусылары Приштина университетынан ҡыуыла.

Албан-серб конфликты барышында сербтар тарафынан күп кенә халыҡ өсөн асыҡ һәм шәхси китапханалар яндырала һәм юҡҡа сығарыла. Край халҡының 90 процентын тәшкил иткән албандарға Милли китапхананың хатта тупһаһы аша атлап үтеү тыйыла. Китапхана комплексының бер өлөшө серб православ дини мәктәбенә бирелә, икенсе өлөшөн Хорватия, Босния һәм Герцеговинанан килгән серб ҡасаҡтарын ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн файҙаланалар. Албан телендәге китапхана материалдарын һатып алыу туҡтатыла[8].

НАТО-ның Косоволағы хәрби операцияһы тамамланғандан һуңЮгославия армияһының Косово Милли китапханаһы бинаһын хәрби команда һәм контролләү үҙәге сифатында файҙаланыуы асыҡлана. Һаҡланыусы мәҙәни объекттарҙы хәрби маҡсаттарҙа файҙаланыу һуғыш закондарын боҙоу булып тора. Милли китапханалағы күп кенә ҡиммәтле материалдар урланған, уҡыу залдарындағы мебель ватылған, ә карточка каталогтары подвалға ташланған. Бынан тыш, комплекс территорияһында бик күп ташландыҡ хәрби кейем-һалым, снайпер винтовкалары һәм ҡул гранаталары табыла. Тыныслыҡ урынлаштырыусы KFOR ғәскәренә бер аҙна самаһы бинала йәшереп ҡуйылған миноларҙың булыу-булмауын тикшерергә тура килә.[8].

Милли һәм халыҡ-ара ойошмалар мәғлүмәттәре буйынса, сербтар албан телендәге 100 000 тирәһе китапты Липляналағы ҡағыҙ фабрикаһына ҡайтанан эшкәрткеү өсөн ебәрә. Был китаптар араһында төбәк тарихын өйрәнеү өсөн ҡиммәтле булған милли мираҫ объекттары ла була[9].

Үҙгәртеп ороу

Һуғыш тамланғандан һуң китапхана бинаһында үҙгәртеп ҡороу һәм бөтә кимәлдәрҙә лә хеҙмәтләндереүҙе тергеҙеү эштәре башлана. ЮНЕСКО, Халыҡ-ара китапханалар ассоциациялары һәм учреждениелары федерацияһының] (ИФЛА) махсус эксперттар төркөмө ярҙамында башҡарыла был эштәр[10].

Махсус эксперттар төркөмө китапхана эшенә өйрәтеү буйынса төрлө программалар төҙөй[11]. Косово Милли китапханаһын үҙгәртеп ҡороу йылдарында бик күп сәйәси, йәмәғәт һәм финанс институттары, шул иҫәптән АҠШ илселеге, ОБСЕ, Цюрих Үҙәк китапханаһы, Райффайзен Банкы һәм башҡаларҙың ярҙамы тос була[7].

Архитектура

Косово Милли китапханаһы.

Косово Милли китапханаһының хәҙерге бинаһы 1982 йылдың 25 ноябрендә асыла. Проект авторы — хорват архитекторы Андрия Мутнякович. Ул 16 500 квадрат метр майҙанды биләй, уның зенит тәҙрәләре, төрлө ҙурлыҡтағы һәм тотоу селтәренә оҡшаш металл конструкциялар менән тулыһынса көпләнгән 99 көмбәҙе бар[7].

Бинала 300 һәм 100 урынлыҡ ике уҡыу залы, матбуғат баҫмаларының уҡыу залы, махсус коллекциялар өсөн бүлмәләр, каталог һәм тикшеренеү үҙәге, 150 урынлыҡ аудитория һәм 75 урынлыҡ конференц-зал бар. Китапхана ике миллионға яҡын берәмек китап һәм башҡа тарих өсөн ҡиммәтле материалдарҙы һаҡлай ала[12].

Китапхана фойеһы төрлө мәҙәни саралар үткәреү өсөн файҙаланыла. Иҙәндәренә мәрмәр таштан мозаика түшәлгән. Өҫтәге иң ҙур көмбәҙ залды тәбиғи яҡтыртыуға булышлыҡ итә[13]

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә