Козель Арнольд Израилевич

Козель Арнольд Израилевич (9 ноябрь 1940 йыл, Һарытау, СССР18 июнь 2019 йыл, Силәбе, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй нейрохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының һәм Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).

Козель Арнольд Израилевич
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө9 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыныҺарытау, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө18 июнь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыныСиләбе, Рәсәй
Һөнәр төрөнейрохирург
Уҡыу йортоҺарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжәмедицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

Арнольд Израилевич Козель СССР-ҙың Һарытау ҡалаһында 1940 йылдың 9 ноябрендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Һарытау медицина институтының «дауалау эше» факультетына уҡырға инә.

1965 йылда Арнольд Израилевия Козель Һарытау медицина институтын уңышлы тамамлап сыға.

1970 йылдаСиләбе ҡалаһының торба прокатлау заводы медицина санитар бүлегенең нейротравматология бүлексәһен етәкләй.

1981 йылдан алып А. И. Козель Силәбе ҡалаһының ашығыс ярҙам дауаханаһындағы нейрохирургия бүлегендә эшләй. 1982 йылда был дауахана уның етәкселеге аҫтында Силәбе ҡалаһының нейрохирургия үҙәге итеп үҙгәртелә, ә 1996 йылда — был медицина учреждениеһы Силәбе лазер хирургияһы институты үҙәге итип үҙгәртелә. А. И. Козель уның директоры була.

2000 йылда А. И. Козель Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йыл — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһының Силәбе ҡалаһында 2019 йылдың 18 июнендә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Арнольд Израилевич Козель 25 патентлы нейрохирургия методтарын уйлап тапҡан, уларҙың 4-һе уның исемен йөрөтә: («Умыртҡа бағанаһы остохондрозын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Өсөнсөл нервы невралгияһын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Аденогипофиз ауырыуын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Наркоманиянан А. И. Козелса дауалау ысулы»).

Арнольд Израилевич Козель етәкселеге аҫтында өс медицина фәндәре докторы һәм дүрт медицина кандидаты әҙерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре ?һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә