Истәк

Истәк (рус. Истяк) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 425 кеше булған[4].

Истәк
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәгеИстәк ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмекИстәк ауыл советы
Халыҡ һаны425 кеше (2010)[2],
434 кеше (2002)[3],
492 кеше (2009)[3]
Почта индексы452806
Карта

ОКАТО коды — 80259835001.

Тарих

Истәк ауылына XVII быуаттың икенсе яртыһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь42520621948,551,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 7 км

Билдәле шәхестәре

  • Харисов Фираз Фәхрәз улы (24.05.1952), ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004)[6].
  • Харисов Фәрис Фәхрәз улы (3.01.1956), ғалим-педагог, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1997 йылдан Татарстан Республикаһының мәғариф министры; 2004 йылдан Мәскәү асыҡ университеты проректоры, 2006 йылдан — Федераль мәғарифты үҫтереү институты директоры, 2009 йылдан — «Здоровьесберегающее образование» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2001), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000)[7].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә