Индонезия тарихы

ил тарихы

Индонезия тарихы — Индонезия Республикаһының, шулай уҡ был илдең хәҙерге биләмәләрендә элек булған башҡат дәүләт төҙөлмәләренең, колониаль биләмәләрҙең һәм кешеләрҙең башҡа берлектәре тарихы.

Индонезия

Тарихҡа тиклемге осорҙа Индонезия территорияһында боронғо кешеләрҙең иң иртә ареалдарының береһе урынлашҡан була. Был биләмәләргә хәҙерге кешеләрҙең ата-бабалары килеп ултыра башлауы бынан 45 меңгә яҡын йыл элек башланған, артабан Азияның континенталь өлөшөнән бында күсенеүҙең миграцион тулҡыны бер нисә тапҡыр ҡабатлана.

Дәүләт берекмәләренең барлыҡҡа килеүе беҙҙең эраның I—III йөҙ йыллыҡтарында башлана. Урта быуаттарҙың иң эре дәүләттәренән Шривиджая (VII—XIII быуаттар) һәм Маджапахит (XIII—XVI быуаттар) билдәлелек ала, улар Малай архипелагының күп өлөшөн үҙ контролендә тота.

XVI быуаттың беренсе яртыһында төбәккә Европа колонизаторҙарының үтеп инеүе башлана. Көньяҡ-Көнсығыш Азияның был өлөшөн үҙләштереү өсөн көрәштә Нидерланд еңеп сыға һәм XX быуат башына хәҙерге Индонезияның ғәмәлдә барлыҡ территорияһын Нидерланд Көнсығыш Һиндостаны (рус. Нидерландская Ост-Индия) биләмәләре составында үҙ хакимлеге аҫтына берләштерә.

1945 йылдың 17 авгусында, Япония ғәскәрҙәренең өс йылға һуҙылған оккупацияһынан һуң Индонезияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Мөстәҡил һәм үҙ аллы дәүләттең аяҡҡа баҫыуын үҙҙәренең элекке колонияһы өҫтөнән контролде тергеҙергә ынтылған Голландия менән оҙайлы ҡораллы көрәш оҙатып бара. Илдең хәҙерге замандағы артабанғы тарихына хәрби режим урынлаштырыу менән тамамланған 1965 йылғы сәйәси көрсөк һәм 1990-сы йылдар аҙағындағы — 2000-се йылдар башындағы либераль-демократик үҙгәртеп ҡороуҙар мөһим этаптар булып инеп ҡалған.

Тарихҡаса булған дәүер

Питекантроптың 1891 йылда Эжен Дюбуа тапҡан һөйәк ҡалдыҡтарының график һүрәтләнеше

Хәҙерге Индонезия биләмәләрендә боронғо кешеләр көн иткән иң иртәнге ареалдарҙың бер нисәһе урынлашҡан. Үҙәк Явалағы Бребес округының (Brebes Regency) Бумиаю (Bumiayu) районындағы Глагах (Glagah River) йылғаһы бассейнында табылған тура баҫып йөрөүсенең (Homo erectus) һөлдә ҡалдыҡтарының (арҡа һөйәгенең бер өлөшө, яңаҡ һөйәге һәм аҙау теше) йәше 1,8 миллион йыллыҡ булып баһалана[1][2].

Ява утрауының үҙәк өлөшөндә лә иң әһәмиәтле палеоантропологик асыштарҙың береһе яһалған: бында тура баҫып йөрөүсе кешенең ярымтөрөнөң (рус. подвид береһе булып билдәлелек алған Ява маймыл-кешеһенең рус. яванский обезьяночеловек ҡалдыҡтары табылған. Уларға Мадиун ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Триниль тапҡылығында 1890-сы йылдар башында Нидерланд тикшеренеүсеһе Эжен Дюбуа юлыҡҡан. Был ҡаҙылдыҡтар иртә палеолит осорона ҡарай, уларҙың йәше — от 700 меңдән 1 миллион йылға тиклем[3][4]. Һуңыраҡ Явала һәм башҡа утрауҙарҙа тура баҫып йөрөүсе кешенең башҡа ярымтөрҙәре вәкилдәренең ҡалдыҡтары табыла[5]. 1936 йылда Моджокерто ҡалаһы янындағы карьерҙа бала питекантроптың баш һөйәге табыла, ғалимдәр уның йәшен 1,1 миллиондан оло түгел тип билдәләгән[6][7][8]. Археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелгән Сангиран ятҡылығында 0,7—1,15 миллион йыллыҡ питекантроптар менән бер рәттән айырыуса оло мегантроп (боронғо кешеләрҙең ҙур формала булған теш һәм яңаҡ һөйәктәре ҡалдыҡтары) табылған[9]. Соло йылғаһы буйында урынлашҡан Нгандонг ауылында 1931—1933 йылдарҙа явантроптар (Homo soloensis) ҡалдыҡтары табыла[10].

Индонезия биләмәләрендә көн иткән боронғо гоминидтар вәкилдәре араһында табылған урыны исеме менән аталған флорес кешеһе айырым урын алып тора. Уның ҡалдыҡтары Флорес утрауында 2003 йылда үткәрелгән халыҡ-ара фәнни экспедиция барышында табыла. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың йәше 95-тән 60 мең йылға тиклем. Был төргә классификация биреү мәсьәләһе әлегә тиклем асыҡ ҡала килә. Башта ҡайһы бер ғалимдар уны кешенең рус. человека разумного иртә бер төрө тип ҡарарға тәҡдим итә[11][12][13], әммә шул уҡ Флорес утрауындағы тағы ла һуңыраҡ табышмаларҙан һуң уны тура баҫып йөрөүсе кешенең вағайған ярымтөрө итеп билдәләү тәҡдиме өҫтөнлөк ала[14][15].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты