Карловы Вары

Чехиялағы курорт

Карловы Вары - (чех Karlovy Vary - Карлови Вари), (Karlsbad - Карлсбад)[21][22][23] элгәре — Карлсбад (нем. Karlsbad[24]) — Чех Республикаһының курорт статусына эйә ҡала.

Карловы Вары
чех Karlovy Vary
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1350
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыKarlovy Vary[1], Statutární město Karlovy Vary[2] һәм Karlsbad
ХФА-лағы транскрицияһы/ˈkarlovɪ ˈvarɪ/
Кем хөрмәтенә аталғанКарл IV (Изге Рим империяһы императоры)
Дәүләт Чехия[3]
Административ үҙәгеКарловарский край[d] һәм Карловы Вары[d]
Административ-территориаль берәмекКарловы Вары[d] һәм Q89408268?[4]
Сәғәт бүлкәтеҮҙәк Европа йәйге ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Историческая областьБогемия[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанОгрже[d] һәм Тепла[d]
ГеомәғлүмәттәрData:Map of Karlovy Vary, Karlovy Vary District.map[4]
Хөкүмәт башлығыАндреа Пфеффер Ферклова[d][5]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыгородской или административный округ Праги[d]
Халыҡ һаны49 353 кеше (1 ғинуар 2024)[6]
Йорттар һаны5218[7]
Административ рәүештә бүленәBohatice[d][8], Cihelny[d][8], Čankov[d][8], Doubí[d][8], Drahovice[d][8], Dvory[d][8], Hůrky[d][8], Olšová Vrata[d][8], Путширн[d][8], Rosnice[d][8], Rybáře[d][8], Sedlec[d][8], Stará Role[d][8], Tašovice[d][8] һәм Karlovy Vary[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек447 метр
Туғандаш ҡалаБаден-Баден[9], Кассино[d], Бернкастель-Кус[10], Омск, Варберг[d][11], Карлсбад[d][12], Эйлат[d][13], Кусацу[d][14] һәм Локарно[d][15]
МилкеКВ Арена[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыКарловы Вары[16]
СиктәшHory[d], Otovice[d], Březová[d], Нова-Роле[d], Sadov[d], Kolová[d], Mírová[d], Děpoltovice[d], Dalovice[d], Jenišov[d], Андельска Гора[d], Горни-Славков[d], Pila[d], Stanovice[d], Šemnice[d] һәм Локет[d]
Мираҫ статусыБөтә донъя мираҫының өлөшө[d][17]
Майҙан59,081798 км²[18]
Почта индексы360 01–364 64[4]
Электрон почтаposta@mmkv.cz
Рәсми сайтmmkv.cz
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлегеQ12052112?
Иң тәүге яҙма ваҡыты1350[19] һәм 1349[20]
Средний возраст45,8[7]
Номер тамғаһы кодыK
Категория для почётных граждан субъектаCategory:Honorary citizens of Karlovy Vary[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Карловых Варах[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Karlovy Vary[d]
Карта
 Карловы Вары Викимилектә

Төп мәғлүмәттәр

Богемия тарихи өлкәһендә Огрже, Ролава, Тепла йылғалары ҡойған урында урынлашҡан. Халҡы: 49 864 кеше ( 2014 йыл)[25].

Карловы Вары шифалы сифаттары менән билдәле ҡайнар сығанаҡтарға бай курорт булараҡ дан тота[26]. Ер өҫтөнә 12 шифалы сығанаҡ сыға, улар химик составы буйынса оҡшаш, әммә углекислый газ төрлө кимәлдә һәм температураһы 30-ҙан 72 градус эҫелеккә етә.

Тағы ла бер сығанаҡ - № 13 — «Бехеровка» ликёры тип шаярталар бында.

Карловы Варының шифалы һыуҙарына 18-се быуат башында уҡ Урыҫ правослау сиркәүе күҙ һала, батшаға хаттар яуҙыралар.

Билдәле рус яҙыусыларынан был курорттта дауаланған һәм йәшәгәндәрҙән - кенәз Пётр Андреевич Вяземский. 1852 йылда тәүге тапҡыр килеп, дөйөм алғанда бер нисә йыл йәшәй, уға шиғырҙар бағышлай һәм көндәлектәр алып бара. Бында Н. В. Гоголь дә дауаланған.

Халҡы

18692009 йылдарҙа халыҡ һаны динамикаһы:

Йыл1869188018901900191019211930
Халҡы14 18522 31828 62942 65352 80853 11263 506
Йыл1950196119701980199120012009
Халҡы41 13650 03452 31056 99256 05453 358[27]53 691

Курорт факторҙары

Минераль сығанаҡтар

Хәҙерге ваҡытта Карловы Варыла ошондай сығанаҡтар ҡулланыла:

Чехса атамаУрыҫса атамаТемпера- тураТасуирлама
1VřídloВржидло72 °CБыл гейзер етештереүсәнлеге — минутына яҡынса 2000 литр минераль һыу. Бөгөн был берҙән-бер дауаланыу өсөн ҡойоноу сығанағы. Дауаланыр һыу курстары өсөн дә ҡулланыла. Колоннадала дөйөм алғанда 5 вазаға сығанаҡ ағыҙыла, уларҙың температураһы 72, 50 и 30 °C. Ер аҫтынан һыу бағанаһы баҫымы күтәрелеү арҡаһында 12 м бейеклеккә атыла ала.
2Karla IV.Карла IV64 °CБәлки был сығанаҡтың дауалау үҙенсәлектәре Карл IV-сенең курорт төҙөтөү ҡарары ҡабул итеүгә йоғонто яһағандыр ҙа. Карловы Варыны асыу сығанаҡ өҫтөндәге рельефта һүрәтләнгән.
3Zámecký dolníНижний замковый55 °CҠәлғәнең түбәнге сығанағы дөйөм ҡулланыуға баҙар майҙанына сығарылған.
4Zámecký horníВерхний замковый55 °CҒәмәлдә бер сығанаҡ тураһында һүҙ бара, уның һыуы ике вазаға сығарылған. Әммә диңгеҙ кимәленән бейеклеге айырмаһы арҡаһында үрге шишмәһендә CO2 миҡдары һәм температураһы башҡараҡ.
5TržníРыночный62 °CСығанаҡ асылғаны бирле (1838) бер нисә тапҡыр юғалып, яңынан сыҡҡан. Бер нисә скважина эшләнгән, шуға ла курорт табиптары бөгөн дә һыу сығанағын тәҡдим итеүе мөмкин.
6MlýnskýМельничный56 °CXVI быуаттан уҡ шифахана маҡсаттарында файҙаланыла. Элек башлыса ванналарға ҡойолған.
7RusalkaРусалка60 °CXVI быуаттан 1945 йылға тиклем Яңы сығанаҡ исемен йөрөтә. Ул хатта Тирмән сығанағынан да ҙурыраҡ ихтыяж менән файҙаланған.
8aKníže Václav Iкнязя Вацлава I65 °CБыл шифалы һыу сығанағы карловар тоҙо етештереү өсөн ҡулланыла. Ике вазанан сығарыла.
8bKníže Václav IIкнязя Вацлава II58 °CВацлав II сығанағы колоннада алдында оркестр соҡорона ҡаршы яҡта аға.
9LibušeЛибуши62 °CДүрт бәләкәй сығанаҡты ҡушып яһалған
10SkalníСкальный53 °C1845 йылға тиклем Тепла йылғаһына төшкән. Хәҙер Тирмән колоннадаһына сығарылған.
11SvobodaСвобода60 °CXIX быуаттың икенсе яртыһында III Лазнины төҙөгәндә асылған.
12SadovýСадовый47 °CXIX быуат уртаһында Хәрби шифахана төҙөгәндә табылған.
15HadíЗмеиный30 °C2001 йылдан минералдары башҡа сығанаҡтарға ҡарағанда кәмегән, мәгәр CO артҡан2. Баҡса колоннадаһы алдындағы йылан һыны ауыҙынан сығып тора.

Төп тәбиғи дауалау факторҙары — сығанаҡтарҙың углекислый сульфатлы натрийлы термаль, гидрокарбонат натрийлы, составында кальций, калий, магний, тимер, литий, бром һәм башҡа матдәләргә бай булыуы. Минераллылығы 7 г/л тиклем. Башлыса һыу сығанаҡтарының химик составы бер төрлө, углерод диоксиды (0,37 - 0,75 г/л тиклем ) һәм температураһы менән генә айырыла.Тирмән сығанағында һыу радонлы (яҡынса 1 нКи/л)[28].

Дауалау факторҙары

Курортта ашҡаҙан -эсәк ауырыуҙарын, бауыр һәм үт юлдарын, шулай уҡ матдәләр алмашыныуы боҙолоу (шәкәр диабеты, һимереү һәм башҡа) сирҙәрен дауалайҙар. Курорт поликлиникаһы, бальнеодауахана, һыу эсеү галереяһы, айырым сығанаҡтар бюветтары, күп һанлы ҡунаҡханалар, шифаханалар һәм пансионаттар эшләй. Дауалау учреждениеларында дауалау физкультураһы, массаждың төрлө төрҙәре, электр, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән дауалау, (шул иҫәптән ләм ванналары һәм аппликация) киң ҡулланыла. Һауала йөрөр өсөн терренкур бар дозировать — 100 километрҙан ашыу юлдар һалынған[28].

Ҡаланың курортн өлөшөндә ике фуникулёр бар: Lanovka Imperial — «Империал» отеленә һәм «Диана» башняһына күтәрә.

Башҡорт матбуғатында

"Башҡортостан" гәзитенең бер нисә һанында яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың "Карл Вары -Ҡайнаҡтар" тигән мәҡәләләр циклы сыға (2007, ноябрь). Бында тәржемәсе Карловы Вары атамаһы - Карл IV исеме менән бәйле булыуын, уның ҡайнар сығанаҡ табып, уның ярҙамында аяғының һыҙлауы баҫылыуын аңлағанын, һәм артабан был урындарҙың дауалау үҙенсәлеге киң танылыуын бәйән итә. Вары (чехса вари) - ҡайнар һыу тип тәржемә ителә. Йәғни, Карлдың ҡайнар һыуҙары. Ситдиҡова боронғо төрки шишмә-ҡайнаҡ (ҡайнар тигәнгә ауаздаш та) һүҙе менән бәйләп, шундай тәржемә тәжрибәһе эшләп ҡарай [29]

Күренештәр

Шулай уҡ ҡара

  • Карловарский фуникулёр «Диана»
  • Кинофестиваль в Карловых Варах

Туғандаш ҡалалар

  • Эйлат
  • Локарно

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә