Йәшелғош

?
Йәшелғош
Йәшелғош
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Хайуандар
Тип:Хордалылар
Класс:Ҡоштар
Отряд:ракше һымаҡтар
Ғаилә:Сыбарсайҙар
Ырыу:Сыбарсайҙар
Төр:Йәшелғош
Латинса исеме
Merops apiaster
Linnaeus, 1758
ITIS 554661
NCBI 265611


Йәшелғош (лат. Merops apiaster, урыҫ. Золотистая щурка) — сыбарсайҙар(Meropidae) ғаиләһендәге сағыусы бөжәктәр менән туҡланыусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡ ҙурлығында. Ғәҙәттә күмәкләшеп йөрөйҙәр. Осҡанда оҙон ҡанаты, уртаһынан нәҙек кенә ҡауырһындары сығып торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Суҡышы оҙон, аҫҡараҡ кәкерәйеп тора. Түбәһе һәм арҡаһы һары көрән. Тамағы ҡара һыҙат менән уратып алынған һары төҫтә. ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы зәңгәр. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы: «тири-тири». Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған.Умартасыларға зыян килтерә.

Йәшәү урыны

Яландарҙағы балсыҡлы һәм ҡомло ҡабаҡтарҙа йәшәй. Ояһын ерҙе өңөп яһай.

Туҡланыуы

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күберәген сағыусы бөжәктәр менән.

Үрсеүе

5-6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

Галерия

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә