Ишембай районы флагы

Ишембай районы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ишембай муниципаль районы символы.

Ишембай районы флагы
Нигеҙләү датаһы2006
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Юрисдикция таралышыИшембай районы

Флаг тасуирламаһы

Иңенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө яғы һары һәм түбәнгеһе — йәшел, һары һыҙат эскә табан бөгөлөп ике сусаҡлы тау түбәһен барлыҡҡа килтерә; бөгөлдөң ситенән нәҙегерәк аҡ һыҙат үтә. Йәшел һыҙаттың киңлеге туҡыма ситтәрендә 3/5 нисбәтендә һәм уртаһында 4/5 нисбәтендә тәшкил итә. Йәшел һыҙат уртаһында — флаг тотҡаһына табан осоп барған ыласын.

Символиканы нигеҙләү

Флагтың аҡ һыҙат үткән бөгөлө — Торатауҙың символик сағылышы. Һыҙаттың аҡ булыуы тауҙың уникаль булыуын һәм эзбизташтан тороуын ғына түгел, ә тыныслыҡта һәм үҙ-ара килешеп йәшәгән халыҡтарҙың уйҙарының яҡты, намыҫтарыны таҙа булыуына ышанысты ла аңлата.

Йәшел, ҡылғанлы яландың һарғылт-аҡ фонында Юрматы ырыуы башҡорттарының символы — шоңҡар кәйелеп оса. Ҡош — ирек, азатлыҡ символы ла, уның ирекле осошта ҡанаттарын йәйеп барыуы төбәктең сәскә атыуы, халҡының эшһөйәр һәм ирекле булыуы тураһында һөйләй. Йәшел төҫ тормоштоң мәңге-мәңге яңырып тороуын, тыуған төбәгебеҙҙең бай һәм матур булыуының сағылышы ул.

Теркәлгән

Ишембай районы флагы Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 15 июнендәге 9/130-се ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһы символдары Дәүләт регистрына 047-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрына 3218-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.

Һылтанмалар

Символика района

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә