Клещёв Георгий Васильевич

Клещёв Георгий Васильевич (2 апрель 1920 йыл23 декабрь 1989 йыл) ― физика-математика фәндәре докторы, профессор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия старшинаһы.

Клещёв Георгий Васильевич
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө2 апрель 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыныКорчажка[d], Первомайский сельсовет[d], Силәбе өйәҙе, Силәбе губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө23 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыныСиләбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөфизик
Эш урыныВолгоград дәүләт университеты
Силәбе дәүләт педагогия университеты
Силәбе дәүләт университеты
Уҡыу йортоСиләбе дәүләт педагогия университеты
Ғилми исемепрофессор[d]
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы

Клещёв Георгий Васильевич 1920 йылдың 2 апрелендә Силәбе губернаһы Силәбе өйәҙе Воскресенская улусының Корчажка ауылында (хәҙер ауыл Ҡурған өлкәһенең Мишкә районы Первомайский ауыл советына инә) тыуған.

1927 йылда ауылындағы мәктәптең беренсе синыфына уҡырға бара.

1941 йылда Урал политехник институтына уҡырға инә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылда фронтҡа китә, 1942 йылдың мартынан һуғышта ҡатнаша ( Орел-Курск дуғаһында, Днепр, Висла аша кисеү, Дрезден, Прага ҡалалары өсөн һуғышта), ике тапҡыр яралана. 869-сы  истребитель-танкыға ҡаршы баш командование резервы полкының штабында өлкән писарь булып хеҙмәт итә, һуңынан 116-сы гаубица артиллерия емереү бригадаһының иҫәпләү командаһы начальнигы. ВЛКСМ ағзаһы, гвардия старшинаһы.

1951 йылда Силәбе педагогия институтының физика-математика факультетын «физика» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға .

1954 йылдан Силәбе педагогия институтының теоретик физика кафедраһында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор (1974—76) булып эшләй. Георгий Васильевич етәкселегендә Силәбе педагогия институтынды электрон микроскопия һәм рентгеноструктура анализы лабораториялары булдырыла.

Физика кафедраһының (1976—79) ҡаты есемдәр физикаһы кафедраһы етәксеһе (1979—82)[1].

«Исследование структурных изменений при распаде пересыщенных твердых растворов AlZn и CuBe методом аномального рассеяния рентгеновских лучей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы (А.И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институты, 1956 йыл) һәм тигән темаға докторлыҡ һәм «О последовательности и преемственности при распаде пересыщенного раствора в сплавах „AlZn и AlAg“» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (И.П. Бардин исемендәге Ҡара металлургия институты, 1972 йылда)[2].

Силәбе дәүләт университетында аспирантура асыуҙа ҡатнаша.

СССАР Фәндәр академияһы ҡаты есемдәр химияһының Силәбе бүлексәһе секцияһы рәйесе була, кристалдар үҫеше буйынса координация советы ағзаһы, Силәбе дәүләт педагогия институтының ғилми совет ағзаһы.

200-ҙән ашыу фәнни эш, өс уйлап сығарыу авторы. Профессор Г. Клещёв етәкселегендә докторлыҡ һәм 31 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана.

1982 йылдан Волгоград дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире булып эшләй. Һаулығының торошо буйынса 1984 йылда Силәбегә ҡайта.

1989 йылдың 23 декабрендә Силәбелә вафат була.

Наградалары

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 6 ноябрь 1985 йыл[3]
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1944 йылдың 10 ғинуары[4], 1945 йылдың 30 апреле[5]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, 1943 йылдың 16 сентябре[6]
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы», миҙалы, 1970 йыл
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1945 йыл
  • «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы, 1945 йыл
  • Бөтә Союз химия йәмғиәте Д.И. Менделеевтың 3-сө премияһы лауреаты , 1972 йыл.

Хәтер

Силәбе дәүләт университетында Г.В. Клещёв исемендәге шәхси премия булдырылған, ул эксперименталь һәм ғәмәли фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән студенттарға бирелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә