Косово Милли галереяһы

Косово Милли галереяһы (алб. Galeria Kombëtare e Arteve e Kosovës, сер. Косово Национална галерија) — Приштинаның университет ҡаласығында, Косово Милли китапханаһы артында ғына, художесво галереяһы урынлашҡан. Ул 1979 йылдың февралендә асыла[1]. Иң билдәле мосолман рәссамдарының береһе Мөслим Муллики хөрмәтенә уның исеме менән атала.

Косово Милли галереяһы
Нигеҙләү датаһы1979
Рәсем
Дәүләт Косово
Административ-территориаль берәмекПриштина
УрынПриштина
Рәсми сайтgaleriakombetare-rks.com
Карта
 Косово Милли галереяһы Викимилектә

Косово республикаһында һынлы сәнғәт өлкәһендә иң эре учреждение ул. Урындағы һәм сит ил рәссамдары өсөн галерея һәр саҡ күргәҙмә майҙанын бирергә әҙер. Китаптар, каталогтар һәм брошюралар баҫтырып сығара[2].

Тарихы

Галереяның бинаһы

Косово Милли хужлжество галереяһының бинаһы 1935 йылда Югославия армияһының хәрби казармаһы булараҡ төҙөлә. 1955—1981 йылдарҙа унда китапхана урынлаша. 1982—1983 йылдарҙа бинаны архитектор Агуш Бекири Революция музейының күргәҙмә залы итеп йыһазландыра. 1995 йылда хәҙерге художество галереяһы урынлаша.

Тарихы

1979 йылда Косово Милли художество галереяһына нигеҙ һалына, ул һынлы сәнғәт әҫәрҙәпен халыҡҡа күрһәтеү, шулай уҡ ҡиммәтле сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыу һәм һаҡлау өсөн мәҙәни учреждение булараҡ асыла. Уға иң күренекле рәссамдарҙың береһе булған Мөслим Муллики исем бирелә.

Һуғыштан һуңғы ун йыл эсендә Косово Милли художество галереяһы 200-ҙән ашыу милли, шулай уҡ сит ил рәссамдарының коллектив һәм шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. 2013 йылдан Арта Агани галерея директоры булып эшләй[3].

Хеҙмәттәшлек

Косово Милли худодество галереяһы түбәндәге ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған:

  • Албания Милли һынлы сәнғәт галереяһы[4][5]
  • Европа Мәҙәниәт парламенты[6][7]
  • Халыҡ-ара музейҙар советы[8][9]
  • Венеция биенналеһы павильоны[10][11][12][13][14][15]
  • Косово Республикаһының Вашингтондағы илселеге.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә