Колари (Финляндия)

Колари (фин.Kolari) — Финляндиялағы община, Лапли провинцияһының көнбайыш өлөшөндә ята.

Колари
фин. Kolari[1]
Герб
Нигеҙләү датаһы1867
Рәсем
Рәсми атамаһыKolarin kunta
Рәсми телФин теле[2][3]
Дәүләт Финляндия
Административ-территориаль берәмекЛапландия[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая областьFell Lapland sub-region[d][4]
Ассоциацияләшкән сайлау округыLapland[d]
Закондар сығарыу органыKolari municipal council[d]
Халыҡ һаны4011 кеше (31 декабрь 2023)[5]
Туғандаш ҡалаУмба[d]
МилкеAavahelukka Airfield[d]
СиктәшПайала[d], Муонио[6], Киттиля[d][6], Рованиеми[d][6] һәм Пелло[d][6]
Майҙан2559,29 км² (1 ғинуар 2023)[7]
Рәсми сайтkolari.fi
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппенасубарктический континентальный климат (Dfc)[d]
Citizen's initiatives URLkuntalaisaloite.fi/fi/ha…[8]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[8]
Карта
 Колари Викимилектә

Географияһы

Юлляс түбәһе

2617,76 км² майҙаны менән, Колари Люксембург кеүек дәүләттән саҡ ҡына ҙурыраҡ. Фин Лапландияһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан община, төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡа ҡарай 86 кмалыҫлыҡта ята. Колари Киттиля, Муонио, Пелло һәм Рованиеми фин муниципалитеттары менән сиктәш, шулай уҡ көнбайышта Торнионйоки һәм Муонионйоки сик йылғалары аша Норботтен ленының Паяла коммунаһы менән сиктәш. Община Фьелд Лапландияһының субпровинцияһына инә. Колариның юғары нөктәһе булып диңгеҙ кимәленән 718 м бейеклектәге Юлляс сусағы тора, башҡа тауҙары Лайниотунтури (613 м), Кесянкитунтури (517 м), Келлостапуля (460 м), Куертунтури (443 м) һәм Пюхятунтури (м 441). Эске һыуҙар общинаның дөйөм биләмәһенең тик 2% ғына тәшкил итә, был ил буйынса уртаса 12 % күрһәткестән күпкә кәмерәк. Пасмаярви, Аалиярви, Лауккуярви, Вааттоярви, Ломполоярви, Венеярви, Пакаярви Экясломполо күлдәре бар, улар бик бәләкәй.

Колари биләмәһендә ҙурлығы буйынса өсөнсө булған Финляндия милли паркы территорияһының өлөшө — Паллас-Юллястунтури урынлашҡан. Община Рованиеминан 164 км, Торнионан 196 км, Оулунан 320 км һәм илдең баш ҡалаһы Хельсинкинан 926 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы

2012 йылдың 30 сентябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса община халҡы 3836 кеше тәшкил иткән; 2000 йылда 3981 кеше йәшәгән. Халыҡ тығыҙлығы — 1,5 кеше/км². Общинаның берҙән-бер рәсми теле—фин теле, халыҡтың 98,5 проценты туған тел тип иҫәпләй. Швед теле Колари халҡының 0,7% өсөн туған тел; 0,1 % — саам теле һәм 0,8 % — башҡа телдәр. 15 йәшкә тиклемге кешеләр 13,1 % тәшкил итә; 65 йәштән өлкән кешеләр — 20,2 %.

Халыҡ һаны динамикаһы[9]
19701975198019851990199519982000200220042006200820102011
49625056490550434721448641183981391138623792386038103817

Иҡтисады

Колариның иҡтисады бөгөн туристик тармаҡҡа нигеҙләнгән. Юлляс халыҡ-ара саңғы курорты булараҡ билдәле. Элегерәк общинала цемент заводы булған, әммә ул 1980 йылдарҙа ябылған. Колари территорияһында тимер мәғдәненең ҙур запастары бар. Руда сығарыу һәм общинала тау-байыҡтырыу комбинаттарын төҙөү планлаштырыла.

Ауылдары

Колари, Айтамяниккё, Хиетанен, Каттиламаа, Коларинсаари, Койвула, Койвумаа, Куртакко, Лаппеа, Лиеторова, Луосу, Луоватус, Пасмаярви, Рито-ойя, Руокоярви, Сааренпудас, Саммалваара, Сиеппиярви, Таапаярви, Ханнукайнен, Теураярви, Пойккиярви, Вааттоярви, Венеярви, Венетти, Вяюлянпяя, Юлиненваара, Юллясярви, Экясйокисуу, Экясломполо.

Сәйәсәте

Муниципаль совет составы (2009—2012)
Партиялар2008 йыл һайлау һөҙөмтәһе[10]Урын
Финляндия үҙәге43,9 %10
Һул союз34,6 %7
Милли коалиция10,7 %2
Социал-демократтар10,8 %2

Билдәле кешеләре

Туғандаш ҡалалар

Галерея

Иҫкәрмәләр

  • Vaalien tulokset 2008. Дата обращения: 25 ноябрь 2012. Архивировано 28 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 28 сентябрь архивланған.
  •  //башҡорт энциклопедияһы Кола. 5 т. т. 1. Ә — Д / Гл. а. Киселевтың ре.  — СПб.  : ИС ; Апатиты : КНЦ ӨФӨ, 2008.  — С. 502.
  • Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә