Кассель

Кассель (нем. Kassel) — Германияла, Гессен ерендә Фульда йылғаһы буйындағы ҡала. Халҡы — 196 мең кеше.

Кассель
нем. Kassel
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1330
Рәсем
Рәсми атамаһыKassel
Ҡыҫҡаса атамаһыKs[1]
ХФА-лағы транскрицияһыˈkasəl
Архивы хранятся вStadtarchiv Kassel[d]
Дәүләт Германия[2]
Административ үҙәгеландграфство Гессен[d], Гессен-Кассель[d], Electorate of Hesse[d], Королевство Вестфалия[d], Курфюршество Гессен[d], Кассель[d], Кассель[d] һәм провинция Кургессен[d]
Административ-территориаль берәмекКассель[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанФульда[d], Ане (ручей)[d], Друзель[d], Geilebach[d], Grunnelbach[d], Юнгфернбах[d], Лоссе[d], Нисте[d], Wahlebach[d], Heisebach[d] һәм Dönchebach[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанWest Hesse Depression[d]
Хөкүмәт башлығыSven Schoeller[d]
Ойошма ағзаһыClimate Alliance[d][3], Мэры за мир[d][4], Hessischer Städtetag[d][5] һәм Landeswohlfahrtsverband Hessen[d]
Юрисдикция таралышыКассель[d]
Халыҡ һаны204 202 кеше (31 декабрь 2022)[6]
Ир-егеттәр98 897[7]
Ҡатын-ҡыҙҙар102 151[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек145 ± 1 метр һәм 175 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаРамат-Ган[d], Мюлуз[8], Флоренция[9][10], Измит, Рованиеми[d], Ярославль, Митте[d], Арнштадт, Монтана[d] һәм Вестерос[d][11]
МилкеAuestadion[d]
СиктәшКассель[d] һәм Гёттинген[d]
Туристический центрQ28049426?
Майҙан106,78 км² (2016)[12]
Почта индексы34117, 34128 һәм 34117–34134
Рәсми сайтkassel.de
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлегеQ811168?
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды0561
Номер тамғаһы кодыKS
Категория для почётных граждан субъектаКатегория:Почётные граждане Касселя[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Касселе[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Kassel[d]
Карта
 Кассель Викимилектә

Тарихы

Хассель (Chassela) ҡалаһы тураһында тәүге тапҡыр 913 йылда король Конрад Франконский тарафынан бирелгән ике грамота буйынса телгә алына. Атамаһы сама менән латин Castellum Cattorum һүҙенән барлыҡҡа килгән, тәржемәлә «хаттар ҡәлғәһе» тигәнде аңлата. Иртә урта быуатта Хассала — Фульда йылғаһы аша күпер янындағы нығытма. Грамота 1189 йылда Касселгә ҡала хоҡуҡтары бирә.

1567 йылда Гессен ландграфлығы Марбургтағы баш ҡалаһы менән дүрт ир туғандар тарафынан бүленә, һөҙөмтәлә Гессен-Кассель дәүләте барлыҡҡа килә. Кассель уның баш ҡалаһы һәм Германияла кальвинизмдың таянысы була. Протестанттарҙы католиктарҙың һөжүменән һаҡлау өсөн ҙур нығытмалар төҙөлә. 1685 йылда Кассель 1700 гугеноттың һыйыныу урыны була, улар Обернойштадт янында төпләнәләр. Ландграф Карл ҡалала Октогон һәм Оранжерея һарайҙары төҙөй (1701—11).

XIX быуат башында Кассель ҡалаһында ағалы-ҡустылы Гриммдар йәшәй, улар үҙҙәренең әкиәт коллекцияһын йыя. 1803 йылда ландграфлыҡ үҙенең статусын курфюрлыҡ һәм кенәзлеккә тиклем күтәрә, әммә тиҙҙән Кассель ҡалаһын Наполеон биләй, ә 1807 йылда Кассель бер аҙ ваҡытҡа Жером Бонапарт (Наполеондың ир туғаны) етәкселегендә Вестфаль короллегенең баш ҡалаһы була. 1813 йылда Чернышев партизан отрядының ҡапыл һөжүменән һуң баҫып алына, һәм тиҙҙән кенәзлек статусы тергеҙелә[13].

1866 йылда Австро-пруссия һуғышы һөҙөмтәһендә Кассель ҡалаһын Пруссия яулай. Пруссия хакимиәте бер нисә ерҙе берләштерә һәм Гессен-Нассау провинцияһын ойоштора. Күпмелер ваҡыт үткәс, Кассель әһәмиәтле индустриаль ҡалаһы һәм тимер юл үҙәге була.

1870 йылда, Седан янындағы еңелеүҙән һуң әсиргә алынған француз императоры Наполеонды еңеүселәр кенәзлек резиденцияһына урынлаштыра. Бында шулай уҡ күп ваҡытын кайзер Вильгельм II үткәрә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1943 йылдың 22 октябренән 23 октябргә тиклем төндә 569 британ бомбардировщиктары ҡаланы утҡа тота, ҡаланың 90 проценты емерелә, 10 меңгә яҡын кеше һәләк була, 150 мең кеше ҡыйыҡһыҙ ҡала.

Америка ғәскәрҙәре Кассель ҡалаһына 1945 йылдың 3 апрелендә инә. Һуғыштан һуң иҫке биналарҙың күбеһе тергеҙелмәй. Ҡаланың үҙәге илленсе йылдарҙың хәҙерге стилендә төҙөлгән. Иҫке биналарҙың өстән бер өлөшө генә, башлыса Фридерицианум музейы ғына тергеҙелә. Һуғыштан һуң Кассель Көнбайыш Германияның буласаҡ баш ҡалаһы кеүек ҡарала, әммә ахыр сиктә баш ҡала итеп Бонн ҡалаһы һайлана.

Иҫтәлекле урындары

1783 йылда Фридрих майҙаны.

Фридрих үҙәк майҙаны XVIII быуатта барокко стилендә планлаштырыла. Ландграф Фридрих II хөрмәтенә атала. Майҙанда 1769—1779 йылдарҙа төҙөлгән классицизм стилендә бина тора. Был Фридерицианум — Европала беренсе һәр кемгә аңлайышлы музейҙарҙың береһе. Бында биш йылға бер тапҡыр бөтә донъяға билдәле хәҙерге заман documenta сәнғәте күргәҙмәһе үтә.

Ҡаланан көнбайышҡа табан ҡалҡыулыҡта Вильгельмсхёэ кенәзлеге резиденцияһы (1786—1801) менән парк урынлашҡан. Һарайҙы 1956 йылдан алып XVIII быуатта хакимдар Гессен-Кассель тарафынан ойошторолған Кассель картиналар галереяһы биләй. Алыҫ түгел ерҙә ҡалҡыулыҡтың битләүендә Геркулестың монументаль статуяһы — Кассель ҡалаһының өс быуат дауамында тиерлек рәсми булмаған символы күтәрелә.

Юғарыла һанап кителгәндәрҙән тыш, Кассель музейҙары араһында обойҙар музейы (Deutsches Tapetenmuseum (нем.)), ағалы-жнеле Гриммдарҙың йорт-музейы һәм Оттониумда — Германияның иң боронғо XVII быуат бинаһында тәбиғәт музейы бар

Иҡтисады

Кассель ҡалаһында ФРГ-ла нефть һәм газдың ҙур дистрибьютеры булған немец WINGAS GmbH компанияһының һәм рәсәй концерны «Газпромдың» штаб-фатиры урынлашҡан. WINGAS GmbH тәбиғи газды һатыу һәм ташыу менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә.

Мәҙәниәте

  • Заманса documenta сәнғәт күргәҙмәһе Йылына биш тапҡыр үткәрелә.
  • «Kasseler Dokfest» видеоарты һәм документаль кино фестивале бар, ул йыл һайын үткәрелә.

Ҡала менән бәйле билдәле кешеләр

Кассель ҡалаһында тыуғандар

Геркулес һыны алдында аллея
  • Фредрик I Гессенский I 17 (28) апрель 1676 — 25 март 1751 йыл) 1720 йылдан Швеция короле, 1730 йылдан ландграф Гессен-Кассельский (Фридрих I исеме аҫтында).
  • Конрад Мёнх(1744—1805) — ботаник, Марбург университеты профессоры.
  • Вильгельм Брейтгаупт (1809—1889) — нмец артиллерисы һәм уйлап табыусыһы.
  • Франц Розенцвейг (1886—1929) — философ.
  • Георг Фридрих Сарториус (1765—1828) — тарихсы, Гёттинген университеты профессоры
  • Христоф Роммель (1781—1859) — Марбург университеты профессоры.
  • Карл Клаус (1835—1899) — зоолог, Вюрцбург, Марбург, Геттинген, Венала профессор; Триестала зоология станцияһы директоры.
  • Менцель Фабиан (1961) — гобойҙа уйнаусы.
  • Мерьем Узерльи (1983) — актриса.
  • Эбер Адольф (1820—1890) — филолог һәм яҙыусы-романист.
  • София Юнгганс (1845—1907) — яҙыусы.
  • Андре Шуберт (1971) — немец футболсыһы һәм тренеры.

Туғандаш ҡалалар

Илдең, төбәктәрҙеңТуғанлашҡан ҡалаларЙыл элемтә урынлаштырыу
 ИталияФлоренция-
 Рәсәй ФедерацияһыЯрославль-
 Рәсәй ФедерацияһыЯңы Уренгой-
 ТөркиәИзмит-
 ИзраильРамат-Ган-
 ГерманияАрншпадт-
 ФинляндияРованиеми-
 ШвецияВестерос-
 ФранцияМюлуз-

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Кассель категорияһы табылманы
Кассель ҡалаһы күренеше

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә